Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
23 Октябрь 2019, 17:44

Хәҙистәрҙә ахырызаман билдәләре

* Фетнә бер өйгә инер, тәжрибәһеҙ йәштәрҙең башына үтер. * Ололар мәрхәмәтһеҙ, ә кеселәр хөрмәтһеҙ булырҙар, балаларҙы тәрбиәләү көсөктәрҙе тәрбиәләүҙән дә ҡыйынлашыр. * Манаралар күбәйәсәк, мәсеттәр биҙәлеп-зиннәтләнерҙәр һәм эстәренән ҡаты ауаздар килер. * Ауылдағылар ҡалаларға ағылып-ағылып килерҙәр һәм исемдәре билдәһеҙ булған һыйыр ҡараусылар йорт төҙөүҙә бер-береһе менән ярышҡа керешеп китерҙәр.

* Инсандарҙың башына шундай бер заман килер, араларында риба ашамағандары ҡалмайҙыр, әгәр ашамаһа — яза бирелә.
* Әҙәм балаһына сауҙа итеү, артымға аҡса биреү арталыр, хәләл-хәрәм онотолор. “Аҡса ҡайҙан булһа ла килһен”, — тиелер.
* Күптәр аҙ ғына донъя өсөн динен фида итерҙәр.
* Хәйләһеҙ эш башҡарып булмаҫ, һатыусылар һәм яҙыусылар күбәйеп, ҡәләм мул булыр.
* Яҡынлыҡ ептәре өҙөләлер һәм фәҡәт таныштарға ғына сәләм бирелә.
* Иманды күңелдә һаҡлау — утлы күмерҙе ҡулда тотоп торған кеүек ҡыйын буласаҡ.
* Мөьмин иртәнсәк кафыр булып торор йәки уның киреһе...
* Фетнә бер өйгә инер, тәжрибәһеҙ йәштәрҙең башына үтер.
* Өс нәмә ҡыйынлашыр: хәләл аҡса, ғәмәлдәге сөннәт һәм йәндән яҡын бер дуҫ.
* Кеше ҡатынына итәғәт итеп, әсәһенә ҡарышыр һәм, иптәшенә яҡынайып атаһынан алыҫлашыр.
* Күңелдәр бер-береһен һөймәй торған була, диндә һәм донъяуи ҡараштарҙа һәм эштәрҙә һәр төрлө ҡараштар килеп сыға, хатта ағай-энеләрҙең диндә һәм мәҙһәбтә ҡараштары төрлөсә булыр.
* Ололар мәрхәмәтһеҙ, ә кеселәр хөрмәтһеҙ булырҙар, балаларҙы тәрбиәләү көсөктәрҙе тәрбиәләүҙән дә ҡыйынлашыр.
* Ваҡыт ҡыҫҡарыр: бер йыл бер ай ҡеүек, бер ай бер аҙна, бөр аҙна бер көндәй үтеп китәлер, ә бер көн иһә бер япраҡ яныуы ҡәҙәр тиҙ үтер һәм һис нәмәлә бәрәкәт ҡалмаясаҡ.
* Донъя эштәрен теләп Әхирәт онотолор, һәм Аллаһтың китабы менән хөкөм итеү ғәйеп хисапланыр.
* Инсандар яманлыҡтарҙан бер-береһен һаҡламайҙар (тыймайҙар) һәм яҡшылыҡҡа бойормайҙар.
* Манаралар күбәйәсәк, мәсеттәр биҙәлеп-зиннәтләнерҙәр һәм эстәренән ҡаты ауаздар килер.
* Йәмәғәттең ышанысы зәғиф, ғибәҙәте ғөрөф-ғәҙәт булыр, хафиздар күп булыр, әммә ғалим табылмаҫ.
* Кешегә уның яманлығынан ҡурҡыуҙан ғына мәрхәмәтлек ҡылынасаҡ, күренештә дуҫ, ә асылда дошман булған инсан һаны артасаҡ, һүҙҙәрҙең һәммәһе ялған һәм бер-береһенә айырмалы мәғәнәлә булыр. Әмирҙәр һәм хеҙмәтселәр куп, ләкин дөрөҫ эш башҡара торғандары аҙ ҡаласаҡ.
* Ялған шаһитлыҡ һәм айырылышыуҙар артасаҡ, кинәт үлемдәр күбәйерҙәр.
* Юҡ-бар, имеш-мимеш киң йәйелерҙәр.
* Ауылдағылар ҡалаларға ағылып-ағылып килерҙәр һәм исемдәре билдәһеҙ булған һыйыр ҡараусылар йорт төҙөүҙә бер-береһе менән ярышҡа керешеп китерҙәр.
* Байҙарға иғтибар бирелер һәм хәсислек артыр, зәкәт ауыр бер бурыс итеп ҡабул ителер.