АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
13 Декабрь 2022, 08:50

ИРТӘГӘ—БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ

14 декабрҙә шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ул башҡорт телен һәм милли башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә. Был байрам уңайынан республикала ниндәй саралар көтөлә?

ИРТӘГӘ—БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ
ИРТӘГӘ—БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ

Был аҙнала, 14 декабрҙә шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Ул башҡорт телен һәм милли башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә. Был байрам уңайынан республикала ниндәй саралар көтөлә? Улар тураһында Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов һөйләне.

Быйыл саралар аң-белем таратыуға йүнәлтелгән һәм улар халыҡтың бөтә төр  ҡатламдарына ярашлы киң билдәле майҙансыҡтарҙа үткәрелә. Муниципалитеттарҙа методик ҡулланмалар булдырылған, уларҙың барыһында ла планға ярашлы саралар уҙа, студенттар һәм уҡыусылар өсөн башҡорт теленә арналған дөйөм кисәләр үтәсәк. Йылдан-йыл Башҡорт теле көнөнөң географияһы киңәйә бара, саралар Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән алты төбәгендә уҙасаҡ.

– Өфөлә саралар Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана. Тантаналы шарттарҙа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға танытмалар тапшырыласаҡ, – тине ул. – Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен популярлаштырыу маҡсатында сараларҙа билдәле шәхестәр, блогерҙар, артистар, яҙыусылар һәм шағирҙар ҡатнашасаҡ. Район һәм ҡала башлыҡтарының башҡорт телендәге шиғри флешмобы традицияға әйләнер, тигән өмөттәбеҙ. Өфө урамдарында туған башҡорт теле тураһында билдәле шағир һәм яҙыусыларҙың цитаталары менән баннерҙар урын аласаҡ.

Илнур Илдар улы әйтеүенсә, был көндө Өфөнөң төрлө майҙансыҡтарында Рәми Ғариповтың шиғырҙары яңғыраясаҡ. Сауҙа үҙәктәрендәге фудкорт зоналарында сәғәт берҙән икегә тиклем  “Шиғри аш” флешмобы ойоштороласаҡ, унда актерҙар, студенттар, мәктәп уҡыусылары, блогерҙар шиғырҙар уҡыясаҡ.

“Мега” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә үтәсәк “Туған телем – башҡорт теле” концерт-акцияһы теләгән һәр кемде үҙенә саҡыра, ул үҙ эшен киске алтыла башлаясаҡ. Милли музей Археология һәм этнография музейы менән берлектә күргәҙмәләр һәм интерактив майҙансыҡтар әҙерләй.

Төп сараларҙың береһе – Милли музейҙа III “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталарының күргәҙмәһен асыу. Күргәҙмәлә 50 оҫтаның эштәре төрлө номинацияларҙа тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ күргәҙмә эшләгән осорҙа оҫталар тарафынан мастер-класстар үткәреләсәк.

– Башҡорт теле көнөндә Халыҡтар дуҫлығы йортоноң  барлыҡ филиалдарында төрлө субъекттарҙа йәшәгән башҡорттарҙың аутентик костюмдарына арналған видео-презентация күрһәтеләсәк, унда башҡорт теленең төрлө диалекттары ла сағыласаҡ, – тине министр урынбаҫары. – Был көндө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына йомғаҡ яһаясаҡ. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Ижади майҙан” ойошторасаҡ, ул биш мәҙәни-белем биреү майҙансыҡтарында барасаҡ.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды үткәргән “Минең Рәми” төбәк-ара шиғыр конкурсы 14 декабрҙә Гала-концерт менән тамамланасаҡ. Конкурста 800 кеше ҡатнашҡан, еңеүселәрҙе жюри финалда һайлап аласаҡ.

Республиканың мәғариф учреждениеларында олимпиадалар, конференциялар, төрлө уҡыуҙар уҙҙы, 14 декабрҙә республиканың бөтә мәғариф ойошмаларында “Башҡорт телен яратам!” исемле берҙәм дәрес үтәсәк. Башҡорт дәүләт педагогия университетында онлайн режимда Халыҡ-ара “Аҡмулла диктанты” акцияһы, ”Аҡмулла һүҙе” республика конкурсы ойошторола. Башҡорт теле көнө программаһын Милли йәштәр театрында “Аҡмулла” спектакленең премьераһы дауам итәсәк.

– Башҡорт теле көнө барлыҡ киң мәғлүмәт сараларында  яҡтыртыласаҡ. Теле-радио тарафынан Башҡорт теле көнөнә арналған роликтар, программалар, конкурс һәм тура эфирҙар планлаштырылған. “Китап” нәшриәтендә “Автограф көнө” һәм балалар китаптарының презентацияһы буласаҡ, – тине Илнур Илдар улы.  

Фото: museumrb.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2022-12-12/bash-ort-tele-k-n-bik-y-y-ly-t-s-k-3067637
Автор:Резеда Валиева