Йыл башынан алып республикала дистанцион мутлашыуҙар һаны артҡандан-арта. Таяҡтың башы икәү, тиҙәр. Был интернетҡа ла ҡағыла. Бер яҡтан, ул—шәп аралашыу сараһы. Икенсе яҡтан, уның ярҙамында яуыз уйлылар бер нисә минут эсендә кеҫәгеҙҙе таҡырайта ала. “Бөгөн күбеһе интернет аша ғына хеҙмәтләндереү яҡлы. Шулай ҙа ҙур суммалар менән бәйле мәсьәләләрҙе урында—банктарҙа, йә һатыу нөктәләрендә хәл итергә кәңәш итәбеҙ,”—ти Эске эштәр министрлығының дөйөм енәйәти мутлашыуҙарҙы һәм телекоммуникацион технологиялар ярҙамында урлашыуҙарҙы тикшереү бүлеге начальнигы Азат Тимерйәнов. Уның әйтеүенсә, банк хеҙмәткәре булып шылтыратыу һәм популяр сайттарҙағы иғландар аша алдашыу—иң киң таралған мутлашыу схемалары.
—Мутлашыусылар банктың хәүефһеҙлек хеҙмәткәре булып шылтырата ла, клиенттың картаһы аша шикле операция башҡарылыуы хаҡында хәбәр итә—тип һүҙен дауам итә әңгәмәсебеҙ.—Артабан картаның номерын һәм артҡы яғындағы һандарҙы әйтергә ҡушалар. Унан һуң ҡорбан телефонына килгән СМС-тағы паролде әйтергә тейеш була. Шул уҡ СМС-хәбәрҙә клиентҡа паролде хатта банк хеҙмәткәрҙәренә лә хәбәр итмәҫкә ҡушыла! Әммә кеше иҫкәртеүҙәргә иғтибар итмәй һәм шунда уҡ иҫәбенән бөтә аҡсаһы юҡҡа сыға.
Күптән түгел генә Өфө ҡалаһында йәшәүсенең банк картаһынан ошондай юл менән 400 мең һум аҡсаһын урланылар. Мутлашыусаларҙың ҡармағына кесе һәм урта йәштәрҙәге банк хеҙмәте менән әүҙем ҡулланыусы кешеләр эләгә.
Мутлашыусыларҙың ҡайһы берҙәре теләһә ҡайһы номерға шылтыратып, ҡорбанын эҙләй. Ә икенселәре нисектер клиент базаһын һәм йөҙәрләгән кешенең персональ мәғлүмәттәрен ҡулына төшөрә. Шуға күрә кемдер шылтыратып исемегеҙ һәм атайығыҙҙың исеме менән өндәшә икән, уға бар йәшерен мәғлүмәттәрҙе асып һалырға кәрәкмәй.
Шик килеп тыуғас та, һөйләшеүҙе туҡтатырға һәм картаның артҡы яғында күрһәтелгән банктың ҡайнар линияһы номерын йыйырға кәрәк. Әле генә һөйләшкән номерға ла кире шылтыратып ҡарағыҙ. Мутлашыусылар булһа, абонент яуап бирмәйәсәк. Шундай ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәп, үҙеңде күңелһеҙ хәл-дәрҙән һаҡлап алып ҡалырға мөмкин.
—Беренсе ысул—интернет-ресурсҡа нимәлер һа-тыу тураһында иғлан ҡуйған потенциаль ҡорбанға шылтыраталар ҙа, карта номерын һорайҙар. Йәнәһе лә “әйбер бик оҡшаған, уны юғалтмаҫ өсөн, хаҡын алдан түләп ҡуйырға теләйҙәр”,—тип һөйләүен дауам итә Азат Тимерйәнов.—Артабан хәл бер үк юҫыҡта дауам итә: банк картаһының номерын, кодын һәм бер тапҡыр ебәрелә торған паролде һорайҙар.
Икенсе ысул—мутлашыусылар үҙҙәре, иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн, бик арзан хаҡҡа әйбер һатырға ҡуя. Ҡағиҙә булараҡ, һатып алыусы, уңайлы тәҡдимде ҡулдан ысҡындырмайым тип, алдан хаҡ түләп ҡуйырға риза була. Һөҙөмтәлә, әйбер ҙә юҡ, аҡса ла. Мутлашыусыларға кире шылтыратып булмаясаҡ, сөнки зыян күреүсенең номеры шунда уҡ ҡара битләүгә оҙатыла.
Әйткәндәй, арзан хаҡҡа тауар тәҡдим итеүсе сайттарҙың да тоҙаҡ ҡына булыуы мөмкин. Унда “текә” белгестәр эшләй. Улар ялған сайт булдыра, уны юридик яҡтан теркәй, шылтыратыусыларға яуап бирерҙәй кешеләр туплай. Йәғни, уларҙан ҙур кимәлдәге сис-теманы яйға һалыу талап ителә. Ҡағиҙә булараҡ, эҙҙәрен виртуаль шәхси селтәрҙәр ярҙамында юялар. Интернет-магазиндарҙың адрестары Рәсәй менән хоҡуҡи хеҙмәттәшлек тураһында килешеүе булмаған илдәрҙә теркәлә. Аҡсаларҙың да ҡайҙа күсерелеүен белеп булмай. Йә иһә улар һанлы валюта—биткоинда—күсерелә. Иң тәүҙә легаль булмаған юлдар аша ҡорал һатыусылар, экстремистар һәм наркотиктар менән сауҙа итеүселәр криптовалюта ярҙамында аҡса ағымын йәшерә башлаған ине. Хәҙер инде мутлашыусылар ҙа ошо алымды ҡуллана.
