АТАЙСАЛ
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
6 Апрель 2023, 10:00

ЕГЕТТӘРҘЕ ӘРМЕ КӨТӘ

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич БСТ каналына биргән интервьюһында Башҡортостандан яҡынса 5500 егет әрмегә саҡырыла тип белдерҙе. Улар бер йыл хеҙмәт итәсәк, махсус операцияға ебәрелмәй. Шулай уҡ хәрби комиссар үҙ теләге менән хәрби контракт төҙөүселәр һанының артыуын әйтте.

ЕГЕТТӘРҘЕ ӘРМЕ КӨТӘ
ЕГЕТТӘРҘЕ ӘРМЕ КӨТӘ

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич әйтеүенсә, хәрби хеҙмәткә саҡырыу 1 апрелдән 15 июлгә хәтлем дауам итә. Ошо арауыҡта Башҡортостандан яҡынса 5500 егет биленә һалдат ҡайышын тағасаҡ.

– Ғөмүмән, көҙгө саҡырылышмы, яҙғы саҡырылышмы, бында бер ниндәй ҙә үҙенсәлек юҡ. Ул планға ярашлы бара, Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә билдәләнгән стандарт срок буйынса үтәсәк, – тине Михаил Александрович. – Ысынлап та, хәрби хеҙмәткә саҡырылыш халыҡты ныҡ борсой. Рәттән хәрби хеҙмәткә ике саҡырылышта берәүҙе лә махсус хәрби операция барған урынға ебәрмәнеләр. Бының шулай дауам ителеренә киләсәктә лә тулыһынса ышанам һәм вәғәҙә бирәм, берәү ҙә ул тарафтарға оҙатылмаясаҡ. Шуға күрә лә был тәңгәлдә йәмәғәтселектә бер ниндәй ҙә шикләнеү ҙә, икеләнеү ҙә булырға тейеш түгел.

Михаил Блажевич һөйләүенсә, Башҡортостан егеттәре тотош Рәсәй территорияһында урынлашҡан ғәскәри частәргә оҙатыласаҡ. Улар Калининград ҡалаһынан алып Алыҫ Көнсығышҡа тиклем хеҙмәт итәсәк. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, улар бөтә төр ғәскәрҙәргә лә алынасаҡ. Ғорурлыҡ бит, хәрби-диңгеҙ флотынан алып мотоуҡсылар, артиллерия, танк подразделениеларына тиклем эләгеүҙәре бар. Бынан тыш, дөйөм һандың өстән бер өлөшө учебный частәргә барып, һөнәре буйынса белемен камиллаштырасаҡ, күнекмәләр үтәсәк.

Һуңғы йылдарҙа контракт нигеҙендә хеҙмәт итеүселәр бермә-бер артты. Әйтәйек, 18 йәше тулған егет бер йылға ил алдындағы бурысын үтәргә юллана, ти. Ә контракт хеҙмәтенә 19 йәштән 60 йәшкә тиклемгеләр алына.

Шуныһы, махсус хәрби операция биләмәһендәгеләр отпускыға ҡайта башланы. Контракт хеҙмәтенә эләгеүселәр Рәсәй Геройҙары Александр Доставалов, Миңлеғәле Шайморатов, шулай уҡ Салауат Юлаев исемендәге батальондарҙа хеҙмәт итә. Тап бына улар дуҫ-иштәренә, тиҫтерҙәренә хәрби хеҙмәте тураһында һөйләй, тәьҫораттары менән бүлешә, тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Ошо ла контракт хеҙмәтенә барырға теләүселәрҙең күбәйеүендә мөһим роль уйнағандыр. Теләк белдереүселәр күп булыу сәбәпле, республикабыҙҙа тағы ла подразделениелар төҙөлә. 

Контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн дүрт баҫҡысты үтеү зарур. Ул кешенең һаулығы яҡшы булырға тейеш, физик яҡтан әҙерлекле булыу шарт, йәше буйынса тап килеү мөһим һәм, әлбиттә, теләк кәрәк.

Әллә ни күп документтар йыйыу талап ителмәй йәки был эш мөмкин тиклем кәметелгән. Ғариза, медицина комиссияһы, хөкөм ителмәүе тураһында ҡағыҙ. 

Башҡортостанда контракт хеҙмәтенә һайлау пункттары булдырылған. Шуларҙың береһе – Өфө ҡалаһы, Революцион урам, 156 адресы буйынса урынлашҡан. Контракт хеҙмәтенә барыусылар күп булғас, Рәсәйҙең Оборона министрлығы һайлап алыу пункттарында хеҙмәткәрҙәрҙе, был эшкә яуаплы инструкторҙарҙы арттырырға ҡарар итте.

Билдәле, контракт хеҙмәте буйынса һайлап алыу пунктының филиалдары барлыҡҡа килде. Улар республикабыҙҙың ҡала һәм райондарындағы хәрби комиссариаттарҙа урын алған. Икенсе төрлө әйткәндә, теләк белдереүселәрҙең эшен күпкә еңеләйткәндәр, кемгәлер баш ҡалабыҙға йыраҡ райондан килеү мотлаҡ түгел. Барыһын да башта хәрби комиссариаттағы һайлау пунктында хәл итергә мөмкин.

Форсаттан файҙаланып, Рәсәй Оборона министрлығының телефондарын иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ – 117 һәм 122 телефон һандарын йыйып, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алырға була.

 

Автор:Илдар Акьюлов
 
Фото интернеттан.
 
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите.
Автор: