Ямғырға бәйле бик ҡыҙыҡ факттар ҙа бар. Һеҙ шуны беләһегеҙме? Мәҫәлән, Ер йөҙөндә һәр миллион кешенең береһе ямғырға булған аллергиянан яфалана. Әммә беҙ бөгөн уның зыяны түгел, ә файҙаһы хаҡында һөйләргә теләйбеҙ.
Әлбиттә, ямғырһыҙ йәшәүе ай-һай... Ул булмағанда нисек ҡыйын булыуын беҙ, Урал аръяғы халҡы, күптән беләбеҙ инде. Ҡоролоҡ теңкәбеҙгә генә тейеп бөттө бит инде, хәлде алды...
Ә бына файҙаһы... Тәбиғәткә бик кәрәк, эйе. Шул тәбиғәткә бөтә булмышыбыҙ, көнкүрешебеҙ бәйле. Быларын яҙып тормайым. Маҡсатым--ҡыҙыҡлы 5 фактҡа ғына туҡталыу...
1. Күләүек кисеп, ямғырҙа йөрөргә кәрәкме? Әлбиттә! Ул сәсебеҙгә, тән тиреһенә яҡшы тәьҫир итә.
2. Ямғыр тамсыларының туҡ-туҡ килгән тауышы тынысландыра. Бигерәк тә йөрәк сире менән яфаланыусыларға файҙалы, мускулдар көсөргәнешен ала. Тауыш терапияһы тигәнде иҫегеҙгә төшөрөгөҙ.
3. Ямғыр еҫе нервы системаларын тынысландыра. Ниндәй еҫ һуң ул? Ул--азон еҫе, эфир майҙары еҫе (эҫелә үҫемлектәрҙән бүленә, ямғырҙа һауаға тарала), тупраҡта актиномицет бактериялары ярҙамы менән барлыҡҡа килгән матдәләр еҫе.
4. Ямғыр һауаны таҙарта. Тын алыу еңелләшә. Әгәр һин йәшәгән ерҙә экология насар, йә иһә оҙаҡ ваҡыт ҡоролоҡ торған икән, ямғыр мәлендә түгел, ә ямғыр тымып, һыуы ергә һеңә башлағас ҡына саф һауаға сығырға тәҡдим ителә.
5. Йәйге йылы ямғыр аҫтында йөрөү тән күҙәнәктәрен аса, тән тын ала. Әкрен генә яуған ямғыр аҫтында йөрөү--баланың иммунитетын күтәреүгә лә булышлыҡ итер.
Әлбиттә, боронғолар ямғырҙың файҙаһын күп күргән, уның менән сәсен дә йыуған, шунда ашарға ла бешергән. Әммә хәҙерге экология шарттарында уның кеше организмына ҡарата файҙаһы бик шикләндерә.... Ямғыр менән бергә завод-фабрикаларҙан һауаға таралған бысраҡ та яуыуы ихтимал....
Шулай ҙа, ямғыр кәрәк беҙгә! Тәбиәғәткә кәрәк! Яуһын әйҙә!