Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
20 Июль 2020, 17:30

ЧУПАКАБРА ТҮГЕЛ, КӨҘӘН...

Социаль селтәрҙә Баймаҡ районы Яңғаҙы ауылында билдәһеҙ йәнлек 3 - 4 йорт ихатаһына инеп, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ себештәрен үлтереүен яҙҙылар. Бөгөнгө төндә генә 20-ләп өйрәк себешенең муйыны һығылған. Ҡан эсәр был йәнлек төрлө фараз уятҡан: бесәйме, этме, төлкөмө, чупакабрамы?Бер ай дауамында ауыл халҡының ҡош-ҡортон ҡырған йәнлек, беҙ уйлауыбыҙса, ул - көҙән.

Социаль селтәрҙә Баймаҡ районы Яңғаҙы ауылында билдәһеҙ йәнлек 3 - 4 йорт ихатаһына инеп, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ себештәрен үлтереүен яҙҙылар. Бөгөнгө төндә генә 20-ләп өйрәк себешенең муйыны һығылған. Ҡан эсәр был йәнлек төрлө фараз уятҡан: бесәйме, этме, төлкөмө, чупакабрамы?
Бер ай дауамында ауыл халҡының ҡош-ҡортон ҡырған йәнлек, беҙ уйлауыбыҙса, ул - көҙән.
Көҙән (лат. Mustela, рус. Хорёк) — Һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған, йомшаҡ оҙон йөнлө, затлы тиреле йыртҡыс йәнлек.
3 төрө Евразияла һәм Көньяҡ Америкала, 2 төрө Рәсәйҙә таралған. Кәүҙәһенең өҙонлоғо 35-40 см. Тышҡы ҡиәфәте менән ҡара көҙән шәшке һымаҡ йәнлектәргә оҡшаған. Тик уның аяҡтары күпкә оҙонораҡ. Ҡабарып торған йомшаҡ тиреһенең төҫө ҡара-көрән. Мороно һорғолт-аҡ төҫтә. Күҙҙәре араһында аҡ тап бар.
Ҡуйы булмаған ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа йәшәй. Бик яҡшы йөҙөүсе булһала, ҡоро ерҙә йәшәй. Ваҡ кимереүселәр, тәлмәрйендәр һәм балыҡтар менән туҡлана. Ҡайсаҡ ҡуяндарға ла һөжүм итә. «Туйҙары» яҙ башлана. Апрель-май айҙарында бер юлы 4-6 бала тыуҙыра.
Ҡош аҫраусылар йыш ҡына иртән тороуҙарына үле ҡоштарын күрә: баштары өҙөлгән, тәпәйҙәре кимерелгән, ҡаны эселгән... Һеҙҙең дә себештәр менән ошо хәл булған икән, тимәк һеҙгә көҙән "ҡунаҡҡа" килеп киткән. Эйе, ҡарап тороуға матур ғына күренгән йәнлек бына шундай хәүеф тыуҙыра. Әйткәндәй, көҙән һеҙҙең һарайға бер юл белеп алһа, бөтә ҡошоғоҙҙоң "башына етмәйенсә" тынысланмай. Шуға ла тәүге ҡорбанды күргәс тә һаҡланыу саралары уйлай башлағыҙ.
Көҙән "һунарға" төнөн йөрөй. Нисек уны ҡарауыллап эләктерегә һәм үҙеңә зыян алмаҫҡа һуң?
Ике ысул бар: йәнлек өҫтөнә ауыр бәлтә йә плащ ташлағыҙ ҙа, эткесләп, төркөсләп йомарлап алғас, берәй урынға бикләгеҙ. Йә иһә ҡалын бирсәткә кейергә һәм ҡул менән тоторға. Тешләшә икән, танауын баҫып, ауыҙын асҡанда теш араһына ағас киҫәге ҡыҫтырырға. Тотолған йәнлекте ҡырға алып барып тәбиғәттә ҡалдырырға мөмикн. Үлтерергә лә була, тик кәңәш итмәйбеҙ...
Ҡапҡан ҡуйырға уйлаһағыҙ, ул ҡапҡанда ҡалған кеше еҫен тоясаҡ. Был осраҡта ҡайнаған эзбиз менән эшкәртергә һәм сепрәк бейәләй, бирсәткә менән тәғәйен урынға ҡуйырға була, йә иһә тоҙаҡҡа тиҙәк һыларға мөмкин. Уны ылыҡтырыу өсөн ҡош ҡаурыйҙарын ҡапҡан янына һалырға. Шулай уҡ үле тауыҡты биҙрә эсенә тығып, уның тирәләй ҡапҡан ҡуйырға йәки ҡапҡан тапҡырына өҫкә үле тауыҡты элергә була. Тик, эт, бесәйегеҙ эләгеп ҡуймаһын, һаҡ булығыҙ.
Көҙән - бик аҡыллы, хәйләкәр. Тәжрибәле булһа, ҡапҡанға эләкмәүе лә ихтимал. Шуға унан ҡотолоу өсөн тауыҡ кетәген рәтләргә, тишек-тошоғон ҡапларға тура килер. Серек таҡталарығыҙҙы алмаштырығыҙ. Тимер сетканы 50 см тәрәнгәрәк төшөрөп ҡуйыу ҙа ҡамасауламаҫ. Һарай стеналарын дегет менән һылап сығыу, кәзә тиреһен элеү ҙә уны ҡурҡытыр, сөнки был еҫтәрҙе яратмай. Тауыҡ кетәге ишеген төнгә ябырға онотмағыҙ.
Яңы тауыҡ кетәге эшләр булһағыҙ, нигеҙен бетон менән эшләгеҙ, ныҡ булһын. Уның яны таҙа, асыҡ булһын. "Саҡырылмаған ҡунаҡ" таҡта, бүрәнә, түмәр артына йәшенерлек булмаһын.