“Сибай сәсән йыйыны-2023”
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары сәсәндәренең тәүге төбәк конкурсы
ПОЛОЖЕНИЕҺЫ
I. Конкурсты ойоштороусылар:
1. Баймаҡ районының Сибай ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте.
2. Иҫке Сибай ауыл мәҙәниәт йорто.
3. Урындағы йәмәғәт ойошмалары.
II. Конкурстың маҡсаты һәм бурысы.
1. Халыҡ ижадын популярлаштырыу, сәсәндәр ижадын үҫтереү һәм таратыу.
2. Төбәк сәсәндәрен асыҡлау.
3. Һүҙ оҫталарының ижады менән танышыу.
III. Конкурс шарттары һәм уны үткәреү тәртибе.
Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары сәсәндәренең тәүге төбәк конкурсы мәшһүр Сибай сәсәндең тыуған ерендә – Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында 2023 йылдың 2 мартында “Айыҡ ауыл-2023” республика сараһы сиктәрендә үткәрелә.
Үткәреү тәртибе:
–конкусты тантаналы асыу;
–ҡатнашыусыларҙың сығыштары;
–йомғаҡлау;
–конкурс еңеүселәрен бүләкләү.
IV. Ҡатнашыусылар.
Конкурста 30 йәштән өлкән һүҙ оҫталары (сәсәндәр, ҡобайырсылар) ҡатнаша. Һәр ҡатнашыусы үҙе ижад иткән берәр әҫәр алып килә. Милли кейемдә булыу, сығышында диалект һүҙҙәр (урындағы һөйләш телен) ҡулланыу, милли музыка ҡоралдарына ҡушылып (тере тауыш йәки фонограмма) һөйләү хуплана. Сығыштар 10 минуттан артмаҫҡа тейеш.
Күрше өлкәләрҙә йәшәүсе һүҙ оҫталары ла ҡатнаша ала.
Ҡатнашыусылар 1 мартҡа тиклем +7 937 362 46 02 йәки +7 927 325 92 64 телефондарына шылтыратып, исем-шәрифен, ҡайһы райондан булыуын, һөйләнеләсәк әҫәренең атамаһын хәбәр итергә тейеш.
V. Еңеүселәрҙе бүләкләү:
Еңеүселәр дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнә. Төп приз, 1-се, 2-се, 3-сө урындар булдырыла. Ойоштороусыларҙың һәм бағымсыларҙың махсус приздары ҡаралған.
Баһалама төркөмө теге йәки был урынды бер кемгә лә бирмәү йәки бер урынды бер нисә кешегә биреү хоҡуғына эйә.
VI. Талаптар:
Баһалама төркөмө әҫәрҙең төп нөсхәлә булыуына, һөйләү һәм сәхнә оҫталығына, башҡарыусының үҙенә генә хас үҙенсәлеккә эйә булыуына ныҡлы иғтибар бирәсәк.
Баһалаусыларҙың ҡарары ҡайтанан ҡаралмай.
VII. Ойоштороусыларҙың адресы: Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ районы, Иҫке Сибай ауылы, Ленин урамы, 14
Бәйләнеш өсөн телефондар:
1) 8(34751) 4-43-35, Сибай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы.
2) 8(34751) 4-43-77 (факс) Эштәр идарасыһы
3) 8(937)3624602- Рәмов Мотал Зәкирйән улы
4) 8(927)3259264 –Һунаршина Миңнур Зәйнетдин ҡыҙы, Иҫке Сибай ауыл мәҙәниәт йорто мөдире (ватсабына яҙма рәүештә мөрәжәғәт итергә була йәки
[email protected] ошо почта адресына ебәрерга мөмкин)