Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
20 Апрель 2023, 10:50

БАЛАЛАРҒА — БАЙРАМ

Сибай ҡалаһының Арҡайым мәсетендә балалар өсөн байрам сараһы үтте. Был Рамаҙан айының тамамланыуы уңайынан ойошторолдо.

БАЛАЛАРҒА — БАЙРАМ
БАЛАЛАРҒА — БАЙРАМ

Рамаҙан—бөйөк ай! Рамаҙан—мөбәрәк ай! Рамаҙан—изге ай! Рамаҙан айынан алты ай алда Алланан был айға тиклем йәшәргә ярҙам итеүен һорағандар, ә Рамаҙан айы тамамланғандан һуң алты ай буйына тоткан ураҙаларының һәм изге эштәренең ҡабул итеүен һорағандар. Был беҙгә мөбәрәк айҙың мөһимлеген күрһәтә. Рамаҙан — шулай уҡ балалар шатлығы айы, был изге ай үҫеп килгән быуынды ислам нигеҙҙәрен һәм йолаларын аңлауға йәлеп итеү өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек булып тора. Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһы Әбү Бәкр Әс-Сиддык мәсетендә балаларға Ураҙа байрамы үтте. Ойоштороусылар балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм бай программа әҙерләгән. Балаларға рухилыҡ үҫеш, Изге Рамаҙан айының әһәмиәте һәм дәрәжәһе тураһында танып белеү мәлдәрен индерәләр. Балалар өсөн Ҡөрьән сүрәләрен һәм аяттарын һөйләүселәр бәйгеһе, Рамаҙан тураһында шиғырҙар бәйгеһе үтте. Мәсет имамы Абдрахманов Юлай Зиннәт улы балаларға Рамаҙан айының тамамланыуы уңайынан ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Улар бөтәһенә лә һаулыҡ, тыныслыҡ, изгелек , мәрхәмәт, именлек, Аллаһы Тәғәләнең ярҙамын теләне. Балаларға бүләктәр тапшырылды. Балаларҙы байрам өҫтәлендә тәмле күстәнәстәр менән һыйланылар, әлхәмдүллилләәһ. Ә беҙгә шуны иҫтә тоторға кәрәк: балалар өлкәндәрҙең һүҙҙәрен түгел, ә уларҙың эштәрен оҡшата һәм улар беҙҙең кәйефте тоя. Әгәр өлкәндәр дини бурыстарын шатланып һәм дәртләнеп үтәһә, балалар үҙҙәре беҙгә оҡшарға һәм беҙҙең өлгөгә эйәрергә теләй. Раббыбыҙ балаларыбыҙҙың күңелдәренә иман бүләк итһен, беҙҙе ғәфү итһен һәм Уның ризалығына ирешергә насип әйләһен, Әмин!


Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина.

Автор:Резеда Валиева