Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алғандан һуң ғаиләләрҙең күп төрлө булыуы билдәле булды. Улар араһында бер үҙҙәре балалар тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, бер нисә быуын вәкилдәре (балалар, ата-әсә, олатай-өләсәй) бергә йәшәгәндәр ҙә бар.
2010 йылда уҙғарылған халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса Рәсәйҙә 16 йәштән өлкәндәр 119,7 млн. кеше иҫәпләнгән: уларҙың 65,5 миллионы - ҡатын-ҡыҙ, 54,2 миллионы - ир-ат. 2010 йылда 33,2 миллион ир-егет һәм 10,8 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән һәм гражданлыҡ никахында йәшәгән. 13,2 млн. кеше бөтөнләй никахта булмаған. Рәсми рәүештә айырылышыусылар 4 миллион булһа, айырым йәшәүселәр һаны 7,6 миллионға еткән.
2021 йылда бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ҡағыҙында никах торошо 6 категорияға бүленеп билдәләнгән:
- рәсми рәүештә никахҡа теркәлгән;
- гражданлыҡ никахында йәшәгән;
- рәсми рәүештә айырылған;
- бер ҡасан дә никахлашмаған.
Шуныһы ҡыҙыҡ, гражданлыҡ никахында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен кейәүҙә, а бына ир-аттар, киреһенсә, ирекле тип һанай икән. Һуңғы йылдарҙа рәсмиләштерелгән никах һандары күпкә кәмегәнлеге күҙәтелә. Шулай ҙа рәсми рәүештә теркәлеүселәр менән гражданлыҡ никахында йәшәүселәрҙе сағыштырғанда - тәүгеһе күберәк.