Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Октябрь 2017, 11:57

«ҺАҒЫНҒАНДА ЯУҒАН ҠАРҒА ҠАРА»...

Үткән йылдың көҙө бик бола килде: көтмәгәндә ер өҫтөн ап-аҡ итеп ҡар яуып һалды, йә, ямғырға әйләнеп, шул сафлыҡты ҡойоға бутап ҡуйҙы. Көҙҙөң һуңғы көндәре ҡар-бурандары менән бергә баш ҡаланан йәнде өшөтөрлөк ҡара хәбәр алып килде—Фәрит ағай Бикбулатов мәрхүм булған...

Үткән йылдың көҙө бик бола килде: көтмәгәндә ер өҫтөн ап-аҡ итеп ҡар яуып һалды, йә, ямғырға әйләнеп, шул сафлыҡты ҡойоға бутап ҡуйҙы. Көҙҙөң һуңғы көндәре ҡар-бурандары менән бергә баш ҡаланан йәнде өшөтөрлөк ҡара хәбәр алып килде—Фәрит ағай Бикбулатов мәрхүм булған...
Фәрит ағайҙы мин үҙ ғүмеремдә өс-дүрт тапҡыр ғына күреп ҡалдым. Шул осрашыуҙарымдың иң тәүгеһе, малай ғына саҡтағыһы, күңелгә йылы булып хәтергә һеңеп ҡалған. Ҡыҙыҡ бит: беҙҙе, бер йылғаның һыуын эсеп, бер үк юлдан йөрөгән күрше генә ауыл кешеләрен, яҙмыш, ун саҡрымға тулыр-тулмаҫ Мәҡсүт-Ҡашҡар юлында ла, тау-ҡаяларҙы ярып аҡҡан һалҡын һыулы ағын Йылайыр буйында ла түгел, ә ҙур Башҡортостаныбыҙҙың бөтөнләй икенсе сигендә, мәғрүр ҡарағайҙар серен тыңлап тыныс ҡына аҡҡан Танып буйына килтереп осраштырыуына һаман да ғәжәпләнеп бөтә алмайым.
Беҙ, Өфө ҡалаһының 1-се һанлы интернат-мәктәбенең 9-сы класын тамамлаған бер нисә үҫмер,1968 йылдың йәйендә Краснокама районының Мәнәк исемле мари ауылы янында республикабыҙҙың билдәле археологы Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов етәкселегендәге эспедицияла ҡаҙыу эштәре менән булып йөрөйбөҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, Мәнәктә эш бөткән ине инде, беҙ өс көн элек үк Иҫәнғол яғына юлға сығырға тейеш инек. Тик бер төндө егеттәр машинаны ағасҡа төкөтөп ҡайттылар ҙа, көнө буйы кувалда менән туҡмай торғас, машинаны әҙәм күҙенә күренерлек хәлгә индерҙек. Шунан Нияз ағай бушамаҫ булып китте. Беҙ ҡара урманда һомғол ҡарағайҙар араһында бәшмәк йыябыҙ, кистәрен боҫрап ятҡан Танып йылғаһында, йәки түп-түңәрәк кенә төпһөҙ күлдәрҙә балыҡ ҡармаҡлайбыҙ. Әйҙә, шул осорҙа яҙып барған минең көндәлеккә күҙ һалайыҡ. Илле йылға яҡын элегерәк булған ваҡиғаларҙың күбеһе минең хәтерҙән юйылып та бара. Ә көндәлек алдашмай...
«10 август 1968 йыл.
Нияз Абдулхаҡ улы машинала Пшеничнюк (Анатолий Харитонович Пшеничнюк, 1936 йылғы, тарих фәндәре кандидаты, данлыҡлы Филлиповка ҡорғандарын ҡаҙған археолог) отрядына киткәйне, һуңлап ҡына ҡайтты. Улар менән машинала мөләйем аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, йоҡа ғына кәүҙәле, сөм-ҡара ҡуйы сәсле бик һылыу бер ағай ултырып килде. Киске бутҡа менән сәйҙән һуң (беҙ алмашлап үҙебеҙ бешерә инек), Танып буйлап йөрөп килгәс, был ағай беҙҙең малайҙар палаткаһы янына килде. Нияз ағай бында һинең яҡташтарың да бар тип, «төртөп» ебәргәндер тием, ул килеү менән беҙҙең ҡайһы яҡтан икәнлегебеҙҙе һораша башланы.
—Мин Йылайырҙан,—тим һылыу ағайҙың күҙенән ҡасыңҡырап.
