«Сулпан» балалар театры Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса әҙерләнгән яңы спектакль менән ҡыуандырҙы.
Мостай Кәримдең үҙе билдәләүенсә, «был китап—мөғжизәләргә ышаныусан сәйерерәк, шауҡымлыраҡ, бер ҡатлыраҡ, саяраҡ кешеләр тураһында. Улар-ҙың көнкүреше беҙ йәшәп ятҡан көндәлек тормоштан саҡ ҡына ҡалҡыуыраҡ, саҡ ҡына тылсымлыраҡ, саҡ ҡына фәжиғәлерәк. Бер-береһенә ҡарата улар ғәҙәттәгенән сыҙамлыраҡ, рәхимлерәк, ғәйепләргә, хөкөм итергә ашығып бармайҙар. Был кешеләр бәхетте лә, әжәлде лә сабырлыҡ менән ҡабул итә. Шатлыҡтан туйып һикермәйҙәр, ҡазанан ҡойолоп уҡ төшмәйҙәр». Әҫәрҙә яҙыусы күргән ваҡиғаларға уның уйҙары, кисерештәре ҡушылып-үрелеп бара. Көндәлек тормош, көнкүреште хыял һәм тылсымлы күренештәр алмаштыра. «Шуға ла Мостафа Сафа улының әҫәрҙәрен сәхнәләштереүе ауыр,—ти спектаклде сәхнәгә сығарыусы, Ырымбур ҡалаһының Леопольд һәм Мстислав Растроповичтар исемендәге дәүләт сәнғәт институты профессоры Булат Батыр улы Хәйбуллин.—Беҙҙең спектакль нисек килеп сыҡҡандыр инде, премьераны ҡарап сыҡҡас әйтерһегеҙ».
Кемгә нисектер, спектакль миңә бик оҡшаны. Зал тулы ине. Балалар спектаклде тын да алмай ҡараны. «Сулпан» театры артистары Юлдыбаев Юлдаш (Кендек), Шәйәхмәтов Фидан (Әсхәт), Мәхмүтов Борис (Ибрай), Сөнәғәтов Фәһим (Шәхиулла), Нурғәлин Денис (Хәмитйән), БР-ҙың атҡаҙанған артисы Фиуза Сафина, үрҙә әйтелгәнсә, бер ҡатлыраҡ, сәйерерәк кешеләр тураһындағы ролдәрен оҫта итеп, балалар ышанырлыҡ итеп башҡарҙы. Быны оҙайлы ҡул сабыуҙарға ҡарап та билдәләп була ине.
Спектакль яратҡан шағирыбыҙ, драматургыбыҙ, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең 100 йыллығына матур бүләк булғандыр, тип уйлайым.
Һүрәттә: «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» спектакленән бер күренеш.