АТАЙСАЛ
-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
23 Август 2019, 09:42

Британияла Рәсәй Президенты тураһында сериал төшөрәсәктәр

Британияла Владимир Путин тураһында документаль фильм төшөрөргә хәл иткәндәр. Өс сериянан торған картина "Путин: рус шпионы тарихы" тип аталасаҡ. Кино Рәсәйҙә, АҠШ-та, Европала һәм Великобританияла төшөрөләсәк.Рәсәй Президентының тормошона арналған фильмды төшөрөүгә Британия каналы Channel4 Rogan production менән берлектә тотонған. Фильмда Владимир Путиндың донъя сәйәсәтенә йоғонто яһауы тураһында һүҙ барасаҡ. Картинаның продюсеры Рәсәй башлығын XXI быуаттың иң абруйлы һәм ҡаҡшамаҫ сәйәсәтселәренең береһе, тип иҫәпләй.#ВВПУТИН

Британияла Владимир Путин тураһында документаль фильм төшөрөргә хәл иткәндәр. Өс сериянан торған картина "Путин: рус шпионы тарихы" тип аталасаҡ. Кино Рәсәйҙә, АҠШ-та, Европала һәм Великобританияла төшөрөләсәк.
Рәсәй Президентының тормошона арналған фильмды төшөрөүгә Британия каналы Channel4 Rogan production менән берлектә тотонған. Фильмда Владимир Путиндың донъя сәйәсәтенә йоғонто яһауы тураһында һүҙ барасаҡ. Картинаның продюсеры Рәсәй башлығын XXI быуаттың иң абруйлы һәм ҡаҡшамаҫ сәйәсәтселәренең береһе, тип иҫәпләй.
#ВВПУТИН