—Һо-о-о, һин минең яҡташ бит,ҡайһы ауылдан?
—Ҡашҡар.
—Ҡашҡар? Кемдең улы?
—Әхмәровтың.
Уйлана биреп торҙо ла:
—Зәбихулла ағайҙыҡыһыңмы әллә?—тимәһенме! Үҙе күҙе менән мине тишеп инеп бара.
—Эйе,—тинем уңайһыҙланып ҡына.
—Һин бит минең уҡытыусыларымдың улы,—ағай ғәжәпләнеү ҡатыш ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
—Әсәйең мине беренселә уҡытты.Хәреф танырға Ынйы апай өйрәтте.Улай булғас,һин Юлай булаһыңдыр? Шулаймы?
Хәҙер инде ғәжәпләнеүемдең сиге юҡ.Эйе, минең Юлай исемле ағайым булған. Ошо хәл тураһында үҙем дә яңыраҡ кеше аша яҙа-йоҙа ғына ишетеп ҡалғайным. Уны был ағай ҡайҙан белә икән?
—Юҡ, ағай, 1949 йылғы Юлай исемле ағайым бәләкәй генә сағында ҡыҙылса менән ауырып үлеп ҡалған. Мин уның ҡустыһы—Фәрит булам.
—Бына һиңә! Беҙ аҙаштар ҙа икән!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндәлек ошо урында өҙөлә.«11 август» тип яҙып ҡуйғанмын да, онотҡанмын. Бүтән яҙыу юҡ. Шулай ҙа, йоҡоһоҙ төндәрҙә уйланып ята торғас, Фәрит ағай менән башты күтәреп ҡараһаң, кәпәс төшөрлөк ғорур ҡарағайҙарға, Танып эргәһендә хасил булған көҙгө кеүек зәңгәр күлдәргә һоҡланып оҙаҡ ҡына йөрөгәнебеҙ иҫкә төштө. Беҙгә Бөрйән районында бейек бер ҡая тау башында күмәкләп киноға төшөүҙәре тураһында иҫе китеп һөйләгәне хәтергә һеңеп ҡалған. Бейегәнме, йырлағанмы—билдәһеҙ, һорамағанмын. Тик ул ваҡытта Фәрит ағайҙы мин диктор ҙа, йырсы тип тә түгел, ә ябай бер ағай, яҡташым, атай-әсәйемдең уҡыусыһы ғына икәнлеген белә инем. Миңә—17, ә уға ике көн элек (8 августа) 32 йәш тулып үткән булған.
Тәүге осрашыуҙан һуң, тиҫтәләгән йылдар үтте. Минең институт тамамлап, Баймаҡтың Түбә руднигында эшләп йөрөгән сағым ине. Йәйге ялға тыуған ауылыма ҡайтҡанмын. Киске һалҡында ҡарындаштарым магнитофон әйләндерә, күкрәгенән һарҡып сыҡҡан тетрәндергес моңо менән йөрәкте өтөп бер ир йырлай. Аш әҙерләп йөрөгән әсәйем дә эшенән туҡтап,һушы китеп тыңлап тора икән.
—Кем йырлай ул?—тип һорай ғәжәпләнеп.
—Кем булһын, Фәрит ағай ҙа баһа! Мәҡсүттән. Бикбулатов.
—Ул нишләп йырлаһын? Бала саҡта йырламай ине ул. Апаһы Мәликә йырланы.
Шул ваҡытта ғына Фәрит ағай Бикбулатовтың йырсы икәнлеген белдек. Әсәйем Ҡашҡарҙа үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына Фәрит Бикбулатовты тыңлар өсөн генә барҙы,ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниңәлер ағайыбыҙ сәхнәгә сыҡманы. «Әллә Фәритте нығыраҡ һыйлап ташланылар инде, йырлағанын ишетергә генә барғайным»,— тип оҙаҡ ҡына онотҡансы һөйләнде.
Халыҡ телендә «Алыштырып булмаҫлыҡ кеше юҡ» тигән әйтем бар. «Юҡ шул, улай түгел шул. Алыштырғыһыҙ кешеләр ҙә була»,— тип ҡаршылаша күңел.
«Һағынғанда яуған ҡарға ҡара,
Аҡ бурандар булып мин яуам».
Был йөрәк өҙгөс йырҙы башҡалар ҙа йырлар, һис һүҙһеҙ йырлар. Ләкин замандаштарымдың күбеһе ошо йырҙы Фәрит Бикбулатовтыҡы, тик уныҡы ғына итеп ҡабул итер һәм һағыш менән иҫкә алыр тип уйлайым.
Беҙ һағындыҡ та инде һине, Фәрит ағай!
Фәрит Әхмәров.
Читайте нас: