Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Июнь 2018, 17:35

Ижади миҙгел тамам

Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры әле генә 87-се ижад миҙгелен йылдағыса «Театр төнө» менән башлап ебәргәйне, күҙ асып йомған арала миҙгелде ябыу ваҡыты ла килеп етте. Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡтың театр сәнғәтенә һөйөүе һүрелмәй, йылдан-йыл тамашасы беҙҙең спектаклдәргә ихлас йөрөй. Режиссерҙар, артистар тамашасыларҙың зауығына тап килерҙәй яңынан-яңы премьералар сығарып ҡыуандырып ҡына тора.

Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театры әле генә 87-се ижад миҙгелен йылдағыса «Театр төнө» менән башлап ебәргәйне, күҙ асып йомған арала миҙгелде ябыу ваҡыты ла килеп етте. Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡтың театр сәнғәтенә һөйөүе һүрелмәй, йылдан-йыл тамашасы беҙҙең спектаклдәргә ихлас йөрөй. Режиссерҙар, артистар тамашасыларҙың зауығына тап килерҙәй яңынан-яңы премьералар сығарып ҡыуандырып ҡына тора.
Әйтергә кәрәк, Сибай театры өсөн был миҙгел бик уңышлы булды. Яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре буйынса театрыбыҙҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Мәжит улы Fәлимов сәхнәләштергән «Әүлиә» спектакле барыһының да күңеленә хуш килде. Тарихи мәғлүмәттәргә таянып яҙылған әҫәр халыҡ араһында төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы. Берәүҙәр хәҙрәтте сәхнәнән күрһәтеүҙе дин тыя тип киҫәтте, икенселәр шәхесте ҙурлай тип хупланы. Театрҙың ижади төркө-мөнән генә түгел, тотош коллективтан күп хеҙмәт, көсөргәнеш талап иткән был спектакль Өфө, Учалы, Белорет, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез ҡалаларында, Иҫәнғол, Стәрлебаш, Ҡырмыҫҡалы, Мораҡ район үҙәктәрендә, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла,Fафури, Бөрйән райондарында зал тулы тамашасы йыйҙы. Премьераны театр һәм сәнғәт белгестәре лә юғары баһаланы.
Уҙған миҙгелдә театр аҙ һанлы ҡалаларҙа урынлашҡан бәләкәй театрҙарға ярҙам итеү маҡсатындағы «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған проектта ҡатнашты. Махсус программа сиктәрендә мәҙәниәт усағыбыҙҙың матди-техник базаһын нығытыуға 5 миллион һум аҡса бүленде. Был аҡсаға яҡтыртыу һәм музыка аппараттары алынды, театр коллективы Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» спектаклен әҙерләп сығарҙы. Күренекле режиссер Азат Йыһаншин ҡуйған әҫәрҙе тамашасы бик йылы ҡабул итте.
Яңы йыл иртәлектәренә йәш тамашасыларыбыҙ өсөн театрыбыҙҙың художество етәксеһе Дамир Fәлимов «Ҡыҙыл башлыҡ мажаралары» спектаклен әҙерләне.
Шулай уҡ Өфө сәнғәт институтының режиссерҙар әҙерләү бүлеге студенты Эвелина Редькина Сәрүәр Суринаның пьесаһы буйынса ҡуйылған «Янһарының тылсымлы санаһы» спектаклен сәхнәгә сығарҙы. Fаилә йылында йәш быуында тыуған төйәккә, ға-иләгә ҡарата йылы мөнәсәбәт, үҙ-ара татыулыҡ, туғанлыҡ, изгелек, мәрхәмәтлелек кеүек сифаттарҙы тәрбиәләүҙә әҫәрҙең әһәмиәте бик ҙур булды.
50 йылдан ашыу ғүмерҙәрен Сибай театрына бағышлап, йөҙҙән ашыу сағыу һәм фәһемле образдар тыуҙырып, тамашасы һөйөүен яулаған Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә һәм Марсель Хоҙайғоловтарҙың күркәм юбилейҙарын да билдәләп үтте театр коллективы. Билдәле артистарҙың юбилей тантанаһына бағышлап йәш режиссер В.Fилманов С.Әбүзәровтың «Йәшлеккә ҡайтыу» комедияһын сәхнәләштерҙе. Унда Әҡлимә ролен башҡарған Рәмилә Хоҙайғолова милләтебеҙгә хас тыйнаҡлыҡ, тоғролоҡ сифаттарын асып биреүгә өлгәшеп, ғаилә өсөн иң кәрәклеһе байлыҡ туплау түгел, ә бер-береңде ҡәҙерләп, бала-ларға өлгө булып йәшәү икәнлеген иҫбатланы.
Беҙҙең аранан баҡыйлыҡҡа бик иртә күскән талантлы шәхес , Башҡортос-тандың халыҡ артисы Әсғәт Йәнбәковтың, уның ҡатыны Башҡортостандың ат-ҡаҙанған артисы Рәмзиә Ҡудашеваның, уларҙың һөйөклө улдары, билдәле артист, йырсы, режиссер Арыҫлан Йәнбәковтың яҡты рухтарына арналған Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙғарылды.
Театр коллективы уҙған миҙгелдә Татарстан Республикаһында гастролдә булды. Унда ижади труппа М.Багаевтың «Үәт, исмаһам, ахырызаман!» комедияһы, балалар өсөн экология йылына арналған «Приключения лесного Эха» спектаклдәре менән сығыш яһаны. Ҡунаҡ ашы—ҡара ҡаршы тигәндәй, Миңзәлә театры коллективы ла сибайҙарҙы үҙҙәренең ижад емештәре менән һөйөндөрҙө. Шулай уҡ Баймаҡ, Белорет тамашасыларын да урап үтмәнеләр.
Ҡалабыҙҙа ниндәй генә сара үтмәһен, уларҙың һәр береһендә театр коллективы ихлас ҡатнаша. Май аҙағында төбәгебеҙҙә гөрләп үткән «Ирәндек моңдары—2018» башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың ХIV төбәк-ара конкурсының төп өлөшөн юғары кимәлдә үткәреүгә артистар тос өлөш индерҙе.
Fөмүмән, 87-се ижад миҙгеле театрыбыҙ йылъяҙмаһына күп кенә сағыу биттәр яҙҙы. Күп эштәр эш-ләнгән, ә алда тағы ла яңылары көтә. Киләһе йыл тағы ла уңышлыраҡ буласағына өмөт ҙур. Сөнки ул «Театр йылы» тип нарыҡланасаҡ. Яңы йылда республикабыҙ етәкселеге Башҡортостан автономияһының төҙөлөүенә, бөйөк шәхесебеҙ, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуын билдәләйәсәк. Ижад юлын беҙҙең театрҙа башлаған данлыҡлы ҡурайсы, артист, драматург Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы сара ла тантаналы уҙғарыласаҡ.
Әминә Яхина,
театрҙың әҙәби бүлеге мөдире.