Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
1 Август 2019, 12:26

СЫСҠАН БИҘГӘГЕ—ҠУРҠЫНЫС АУЫРЫУ

Башҡортостанда йыл башынан 190 кеше бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән ауырыған. Уларҙың икәүһе вафат булған.

Башҡортостанда йыл башынан 190 кеше бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән ауырыған. Уларҙың икәүһе вафат булған.
Был йәһәттән Краснокама, Асҡын, нуриман, Бөрө, Благовещенск, Илеш, Тәтешле, Стәрлетамаҡ райондарында күрһәткес ҙур. Сир йоҡтороусыларҙың 80 проценты көнкүреш шарттарында ауырыу йоҡторған, 17 проценты урманға барғанда ауырып ҡайтҡан. Сирлеләрҙең күбеһе 20-50 йәштә.
Ауырыу билдәләре
Ауырыу тән температураһының юғары булыуы менән билдәләнә, 40 градусҡа тиклем барып етә. Баш ауырта, ҡалтырата, күңел болғана, уҡшыта, дөйөм хәлһеҙлек барлыҡҡа килә. Бил, эс ауырта. Танау ҡанауы, тире аҫтына ҡан һауыуы күҙәтелә. Бит, елкә тирәһендә тире ҡыҙарып сығырға мөмкин. Ҡайһы бер осраҡта ҡан баҫымы төшә. Был сиргә күреү һәләтенең насарайыуы, аңдың буталыуы ла хас. Әйткәндәй, ауырыуҙың билдәләре үҙҙәрен балаларҙа ололарға ҡарағанда һуңыраҡ һиҙҙертә башлай.
Дауалау
Ауырыған кешене бе¬ренсе билдәләре күренеү менән мотлаҡ дауаханаға урынлаштырырға кәрәк. Сирҙең бик насар эҙемтәләргә килтереүен иҫәпкә алғанда, табипҡа күренеүҙе һуҙырға ярамай. Үҙ аллы дауаланыу ҡәтғи рәүештә тыйыла! Анализдар биреп тикшереү үткәргәндән һуң табип ҡына дауалау курсы тәғәйенләргә тейеш. Комплекслы дауалау вирусҡа ҡаршы, температураны төшөрөүсе, ауыртыуҙы баҫыусы препараттарҙы, витаминдар¬ҙы һәм айырым диетаны үҙ эсенә ала. Ваҡытында дөрөҫ дауаланмауҙың аҙағы насар тамамланыу ихтималлығын иҫтән сығарырға ярамай.
Иҫкәртеү
Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцинация юҡ, шуға күрә унан хәүефһеҙлек сараларын күреп кенә һаҡланып була. Шәхси таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәү – ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар өсөн дә иң яҡшы һаҡланыу сараһы. Йәғни ҡулды һәр ваҡыт һабынлап йыуырға, ялан ҡул сысҡандарға ҡағылмаҫҡа, ҡул йәрәхәтләнһә, яраһын шунда уҡ эшкәртергә кәрәк. Һыуҙы ҡайнатып ҡына эсергә, йәшелсә-емештәрҙе лә ашар алдынан ныҡлап йыуырға иренмәгеҙ. Еүеш сепрәк менән саңды һөртөп тороп өйҙө лә таҙа тотоу мөһим. Ҡалала йәшәүселәр баҡса йорттарына барғанда бирсәткә һәм битлек кейергә онотмаһын. Был ябай ғына ҡағиҙәләрҙе һәр саҡ иҫтә тотоу – сәләмәтлектең төп нигеҙе.