Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Ноябрь 2019, 09:41

Е витамины һеҙгә етәме?

Кеше үҙен яҡшы тойһон өсөн рационда Е витамины мотлаҡ булырға тейеш. Уның күп булыуы мөһим түгел, әммә әҙ генә етмәһә лә организмда етди үҙгәрештәр күҙәтелә.

Кеше үҙен яҡшы тойһон өсөн рационда Е витамины мотлаҡ булырға тейеш. Уның күп булыуы мөһим түгел, әммә әҙ генә етмәһә лә организмда етди үҙгәрештәр күҙәтелә.
Ул антиоксидант функцияһын үтәй, күҙәнәк ҡатламын һаҡлай, эндокрин системаһын көйләй. Е витаминында матурлыҡ һәм йәшлек серен табырға була, сөнки ул тире торошона яҡшы тәьҫир итә. Был кәрәкле матдәгә мохтажлыҡ организмдың төрлө системаһының дөрөҫ эшләүенә тотҡарлыҡ бирә. Е витамины етмәһә, эритроциттар, организмды кислород менән “һуғарыусы” күҙәнәктәр “үлә”. Анемия барлыҡҡа килә, ҡан баҫымы түбәнәйә, тире төҫө үҙгәрә, кеше тиҙ арый, көйһөҙләнә, түлһеҙлеккә килтереүе мөмкин. Иммун системаһы ла ҡаҡшай, ҡул тиреһе боҙола (ҡыҙара, һыҙырыла), күҙ тиҙ арый. Әлбиттә, был симптомдарҙың барыһы ла нәҡ ошо витамин етмәүҙән тип әйтеп булмай, сөнки экологияның да, йыш стресс кисереү ҙә, дөрөҫ туҡланмау ҙа, көн режимын тотмау ҙа тәьҫир итеүе ихтимал. Шуға ла табипҡа күренеү мотлаҡ. Ә ысынлап Е витамины етмәһә, уға бай аҙыҡ-түлекте ҡулланырға тәҡдим итер инек. Улар—миндаль, фундук, авокадо, көнбағыш майы, дөгө, курага, әфлисун һәм кишер һуты, татлы картуф, брокколи.
*Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Читайте нас: