Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин үҙенең ТГ-каналында коллегаларына, уҡыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә мөрәжәғәт итте.
«Синоптиктар фаразы буйынса, республикала алдағы көндәрҙә һыуыҡ була. Уҡыусыларҙың, айырыуса башланғыс класта уҡығандарҙың ата-әсәләренә һауа температураһына иғтибар итергә кәрәк. 23 градус һалҡында — ауылда, 25 градуста ҡалала башланғыс класс уҡыусылары дәрес ҡалдыра ала. Һауа температураһы 25 градустан түбәнәйһә — ауылда, 27 градус һыуыҡта ҡалала 5-9 класс уҡыусылары өсөн дәрестәр булмай. Ауыл мәктәптәренең өлкән класс уҡыусыларына — 30, ҡаланыҡыларға иһә 32 градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.
Министр әйтеүенсә, кабинеттарҙа һауа температураһы, санитар нормалар буйынса, 18 градустан түбән булмаҫҡа тейеш.
фото:vokrugspb.ru