Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
30 Сентябрь 2019, 15:12

Интернетым, интернет!

Ә һеҙ беләһегеҙме, бөгөн интернеттың тыуған көнө икән... Хәҙерге көндә иһә интернет йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүерелде. Хатта алыҫтағы туғаныңдың, балаларыңдың хәлен белеү генә түгел, күршеңдән йомош һорау ҙа шул интернет аша башҡарыла. Бәләкәй генә телефон аша интернетҡа инеп, олоһо ла, кесеһе лә “донъя гиҙә”.

Ә һеҙ беләһегеҙме, бөгөн интернеттың тыуған көнө икән...
1957 йылда Советтар Союзы тарафынан Ерҙең яһалма юлдашы ебәрелгәс, АҠШ-тың Хәрби министрлығы Америкала һуғыш сыға ҡалһа, ышаныслы мәғлүмәт тапшырыу системаһы кәрәклеге хаҡында уйға ҡала. АҠШ-тың алдынғы хәрби-тикшеренеү проекттары агентлығы бының өсөн компьютер селтәрен булдырырға тәҡдим итә. Был эш Стенфорд тикшеренеү үҙәгенә, бер нисә университетҡа йөкмәтелә. 1969 йылда компьютер селтәре барлыҡҡа килә, ә 1990 йылда тәүге тапҡыр телефон селтәре аша интернетҡа сығыу мөмкинлеге асыла.
Хәҙерге көндә иһә ул йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүерелде. Хатта алыҫтағы туғаныңдың, балаларыңдың хәлен белеү генә түгел, күршеңдән йомош һорау ҙа шул интернет аша башҡарыла. Бәләкәй генә телефон аша интернетҡа инеп, олоһо ла, кесеһе лә “донъя гиҙә”. Хатта, әле ултыра ла башламаған сабый бала ла шул телефонды таптырып илай.
Ни өсөн интернет шулай популярлашып киткәненә аптырайҙарҙыр бәғзе берәүҙәр. Яуабы ябай—ул яңылыҡ. Ә һәр яңылыҡты беҙ ҡушҡуллап ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Тормошобоҙ ихтыяждарҙан торғанға күрә, беҙ интернет аша уны ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ. Уның аша белем алып, төрлө һөнәрҙәргә өйрәнәбеҙ, бар донъя, кешеләр яҙмышы менән танышып барабыҙ.