

17-18 быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдары—ҙур ижтимағи-сәйәси күренеш, халыҡтар тарихында ғәҙәттән тыш әһәмиәтле ваҡиға. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарының батша хөкүмәте тарафынан боҙолоуы; башҡорт ерҙәрен баҫып алыу; һалым һәм йөкләмәләрҙең арта барыуы; көсләп суҡындырыу; батша чиновниктарының башбаштаҡлығы; башҡорттарҙың урындағы үҙидараһын ҡыҫыу—ихтилалдарҙың төп сәбәптәре. Башҡорт ихтилалдарын башлаусыларҙың төп көсө булып ябай аҫаба башҡорттар һәм башҡорт феодалдары торған.
Тарихта 1662-1664, 1681-1684, 1704-1711, 1735-1740, 1755-1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары аяуһыҙ эҙен ҡалдырған. Һуңғыһына арнап Темәстә, тарихи һәм мәҙәни үҙәктә ғилми-ғәмәли конференция уҙғарғайнылар. Уны ошо үҙәктең етәксеһе Әүәлбаев Марат Юлай улы ойошторҙо һәм үҙ сығышында тарихыбыҙға, туған телебеҙгә, еребеҙгә ҡарата битараф булмаусыларҙың барлығына шатланыуын белдерҙе. Был сарала бик күп мәғлүмәт бирелде, шуларға туҡталып китмәксемен.
Темәс ауылы биләмәһенә ҡараған Әмин ауылы Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан, 18 быуаттың 50-се йылдарында Нуғай даругаһы Бөрйән улыҫы Иҙрис ауылы башҡорттары тарафынан үҙ ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Ауылдың исеме беренсе башлап килеп ултырыусы Әмин Ҡолмырҙин хөрмәтенә бирелгән. Шулай уҡ Ташауыл тигән исеме лә булған, был Е.Е.Брагиндың таш сығарыу эштәре менән бәйле. 1866 йылда 28 хужалыҡта 231 кеше йәшәгән. Мәсет, күн заводы булған. 1900 йылда Орск мещандары Ивановтарҙың күн заводы теркәгән.
«Әмин ауылы тарихына ҡағылышлы халыҡ хәтерендә һаҡланып ҡалған легендалар. Әмин батыр тураһында уйланыуҙар» темаһы буйынса Марат Юлай улының сығышын тыңлағанда үҙебеҙҙе шул дәүергә күскән кеүек хис иттек.Үткән тарихыбыҙҙың халыҡ хәтеренән
юйылмауы, уны тыңлағандағы йөрәк әрнеүҙәре беҙҙең һәммәбеҙҙе лә бер милләт итеп ойоштора.
Тарих төпкөлөнә төшөп киткәндә, 1735 йылда Ырымбур казак сик һыҙығы ҡәлғәләре төҙөлә, рус власы йоғонтоһо көсәйә. Почта бәйләнеше өсөн Юлыҡ Ямы (Юлыҡ ауылы) булдырыла. Бөрйән улыҫы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Верхнеурал, Магнит, Йәнгел, Ҡыҙыл, Уртаҙым ҡәлғәләре ҡалҡып сыға. Улар ҡалмыҡ һәм ҡаҙаҡтарҙан һаҡлаһа, икенсе яҡтан, башҡорттарҙың хәл-торошон, эшмәкәрлеген контролдә тоторға булышлыҡ итә. Батшалыҡтың колониаль сәйәсәте, килешеү мөнәсәбәттәрен боҙоуы баш күтәреүҙәргә сәбәп була. Шул ваҡыттарҙан төбәктең тәбиғи байлыҡтарын күпләп үҙләштереү башлана. 1748 йылда—Преобрженск, 1751 йылда Кананикольск баҡыр иретеү заводтары төҙөлә, уларҙың хужалары килешеү шарттарын боҙа, урындағы халыҡты ҡыҫа.
1755-1756 йылдар ихтилалы Нуғай даруғаһының көньяҡ-көнсығыш улыҫтарын һәм Уҫы даруғаһының Ғәйнә улыҫын солғап ала. Сенаттың 1754 йылғы 16 мартындағы Указы яһаҡ тоҙҙо ҡаҙнанан һатып алыу менән алмаштырыла. Был иһә һалымды 5-6 тапҡыр арттырыуға килтерә. Яһаҡты былай алмаштырыуҙы башҡорттар үҙҙәренең нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән аҫабалыҡ хоҡуҡтарын бөтөрөү тип ҡабул итә. 1754 йылдың яҙында ихтилалға әҙерлек башлана. Башлаусылар булып Бөрйән улыҫынан старшиналар Бикбулат Арҡаев, Әлкәш Һөйөндөков, Бошман-Ҡыпсаҡ улыҫынан йөҙ баштары һәм башҡалар сығыш яһай. Уларҙы Нуғай даруғаһының көньяҡ-көнсығыш улыҫтары халҡы яҡлап сыға. Себер һәм Уҫы даруғалары башҡорттары менән бәйләнеш урынлаштырыла.
Бөрйәндәр ярҙам һорап Урта Йөҙ ҡаҙаҡтарына, шулай уҡ мулла Ғабдулла Ғәлиевкә (Батыршаға) көрәшкә ҡушылырға тәҡдим яһап мөрәжәғәт итәләр. Батырша төбәктең мосолман халҡына өндәмә яҙа. Ихтилалды башлау ваҡыты 1755 йыл 3 июль тип билдәләнә. Батыршаның өндәмәһе хәрәкәттең сәйәси программаһына әүерелә. Ләкин ихтилалды ойоштороусыларға үҙ ниәттәрен ғәмәлгә ашырырға яҙмай. 15 майҙа һис көтмәгәндә Йылан Этҡол менән Хоҙайбирҙе мулла, Әмин батыр етәкселегендә Бөрйән улыҫы халҡы күтәрелеп сыға. Тау-эҙләнеү партияһы етәксеһе Брагиндың ҡылған эштәре башҡорттар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра.
Төбәктә Ефим Брагин исеме менән бәйле тарих халыҡ хәтерендә ныҡ уйылып ҡалған. Ул 1753 йылдың яҙында был яҡтарға Петербургтан белгестәре, эшселәре, һалдаттары менән килеп төшә. Уны ҡаҙылма ер аҫты байлыҡтары күҙен ҡыҙҙыра. Ярҙам өсөн уның командаһына урындағы ер-һыу, тау-ташты белгән башҡорттар йәлеп ителә. Был тәңгәлдә Сураш Ҡолмырҙын менән Этҡол Айытҡужинға тиң ир-уҙамандар табылмай. Брагин түрәнең талабына ярашлы ул икәү командаға эшкә ялланалар. Брагин ҡаты кристаллдарҙан торған, минералогия фәнендә кварц һәм кремний тип аталған, диуарҙар төҙөлөшөндә, биҙәүҙә ҡулланылған аҡ таш ҡаҙҙыртҡан.
Урындағы халыҡты бушлай эшләтеп, аттары менән ташты алыҫтарға ташытып йонсотҡан. Тора-бара Брагин үҙен һарыҡтар араһындағы күк бүреләй тоя, бәйеле аҙа, әҙәпһеҙ ҡылыҡтарын күрһәтә, ҡатын-ҡыҙҙарға тейә башлай. Уның тәртипһеҙлектәренә ҡарата халыҡтың сыҙамлығы бөтә.
Сураш батыр Иҙрис ауылындағы өйөнә дуҫы Йылан Этҡолдо, ҡустыһы Әминде, Темәс Илекәевте, Ямаштан Хоҙайбирҙе мулланы, Аҡташ ауылынан йөҙ башы Исмәғил Айытҡоловты Брагинға ҡаршы сара күреү өсөн кәңәшмәгә йыя. Ошо йыйылышта уны дөмөктөрөүҙән башҡа сара ҡалманы, тигән ҡарарға киләләр һәм ант итеп, Ҡөръән үбеп һүҙ беркетәләр. Яһилды төбәп атыу Әмин менән Сурашҡа йөкмәтелә... Бына шулай башланып китә лә инде тарихтағы 1755-1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы.
Сарала тыуған яҡты өйрәнеүсе, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡортостандың ат-ҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткә-ре Бикмәтов Ирек Ниғәмәт улы «Йөҙ башы Исмәғил Айытҡолов—Әмин батырҙың көрәштәше» темаһына сығыш яһаны. Ул Брагин легендаһын һөйләп, докладсы Марат Әүәлбаевтың фекерҙәрен тулыландырҙы... Брагин һалдаттары, етәкселәренең һаман Талҡаҫтан ҡайтмағанын белгәс, уны эҙләп китәләр. Был ваҡытта, Талҡаҫ күленең көн яҡ ярында, Һаҡтау теҙмәһенең ҡуйы урман араһында уларҙы йөҙ башы Исмәғил үҙ яугирҙәре менән көтөп тора. Тегеләр күренеү менән, аңғармаҫтан, оран һалып, дошманға ябырылалар. Ҡайһыныһын уҡ менән, ҡайһыныһын һөңгө, суҡмар, ҡылыс менән дөмбәҫләйҙәр. Брагин һалдаттары һыҙма мылтыҡтарын яһап та өлгөрмәйҙәр. Хәҙер ул тауҙы «Исмәғил тауы» тип атай халыҡ. Бөгөн Мәмбәтҡолов Мөрит Мотаһар улының тәҡдиме менән шул тауға йөҙ башы Исмәғил Айытҡолов иҫтәлегенә стела ҡуйырға планлаштырыла.
Тыуған яҡты өйрәнеүсе, китаптар авторы Исрафилов Фрунзе Һиҙиәт улы үҙенең сығышында «Сураш батыр—Әмин батырҙың ағаһы, көрәштәше» тигән темаға туҡталды. Төп докладсы М.Ю.Әүәлбаев уның телмәрен тулыландырҙы: хәүефле эште, Брагинды, уның ярандарын юҡ итеүҙе уңышлы үтәгәс, был турала Бикбулат старшинаға еткерәләр. Исмәғил йәйләүендә йыйылышып, кәңәш ҡоралар: батша властары ебәрә торған караттарға ҡаршы торорлоҡ хәл булмау сәбәпле берҙән-бер юл—ҡасып ҡотолоу. Баш күтәреүселәрҙе ғаиләләре, мал-тыуары менән ҡыр-ҡаҙаҡтарға Яйыҡ йылғаһы аша оҙатырға, тигән ҡарар сығаралар һәм шулай эшләйҙәр ҙә. Ырымбурҙан килгән язалау командаһы халыҡты күпләп ҡулға ала. Күтәрелеш батша властары тарафынан аяуһыҙ баҫтырыла. Меңәрләгән башҡорт Яйыҡ йылғаһы аша сыҡҡанда ҡулға алына. Бер мең кеше үлтерелә. Йөҙ башы Исмәғил атаһы Айытҡол тархан менән Ырымбур төрмәһендә язалап үлтерелә. Исмәғилдең ауылы яндырыла. Басай исемле улы юл яҙҙырып Ирәндек аша күсеп яңы ауылды барлыҡҡа килтерә. Кесе улы Мәмбәтҡол Темәс ауылындағы туғандарына һыйына. Урындағы башҡорт старшиналары мишәрҙәр менән алмаштырыла. Улыҫ үҙәгендә Йылайыр ҡәлғәһенә нигеҙ һалына.
Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Мәжитов Айҙар Рәйес улы «Әмин батыр образы—халыҡ хәтерендә» темаһын һайлаған. Ул үткән быуаттарҙағы яҙмаларға (ревизские сказки) мөрәжәғәт итеүен, ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле мәғлүмәттәргә юлығыуы тураһында бәйән итте. Башҡорттар электән утлы ҡорал эшләй белгәндәр. Феррум-тимер Менделеев таблицаһындағы номеры Ҡәръән китабының шул уҡ һанлы, шул мәғәнәләге аяты менән тап килеүе юҡҡа түгелдер. Әмин батыр ҙа был турала белгән, ул оҫта тимерсе булып танылған. Брагин да был мәғлүмәттәр менән хәбәрҙар булған.
«Урамдағы берәй ташты алып ябай күҙ менән ҡараһаҡ та, уның составында төрлө химик элементтар бар икәнлеге көн кеүек асыҡ»,—тип Айҙар Рәйес улы таштар араһында үҙе тәжрибә яһап ҡараған тимер валсыҡтары йәбешкән магнитты күрһәтте. Музейҙа ремонт эштәре барышына ҡағылышлы мәғлүмәттәр бирҙе. Әмин ташының ҡайҙалыр булыуы һәм уны табыу зарурлығы, музейҙа урын алырға тейешлеге тураһында хәбәр итте.
Үтәбаев Фәйзулла Сәйетәхмәт улы, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе «Әмин ауылы янындағы таштар, уларҙың баһаһы» темаһына сығыш яһаны.
1773 йылда Пугачев ихтилалы башланғас, Сураш батыр, 62 йәшендә булыуына ҡарамаҫтан, ситтә тороп ҡалмай, уландары менән яуға сыға. Ырымбур ҡалаһына һөжүм итеү һәм ҡамау ваҡытында ҡаты яралана. Һауығып төҙәлерлек булмағас, уны арбаға тейәп, кесе улы Иҫәнбәт һәм уның бер яуҙаш иптәше оҙатыуында тыуған яғына алып ҡайтып китәләр. Ләкин юлда—Оло Һүрәм буйында, Бәләкәй Муйнаҡ ауылына яҡын ерҙә, Сураш батыр вафат була. Үҙенең васыяты буйынса, ҡайҙа үлә—шунда ерләнергә тейеш. Был ваҡиғаға 230 йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, уның вариҫтары шунда барып эҙләп, Сураш батырҙың ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған ҡәбер ташын табып, Иҫәнбәт ауылы зыяратыны алып ҡайтып ҡуялар. Иҙрис ауылының илһөйәр эҙәрмәне Фәйзулла Сәйетәхмәт улы бер төркөм ауылдаштары менән Бәләкәй Муйнаҡ ауылы эргәһендә башҡорт халҡының азатлығы өсөн ғүмерен биргән Сураш батыр ҡәберенә уға арналған Урал ташынан стела ултырта. Шул ауыл халҡын йыйып, ҡорбан салып, Сураш батырҙың рухына бағышлап аят уҡытып, табын ҡороп ҡайталар.
Фәйзулла Сәйетәхмәт улы Әмин батырҙың балта менән сапҡан ташы, уның Өфөлә булыуы, музейҙа нумерация үтеүе тураһында бәйән итте.
«Талҡаҫ-Иҫән-Тур» берлегенең етәксеһе Әүәлбаев Рәжәп Оморҙаҡ улы ғилми-ғәмәли конференция тураһында ыңғай фекерҙәрен еткерҙе һәм «Талҡаҫ-Иҫән-Тур» ойшмаһы менән бәйләнештә булырға саҡырҙы. Эйе, был сарала сығыштар, тәҡдимдәр, уйға һалыр фекерҙәр күп булды.
Әйткәндәй, сара һуңынан ремонт эштәре барған Темәс музейын ҡараныҡ, Исмәғил тауына күтәрелдек. Унан Талҡаҫ күле, Иҫән ауылы ус төбөндәгеләй күренә.
Ағас араларынан ҡыр кәзәләре сығып күренеп ҡалды.
Икенсе ҡалҡыулыҡта ҡуйылған стеланы ла барып ҡараныҡ. Бында һәр бер таш тарих һөйләгәндәй, һәр нәмә матур.
Был хозурлыҡ быуат-быуаттарға етһен ине!
Хазина Исҡужина,
йәмәғәт хәбәрсеһе.