Хәйбулла районында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса республика ведомство-ара комиссияһы эше барышында Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов урындағы халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлау, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү өсөн осрашыу үткәрҙе.
Осрашыуҙы асып, Азат Бадранов Хәйбулла районының әүҙем үҫешеүен билдәләне, шул иҫәптән тау-мәғдән сәнәғәте иҫәбенә лә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса муниципалитет урындағы бюджетты тулыландырыу йәһәтенән беренсе урынды алды — яҡынса 500 миллион һум. Республика етәкселегенең бурысы — законды һәм экологик нормаларҙы үтәү күҙлегенән балансты тәьмин итеү, эш урындары булдырған, һалым түләгән, яңы проекттарға инвестиция һалған бизнесҡа эшләргә һәм үҫешергә мөмкинлек биреү. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров район буйлап эш сәфәрҙәре барышында ошо турала күп тапҡыр әйткәне бар.
«Иҡтисад менән бер рәттән социаль инфраструктура үҫешһен, йәшәү сифаты яҡшырһын өсөн район халҡының мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу бик мөһим. Бер ай элек кенә Аҡъярҙа үткән комиссия ултырышында беҙ һеҙҙең менән Йәштәр йортон ремонтлау мәсьәләһен тикшерҙек. Айҙан ашыуыраҡ ваҡыт үтте, уны төҙөкләндереү өсөн аҡса табылды. Шуға күрә бөгөн йәнә бер нисә мәсьәлә буйынса һеҙҙең менән кәңәшләшергә йыйылдыҡ», – тине Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары.
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һүҙҙәренсә, Аҡъярҙа ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһының һуңғы ултырышынан һуң бер айҙан күберәк ваҡыт үтеп киткән, әммә ошо арала байтаҡ эш башҡарылған.
«Тәү сиратта был беҙҙең юлдар менән бәйле. Уҙған ултырыштан һуң Аҡъяр – Сибай юлын төҙөкләндереү, Яңы Ергән күперен йүнәтеү эштәре башланды. Шул саҡта уҡ тау-мәғдән предприятиелары ташыусылары менән юл эшмәкәрлеге талаптарын үтәү буйынса осрашыу үткәрергә ҡарар ителде. Осрашыу булды. Уның йомғаҡтары буйынса махсус чат булдырылды, унда беҙ төрлө мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итәбеҙ», – тине район етәксеһе.
Бында юлдарҙы ремонтлау, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү, йәштәрҙең ситкә китеүе, ФАП-тар һәм дарыуханалар асыу кеүек халыҡты борсоған һорауҙар яңғыраны. Шуларҙың береһе – Аҡъярҙа яңы Мәҙәниәт йорто һалыу. Уларҙың һүҙҙәренсә, Мәҙәниәт йорто сиҙәмде үҙләштереү осоронда уҡ төҙөлгән. Шул ваҡыттан алып ул техник яҡтан иҫкергән, өҫтәүенә ошондай ҙур район өсөн бик бәләкәй.
Урындағы халыҡ шулай уҡ Аҡъяр – Өфө маршруты өсөн уңайлы автобус бүлеүҙе һораны.
«Эштең һөҙөмтәһен халыҡ үҙҙәре күреп тора, – тип билдәләне Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған педагогы Ырыҫбикә Аллағолова. – Ыңғай үҙгәрештәр 2019 йылдан башланды. Быйыл йәй Подольскиҙа ауыл клубын асыу планлаштырыла. Таналыҡ йылғаһы аша Яңы Ергән күперен капиталь ремонтлау башланды, ялыуҙар күп килгән Сибай – Аҡъяр юлына ла техника ебәрелде. Башланғыс һалынды, был эш артабан да дауам итер тип өмөтләнәбеҙ».