Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Декабрь 2017, 11:48

«БАЙЫҠ»ТЫҢ БАҘЫҠ ЙОНДОҘО

Быйыл шаулап-гөрләп үткән «Байыҡ» республика телевизион конкурсында яңғыҙ бейеүсе ир-егеттәр араһында төп призды—Гран-прины Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Алмас Такалов (һүрәттә: уртала) яуланы.

Быйыл шаулап-гөрләп үткән «Байыҡ» республика телевизион конкурсында яңғыҙ бейеүсе ир-егеттәр араһында төп призды—Гран-прины Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Алмас Такалов (һүрәттә: уртала) яуланы.
Алмас Йылайыр районы үҙәгендә йәшәгән Илфат Ильяс улы менән Айгөл Фәрит ҡыҙының ишле ғаиләһендә баш бала булып буй еткерә. Тыуған ауылында Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында, һуңынан Өфөлә Рәми Fарипов исемендәге республика гимназия-интернатында белем ала, бөгөн баш ҡалала юғары уҡыу йортоноң өсөнсө курсында уҡый.
Бәләкәй саҡтан бейеү сәнғәтен үҙ иткән Алмас 2009 йылда балалар араһында үткәрелгән «Байыҡ»та беренсе урын яулай һәм Бөтә Рәсәй «Орленок» ял итеү лагерына йүнәлтмә менән бүләкләнә. Шул уҡ йылда ул Мәскәүҙә Кремль шыршыһында ҡатнаша.
Өфөлә гимназия-интернатта уҡыған сағында Алмас «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбленә йөрөй. 2012 йылда был коллектив «Байыҡ» конкурсының Гран-приһын яулай.
2014 йылда Такаловтар «Байыҡ»та ғаилә ансамбле менән ҡатнаша һәм икенсе дәрәжә Диплом менән бүләкләнә.
Үткән 2016 йылда Алмас Герой-ҡала Белгородта аграр йүнәлештәге юғары уҡыу йорттарының IV Бөтә Рәсәй ижади фестивалендә сығыш яһап беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була.
«Байыҡ»тың ун йыллығына арналған быйылғы ижади бәйгелә Алмас яңғыҙ бейеү менән ҡатнашырға ҡарар итә. Конкурстың ике турында уңышлы сығыш яһап, ул Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залында үткән Гала-концертта тамашасыларҙы «Башҡорт маршы» бейеүе менән таң ҡалдырҙы. Әйткәндәй, был ҙур юбилей концертына килеүселәр Такаловтарҙың биш балалы ғаилә сығышын тағы бер ҡарап ҡыуанды.
Алмас уҡыуында ла һынатмай, университеттың йәмәғәт тормошонда әүҙемлек күрһәтә, спорт буйынса ла алдыңғылар сафында, ҡаланың мәҙәни сараларында ҡатнашырға ла ваҡыт таба икән.
—Ейәнем Алмастың яңғыҙ бейеүен, өлкән улым Илфат һәм киленем Айгөлдөң ғаилә сығышын Өфөгә барып ҡараныҡ һәм ҙур ҡыуаныс, сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек,—тип беҙҙең менән шатлығын уртаҡлашты оло ҡәләмдәшебеҙ, матбуғат ветераны Ильяс Исмәғил улы Такалов.—Бейеүгә маһирлыҡ быуындан-быуынға күсә килә ул. Алмастың әсәһе яғынан ҡартатаһы Фәрит ҡоҙа Яманғолов мәрхүм беҙҙең төбәктә генә түгел, республика күләмендә оҫта бейеүсе булды. Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыған мәлдә мин үҙем дә бейеү ансамблендә солист булып йөрөнөм, Өфө сәхнәләрендә лә сығыш яһарға тура килгеләне. Хәҙер балаларҙың, ейәндәрҙең уңыштарына ҡыуанып йәшәйбеҙ».