Беҙҙең өй алдында ҙур күләүек була торғайны. Гагарин урамындағы иң ҙур күләүек. Башҡа йорт алдарында түгел бит, тап беҙҙең өй алдында. Шуға мин бераҙ маһая биреп тә йөрөйөм. Ә кәк же, башҡаларҙыҡы юҡ бит, ә минең үҙ күләүегем бар! Торғаны бер байлыҡ үҙенә күрә, целое состояние!
Ямғырҙарҙан һуң ул күләүек тағы ла ҙурайып, йәйелеп китә. Күләүек түгел, хаста күл инде. Гагарин урамының малай-шалайҙары шунда шап та шоп килеп йүгерешәбеҙ, һыу сәсрәтеп уйнайбыҙ, ҡағыҙ кәмә йөҙҙөрәбеҙ. Бындай ваҡытта ҡаҙ-өйрәктәргә урын ҡалмай. Улар Ғәлимә инәйҙәрҙең һарай артына теҙелешеп яталар ҙа, үҙ сираттарын көтәләр.
Беҙҙең шаярышҡанды ҡарарға ололар ҙа сығып ултыра, уларға ла ҡыҙыҡ. Төрткөләшәләр, мәрәкәләйҙәр. Гагарин урамы гөрләп тора бындай ваҡыттарҙа.
Беҙҙән ике өй аша йәшәгән Зәкәриә бабай барыһынан да уҙҙыра. Кеҫәһенән бәке сығара ла, тотона беҙҙе һөсләтергә.
– Бына, малайҙар, ҡарағыҙ әле, кем һыуға сума, шуға ун ике йәпле бәкемде бирәм. Йәгеҙ, кем беренсе. Ҡарағыҙ әле, ныу бәке шәәәәәп! Һабы ниндәй бит, һабы ниндәй, һөйәктән генә эшләнелгән. Кем сума, йә, кем беренсе?
Бәке, ысынлап та, шәп! Их, бирмәһә лә, тотоп ҡына ҡарарға рөхсәт итһен ине Зәкәриә бабай. Беҙ малайҙар менән кемуҙарҙан күләүеккә сумабыҙ, аунайбыҙ. Әсәйҙәр ҡысҡырыша.
– Эй, ошо Зәкәриә абзыйҙы, ҡоторта ла ултыра. Шәп булғас, ана, үҙең сум!
Бабайға уның һайын ҡыҙыҡ. Ул рәхәтләнеп көлә, уның һайын беҙҙе кәзекләй.
Дәәә, бар ине бит шәп саҡтар, саф саҡтар, эскерһеҙ саҡтар. Күрше-тирәләр ҙә шәп ине ул ваҡыттарҙа, күңелдәр ҙә киң, күләүектәр ҙә ҙур ине.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.