– Был комиссия бик мөһим бурыс үтәй. Ваҡытында уны булдырып, яҡшы ҡарар ҡабул иттек. Комиссия халыҡты мыҫҡыл иткән намыҫһыҙ ойошмаларға ҡаршы көрәш маҡсатында булдырылды. Баймаҡ районында булғанда ҡатламлы таш сығарылған карьерҙы ҡараным, унда ҡаҙыу эштәре ҡырағайҙарса алып барыла ине. Әйткәндәй, халыҡ ошо нигеҙҙә үпкәһен белдерҙе бит. Унда ҡайһы бер ойошмалар Украинаның элекке премьер-министры урынбаҫарының ҡулы аҫтында эшләгән, аҡса сит илдәргә китеп торған, — тине республика Башлығы.
Радий Хәбиров ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссияға етәксе итеп йәнә Азат Бадранов тәғәйенләнеүе хаҡында һөйләне.
– Беҙ ошо комиссия ярҙамында «Таналыҡ», «Графское» һәм башҡа намыҫһыҙ ойошмаларҙың эшен контролгә алдыҡ. Әле суд ултырыштары бара. Шуны әйтергә кәрәк, улар барыһы ла тынысланды, беҙҙе тыңлап, экологик мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә әҙер булды. Ил хөкүмәтенән һорап, лицензиялар биреүгә мораторий индерҙек. Беҙ комиссияның эшен тамамламайбыҙ, уның мөмкинлектәре бик ҙур. Мин тағы ла Азат Бадрановтан комиссияны етәкләүен һораным, етмәһә, хәҙер ул республика Башлығы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара, вәкәләттәре ҙурыраҡ. Хәҙер Ҡармаҫҡалы районында ҡом ҡаҙыу эштәре бара, ҙур теләгем бар — ни тиһәң дә, ҡом кәрәк, әммә уны билдәләнгән күләмдән күберәк сығарыу тыйыла һәм йөк транспортына артығын тейәмәһендәр ине. Сөнки юлдарҙы боҙоп бөтәсәктәр. Комиссия йәнә ошондай ойошмаларҙы контролләйәсәк. Күп нәмәгә өлгәштек. Был эште артабан да дауам итергә кәрәк, тип иҫәпләйем, – тип билдәләне республика Башлығы.