Ибн Ғүмәр бәйән иткән: "Пәйғәмбәр (саллә-лләһү ғәләйһи үә сәлләм) һәр мосолманға - йәш булһынмы-ҡартмы, ирме-ҡатынмы, иреклеме-ҡолмо - фытыр саҙаҡаһы рәүешендә бер сағ хөрмә (финик) йәки бер сағ арпа биреү бурысы һалды».
Нимә ул сағ? Сағ (ғәр.صاع) — был 4 ҡуш ус бөртөклө күләме.
Фытыр саҙаҡаһы- (Зәкәт әл-фитр) - (ғәр. زكاة الفطر — ураҙа саҙаҡаһы) — Рамаҙан айы аҙағында, йәки Ураҙа байрамы башланғанса фәҡирҙәргә, меҫкендәргә бирелә торған вәжиб саҙаҡа . Уны түләү барса хәлле мосолмандар өсөн дә мотлаҡ.
Ғаилә башлығы үҙ ҡарауында булған барлыҡ ғаилә ағзалары өсөн зәкәт бирә. Әгәр сабый рамаҙан айының һуңғы көнөндә ҡояш байығас тыуһа, уның өсөн фытыр түләнмәй. Бынан тыш кеше мосолман булмаһа ла, үҙенең ҡул аҫтындағы (аҫрауындағы) мосолмандар өсөн (атаһы, балалары, хеҙмәтселәре һ.б.) фытыр түләргә бурыслы.
Фытырҙы Ғәйеткә ҡалдырыу мәкруһ була, уға хәтлем биреп ҡуйыу хәйерле.
Фытыр саҙаҡаһы ураҙа айында ебәрелгән хата-яҙыҡтарҙы ярлыҡатыу (кәфәрра), шулай уҡ ярлы-ябағаны Ураҙа байрамында башҡалар менән тигеҙ байрам иттереү маҡсаты менән бирелә.
Фытыр мәсеттә зәкәт йыйыусы вәкилгә бирелә ала, шулай уҡ мохтаждарға бирелә.