Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
23 Сентябрь 2020, 22:45

БӨРЙӘНДӘР БИКЛӘНДЕ...

Мәктәптәр дистанциялы уҡыуға күсерелә, баҙар ябыла...

Бөрйән районында коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штабының ҡарарына ярашлы, бөгөндән, йәғни 23 сентябрҙән, юғары әҙерлек режимы индерелде. Сирҙең артабан таралыуын сикләү, шулай уҡ граждандарҙың именлеген һаҡлау маҡсатында ике аҙнаға ҙур күләмле саралар үткәреү тыйылды, Иҫке Собханғол баҙары ябылды, район ойошмаларында граждандарҙы ҡабул итеү дистанциялы алымда һәм электрон форматта башҡарыла; мәктәптәр дистанциялы уҡыу алымына күсерелә; балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр генә эшләйәсәк
Был хаҡта район башлығы Ғәзиз Маннапов хәбәр итә. Ул шулай уҡ барыһының да вирустың таралыуы теркәлгән төбәктәргә сәфәрҙәрҙе кисектереп тороуын, мөмкин тиклем өйҙә ҡалыуын, паникаға бирелмәй, һаҡланыу сараларын теүәл үтәүен һорай.