Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан сәсәниә Фәниә Арыҫланова Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә дипломант исеменә лайыҡ булды. 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына арналған сарала республикабыҙҙың ҡала-ауылдарынан тыш Марий Эл, Дағстан, Саха (Яҡутия), Коми, Ханты-Манси автоном округынан 50-нән ашыу кеше һынау тотто. Яҡташыбыҙҙы уңышлы сығыш яһауы менән ҡотлайбыҙ.