Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Май 2023, 15:45

"ЯРЛЫҠАУ"ҘЫ КҮРМӘЙ ҠАЛМАҒЫҘ!

Хәрби дисциплинаны боҙоп, төнөн бронотранспортерҙа һөйгән ҡыҙы Мария - Треза янына барып килгән йәш һалдатҡа соҡор ҡаҙып, шул соҡор янында атып та ҡуялар. Дезертир түгел һымаҡ та бит... Тик...Любомирҙы атырға фарманды уның фронтташ дуҫы Йәнтимер Байназаров бирергә тейеш... Уға ла еңел түгел.

"ЯРЛЫҠАУ"ҘЫ КҮРМӘЙ ҠАЛМАҒЫҘ!
"ЯРЛЫҠАУ"ҘЫ КҮРМӘЙ ҠАЛМАҒЫҘ!

Билдәле булыуынса, 4 майҙа “Ярлыҡау” хәрби драмаһы прокатҡа сыҡты. Фильм башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән. Премьера Мәскәүҙә, Өфөлә һәм Ҡазанда күрһәтелә. Әйткәндәй, “Ярлыҡау”ҙы 8 майҙан Сибай халҡы ла “Атмосфера” кинотеатрында ҡарай башланы.

Фильмдың режиссеры—беҙҙең яҡташыбыҙ, Хәйбулла районы егете Айнур Асҡаров. Беҙ уны “Һеңлекәш”, “Еңмеш”, “Өфөнән һөйөү менән”, “Өс таған”, “Буран” кинолары режиссеры булараҡ яҡшы беләбеҙ. Продюсерҙары иһә “Һеңлекәш” блокбастерын төшөргән Тимербулат Кәримов, Михаил Курбатов һәм Дмитрий Фикс.

“Ярлыҡау”ҙың сюжеты үҙәгендә--20 йәшлек сержант-танкист Любомир Зухтың тарихы. Йәш егет яҙмыш ҡушыуы буйынса төпкөл ауылға килеп эләккән испан коммунистарының ҡыҙы Мария-Терезаға ғашиҡ. Хәрби дисциплинаны боҙоп, Любомир төнөн бронотранспортерҙа ҡыҙ янына ашыға. Таң атыуға кире хәрби часҡа ҡайтһа ла, егеттең был ҡылығы дезертирлыҡҡа бәрәбәр була. “Бер яҡтан--мөхәббәткә сарсау, икенсенән--һуғыш. Беҙ һуғыштағы йәшлек, хис-тойғолар һәм бурыс, өлкәнәйеү, әхлаҡ һәм закон бәрелеше хаҡында бәйән итәбеҙ”,--ти режиссер Айнур Асҡаров.

Һуғыштағы дуҫтарҙың төп ролдәрен Александр Новиков, Николай Ғәлләмов Евгений Михеев башҡара. Любомир Зухтың һөйгән ҡыҙын йәш актриса-дебютант Йәмилә Мөҙәрисова уйнай. Фильмда шулай уҡ тәжрибәле артистар Гела Месхи, Юрий Лопарев, Александр Бухаров һәм Любовь Зайцева ҡатнаша.

Яҙыусының ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы әйтеүенсә, башҡорт һалдаты Йәнтимер Байназаров ролен башҡарған 22 йәшлек актёр Николай Ғәлләмов төҫ-ҡиәфәте менән Мостафа Сафа улын хәтерләтә. Мәскәүҙә йәшәгән актёрҙың тамырҙары, ысынлап та, Башҡортостандан икән. Ул Королёв ҡалаһында тыуһа ла, бала сағы Туймазыла йәшәгән өләсәһендә үткән, ә Мостай Кәримдең әҫәрҙәре менән мәктәптән үк таныш. Был--Николайҙың кинолағы дүртенсе роле. Ә Йәмилә Мөҙәрисова өсөн Мария Тереза роле — тәүгеһе. Фильмды төшөргән ваҡытта актёр ғаиләһендә тыуып үҫкән Өфө ҡыҙына 15 кенә йәш булған. Төп герой Любомир Зух ролен башҡарған 18 йәшлек Александр Новиковтың кинола эшләү тәжрибәһе бар, ул «Пищеблок», «Жиза» сериалдарындағы ролдәре менән билдәле.

Тетрәндергес тарихлы премьераны күреп ҡалырға ашығығыҙ!

Автор:Резеда Валиева