Үткән аҙнала Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры «Ҡанифа юлы» исемле яңы спектаклдең премьераһы менән ҡыуандырҙы. Спектаклде Сәрүәр Суринаның сценарийы буйынса яҡташыбыҙ Зиннур Сөләймәнов ҡуйған.
Театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Вәкил Барый улы Йосопов әйтеүенсә, спектакль «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты сиктәрендә сәхнәгә сығарыла, Башҡортостан Республикаһын ойоштороуға 100 йыл тулыуға арнала.
Проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә ситтән саҡырылған ижади төркөм эшләгән. Уны республикала билдәле режиссер, Баймаҡ егете Зиннур Сөләймәнов етәкләгән. Спектаклде сәхнәгә сығарыуға рәссам-сценограф Рөстәм Баймөхәмәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Илшат Яхин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, балетмейстер Сулпан Асҡарова күп көс һалған.
Спектаклдә бөтә ижади труппа ҡатнашты. Төп ролдәрҙе Яҙгөл Ниғмәтуллина (Ҡанифа), Фидан Шәйәхмәтов (Юлтый), Денис Нурғәлин (Ҡорман), Фәһим Сөнәғәтов (Йомаҡай), Айгөл Юлмөхәмәтова (Әлимә), Альбина Байназарова (Аҡһылыу), Рәсимә Хәйбуллина (Сабира), Юлдаш Юлдыбаев (Әбеш), Илфаҡ Исҡужин (Һибәт) башҡарҙы.
Премьера тулы зал йыйҙы. Спектакль тамашасыларға оҡшағандыр тип уйлайым, сөнки артистарҙы сығармай алҡыштарға күмделәр. Премьера 13 декабрь йәнә сәхнәгә сығарыла. Килегеҙ, дуҫтарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы эйәртегеҙ.
Һүрәттә: «Ҡанифа юлы» спектакленән бер күренеш.