Әйткәндәй, телефонға шылтыратыуҙар ҡабул итеү кеүек өҫтәлмә аҡса эшләү ысулы бик ышаныслы түгел, уны хәүефһеҙ тип әйтеп булмай. Был схема мутлашыусылар менән бәйле була ҡалһа, хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшмәкәрлегегеҙ менән ҡыҙыҡһына башлауы ихтимал. Ул сағында был эшкә ҡыҫылышығыҙ булмауын иҫбатларға тура киләсәк. Юғиһә, енәйәт өсөн яуап бирергә мәжбүр итеүҙәре бар.
Быға тиклем биржала уйнау тураһында ла һөйләп үткән инек. Унда уңышҡа өлгәшер өсөн иҡтисади белемең һәм күп йыллыҡ тәжрибәң булырға тейеш. Мутлашыусылар был өлкәне лә күҙ уңынан ысҡындырмаған. Биржа уйындарының демоверсиялары (сикле, бушлай) бар. Ябай тел менән әйткәндә, интернет-уйынсыҡтар. Ҡорбан биржала уйнайым тип уйлай. Ысынында, уларҙың ысынбарлыҡҡа бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. Әммә кеше тир түгеп тапҡан ысын аҡсаһын юғалта.
Бәйләнешле мутлашыу ҙа камиллаша. Иҫегеҙгә төшөрәм: был осраҡта күберәк оло быуын кешеләре ҡорбанға әйләнә. Енәйәтселәр өйҙәренә газовик, электрик, һыу үткәреүсе, социаль хеҙмәткәрҙәр, арзанлы тауар һатыусылар һәм хатта боҙомдан арындырыусылар булып та килә. Бәхеткә күрә, бөгөн улар бик күп түгел. Әммә ундай енәйәттәр, ғәҙәттә, резонанслы була. Ҡартлыҡтары арҡаһында зыян күреүсе әбейҙәр һәм бабайҙар мутлашыусыларҙы тиҙ генә танып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына кәрәкле мәғлүмәтте еткерә алмай. Шуға күрә уларҙың йәшерәк туғандарына мөрәжәғәт итәбеҙ: олоғайған яҡындарығыҙҙы яуыз уйлыларҙан ҡурсалағыҙ.
Хәбәр итеүебеҙсә, мутлашыусылар фатирҙар буйлап йөрөп, пенсионерҙарҙы газ анализаторҙарын һәм янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролмаларҙы күпкә юғарыраҡ хаҡҡа урынлаштырырға мәжбүр итә. Хәҙер улар шул уҡ адрестар буйынса икенсе тапҡыр барып, хужаларға бынан бер йәки ике йыл элек ҡуйылған ҡоролмаларын алыштырырға кәрәклеген иҫбатлай. Бының өсөн сифаты насар, файҙаланыу ваҡыты үткән, эшлектән сыҡҡан кеүек төрлө сәбәптәр табыла.
Күптән түгел хеҙмәттәшебеҙ зыян күреүсе әбейҙең ғаризаһы буйынса барҙы. Уның өйөндә был ҡоролмалар ниндәйҙер бер штаб-фатирҙағы кеүек урынлаштырылған. Шкафын-дағы ике целлофанлы тоҡ та шулар менән тулы. Күрәһең, әбей бөтә аҡсаһын шуға ғына тыҡҡан. Оло быуын кешеләре ышанып барыусан, уларҙы еңел генә ҡурҡытып алырға була. Йәнәһе лә, ҡоролмаларҙы ҡуймаһағыҙ, газ һәм янғын хеҙмәте тикшереп, штраф һала. Уның араһында аҡсаларын да урлайҙар, йә сдачаны ялған аҡса менән ҡайтарып бирәләр.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: таныш булмаған кешене фатирығыҙға үткәрерҙән алда, уның фамилияһын, вазифаһын һорашырға кәрәк. Шунда уҡ газ йәки янғын хеҙмәтенә шылтыратып, фәлән белгесте һеҙгә ебәреүҙәрен асыҡлағыҙ.
Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылда рес-публикала мутлашыуҙарҙың һаны артыуы күҙәтелә. Һигеҙ ай эсендә 3800 факт теркәлгән. Был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 30 процентҡа күберәк. Нигеҙҙә барыһы ла дистанцион енәйәт—1288-ҙе интернет аша (+264), 950-һе—телефондан (+540).
Бәйләнешле мутлашыуҙар һаны (газовик, һыу үткәреүсе, социаль хеҙмәткәр булып)—44. Былтырғы йылдан 4 фактҡа күберәк.
(“Республика Башкортостан” гәзите №116).