Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Сентябрь 2018, 08:59

Өләшәбеҙ рухи хазина

Йәй буйы ял итеп, көс-илһам туплаған А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры коллективы яңы 88-се ижад миҙгелен асырға әҙер. Әлеге көндә һуңғы репетициялар бара, тауыштар, интонациялар ҡуйыла, декорация һәм костюмдар теүәлләнә.17-18 сентябрҙә драматург, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Fәйетбаевтың пьесаһы буйынса «Хазина» спектакле сәхнәгә сығарыла. Премьера Fаилә йылына бағышлана.

Йәй буйы ял итеп, көс-илһам туплаған А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры коллективы яңы 88-се ижад миҙгелен асырға әҙер. Әлеге көндә һуңғы репетициялар бара, тауыштар, интонациялар ҡуйыла, декорация һәм костюмдар теүәлләнә.
17-18 сентябрҙә драматург, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Fәйетбаевтың пьесаһы буйынса «Хазина» спектакле сәхнәгә сығарыла. Премьера Fаилә йылына бағышлана.
Трагикомедияла хәлдәр бөгөнгө көндәрҙә бара. Баҙҙан хазина табалар. Әҫәр геройҙары уны бүлешә башлай, һәр кем үҙенә тосораҡ өлөш эләктерергә тырыша. Улар алда нимә көтәсәген күҙ алдына ла килтермәй. Хазина уларға кәрәк булырмы? Спектакль кешеләрҙе бер-береһенә иғтибарлы булырға өндәй һәм тормош мәғәнәһе, асылы хаҡында уйланырға саҡыра. Уның режиссеры—Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге ҡала премияһы лауреаты, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Дамир Мәзит улы Fәлимов. Спектаклдә образдарҙы актерҙар—Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова һәм Нурзиә Әбдрәшитова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әлфирә Fәлләмова, Юнир Fәйнуллин, Марс Итбаев, шулай уҡ талантлы артистар Айгөл Зәйнуллина, Рима Fәйнуллина, Резеда Сәфиуллина, Сулпан Әбдрәхимова һынландыра.
Әйтергә кәрәк, ижад миҙгеле сибайҙар өсөн сентябрҙә асылһа, театр коллективы райондар халҡын август айында уҡ тамашалары менән ҡыуандырҙы. Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр райондарында Салауат Әбүзәровтың пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән «Fүмерлек ғазап» мелодрамаһы тәҡдим ителде. Шулай уҡ «Ни сыҡһа, ошо Альберттан сыға» тигән театрлаштырылған концерт ҡуйылды. Күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр, ҡыҙыҡ-мәҙәкле сығыштар менән Альберт Салауатов, Юнир Fәйнуллин, Айгөл Хәкимова, Венер Сөнәғәтов тамашасыларҙы әсир итте. Йәш актерҙар Нәфисә Мәзитова, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Айбулат Fүмәровты ла халыҡ йылы ҡабул итте, алҡыштарға күмде. Был концерт-тамашаның идеяһы йыл да уҙғарылып килгән Театр төнө программаһына ауаздаш. Әйткәндәй, быйыл 19 сентябрҙә «Мең дә бер кис» тип исемләнгән сарабыҙҙа көтөп ҡалабыҙ. Унда театрҙың барлыҡ актерҙары ҡатнаша.
Тамашасыларҙың һорауы буйынса «Әүлиә» спектакле әле лә сәхнәнән төшмәй. Сентябрь-октябрь айында Мөжәүир хәҙрәткә арналған тамашаны Өфө, Раевка, Дәүләкән, Бүздәк, Саҡмағош халҡы күрә аласаҡ. Сибайҙар иғтибарына ла тәҡдим ителәсәк, афишаны күҙәтеп барығыҙ.
2019 йыл Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В.Путин тарафынан Театр йылы тип иғлан ителә. Тимәк, сағыу премьералар, ҡыҙыҡлы проекттар буласаҡ әле. Мәҫәлән, «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театры» проектына таянып Ишмулла Дилмөхәмәтовтың «Тере тупраҡ» трагедияһы буйынса спектакль әҙерләнә. Таңсулпан Fарипованың драмаһы буйынса ҡуйылған «Китмәгеҙ, торналар!» яңынан сәхнәгә сығарыла. Шулай уҡ Флорид Бүләковтың «Буйҙаҡтар» комедияһы тамашасы хөкөмөнә тәҡдим ителәсәк.
Яңы ижад миҙгеле—ул яңы хәл-ваҡиғалар, яңы идеялар, яңы өмөттәр. Театр коллективы һеҙҙең бәхетле йөҙҙәрегеҙҙе, осҡон сәскән күҙҙәрегеҙҙе күрер, алҡыштарығыҙҙы ишетер, һөйөүегеҙҙе яулар өсөн бар тырышлығын һала. Һеҙ беҙгә илһам бирәһегеҙ, ҡанатландыраһығыҙ! Театрҙы яратыуығыҙ, спектаклдәргә йөрөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Яңы ижад миҙгелендә лә һеҙҙе үҙебеҙҙең залда күрергә шат булырбыҙ!
Гөлсәсәк Тләүсина, театрҙың әҙәби-драма бүлеге етәксеһе.