Ниндәй генә финанс пирамидалары булманы?! 90-сы йылдарҙа "МММ", "Хопер-Инвест", "Властилина", "Рубин" бизнес-клубы, "Чара-банк" киң бидәле булһа, һуңғы йылдарҙа уларҙың исемлеге тағы артта төштө. Бынан 3-4 йыл элек "Финико" тип бөтә кеше шаулап алғайны. Хатта миллионлап аҡсаһын "яндырыусылар" булды. Улай ғына ла түгел, шул финанс пирамидаһы арҡаһында күптәр ғауғалашты, ғаиләһен тарҡатты, хатта кредитын түләй алмаҫ сиккә еткәс, үҙ-үҙенә ҡул һалды. Ошондай аяныслы хәбәрҙәр ишетелеп тороуға ҡарамаҫтан, замандаштарыбыҙ барыбер пирамидаларға ышана, һуңғы хәләл аҡсаһын алып барып тыға һәм уның күбәйеп, артып кире ҡайтырына ышана.
Ошо көндәрҙә генә хоҡуҡ һаҡлау органдары Башҡортостанда йәнә бер финанс пирамидаһының эҙенә төштө. Ул Club Exchange (Клуб Обмен) тип атала. Алдаҡ инвестиция проектына ҙур килем вәғәҙәләү юлы менән кеше йыйған егеткә—33 йәш. Ул әлеге клубҡа ингән һәм өҫтәге ойоштороусылар менән бергә юғары проценттар вәғәҙәләп, "валюта операциялары" башҡарған. Кешеләр ышанған, проектҡа аҡса индергән, ә ысынында улар бер ҡатлы кешеләр "иҫәбендә" һаҡланмаған.
Әлеге пирамиданы республикабыҙҙа ойоштороусы егет һаҡ аҫтына алынған. Тиҫтәләгән зыян күреүсе кеше асыҡланған. Башҡортостан буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары әлеге клубҡа аҡса индереп, аҡса юғалтыусылар исемлеген асыҡлауҙы дауам итә. Әгәр һеҙ ҙә ошо проекттан зыян күргән булһағыҙ, Эске эштәр министрлығының "ышаныс телефонына" хәбәр итегеҙ: 8 (347) 279-32-92.
Финанс пирамидаларының билдәләре:
Финанс пирамиданың төрҙәре: