Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
19 Июль 2019, 12:46

ҠАҒИҘӘҺЕ—БИК ЯБАЙ, ХАҠЫ ҠИММӘТ

9 июндә Өфө районында ҡыҙғаныс хәл теркәлде. 9 йәшлек малайҙың ҡармағы электр сымына эләгә, һөҙөмтәлә малай ток һуғыуҙан үлә.

Йәй миҙгеле башланыу менән республикала 42 кеше, шул иҫәптән 5 бала һыуға батып үлгән. Ошоно иҫәпкә алып, һыу ятҡылыҡтары янында ялды мөмкин тиклем хәүефһеҙ үткәреүҙе ойоштороу маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
—Быйылғы һыу инеү миҙгеле нисек бара?
—Миҙгелдең тәүге көндәрендә үк Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһына 7 йәшлек малай батты. Көн һайын тиерлек бындай хәлдәр ҡабатланып тора, ололарҙың да, бәләкәстәрҙең дә үлем осраҡтары теркәлә. Июнь айында 11 кеше кәүҙәһе йылғанан сығарылды. Көндәрҙең эҫе тороуы батыусылар һанын арттыра ғына. Бәхетһеҙ осраҡтарҙың барыһы ла һыу инеү өсөн яраҡһыҙ тип табылған урындарҙа теркәлгән. Шуға ла махсус тәғәйенләнештәге ерҙә—пляждарҙа ғына ял итергә саҡырабыҙ. Әйт-кәндәй, республикабыҙҙа 75 пляж бар.
Улар хаҡында беҙҙең дәүләт комитетының сайтында танышырға мөмкин.
—Йәй етеү менән балыҡ тоторға яратыусылар ҙа һыу ятҡылығына юллана. Бында ла хәүефһеҙлек талап ителәлер?
—Эйе, әлбиттә. Миҫал өсөн 7 июнь дә булған хәлде әйтеп үткем килә. Иглин районында балыҡ тотам тип барған ирҙең кәүҙәһен карьер төбөнән сығаралар. Ә 8 июнь Илеш районында кәмәлә барыусы өс балыҡсы һыуға ҡолай. Берәүһен генә ярҙағылар ҡотҡарып алып ҡала. 9 июндә иһә Өфө районында ҡыҙғаныс хәл теркәлде. 9 йәшлек малайҙың ҡармағы электр сымына эләгә, һөҙөмтәлә малай ток һуғыуҙан үлә. Ошондай ҡурҡыныс хәлдәр йыл да ҡабатланып тора. Шуға ла балыҡсыларға бик һаҡ булырға кәңәш ителә. Айырыуса спиртлы эсемлек эсеп йөрөмәҫкә ҡушыр инек.
—Һеҙҙең ведомство тарафынан хәүефле урындар исемлеге алып барыламы?
—Айырыуса күңелһеҙ хәлдәр Ағиҙел йылғаһында йыш ҡабатлана. Һәр алтынсы батыусы нәҡ шунда бәләгә тарый. Батыусыларҙың 55 проценты йылғала батһа, ҡалғаны күл, быуа һәм карьерҙарҙа ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Үлеүселәрҙең күбеһе, 90 проценты—ирҙәр. Былтыр, мәҫәлән, 78 ир, 2 ҡатын һәм 6 бала батты.
—Бәхетһеҙ осраҡҡа килтергән сәбәптәрҙе асыҡлап китһәгеҙ ине?
—Батыусыларҙың 80 проценты эскән килеш һыуға төшкән. Икенсе урында транспортҡа бәйле ҡазалар тора, йәғни машиналары менән бергә һыуға баталар. Уҙған йыл Краснокама районында 3 кешенән торған ғаилә күл төбөнә китә. Йәнә балыҡ тотоу, төрлө ҡоролмаларҙа йөҙөү бәләгә килтерә. Мәҫәлән, 21 июндә Дүртөйлө районында моторлы кәмәнән 10 йәшлек малай ҡолай һәм башын йәрәхәтләй.
—Ниндәй профилактик эштәр алып барыла?
—Тәғәйен пляждарҙа ҡотҡарыусылар дежур итә. Улар тарафынан Өфөлә генә быйыл 17 кеше ҡотҡарылған. Көн һайын ҡотҡарыусылар профилактик рейдҡа сыға. “Ҡырағай” пляждарҙы тап иткән осраҡта, унда ваҡытлыса постар булдырыла. Профессионалдар менән бергә йәмғиәт ҡотҡарыусылары әүҙем эшләй. Хәүефле һыу ятҡылыҡтарында ял итеүселәр өсөн манекендар ярҙамында тәү ярҙам күрһәтеү дәрестәре уҙғара.
—Күңелһеҙ осраҡтан ҡотолоу өсөн нимә эшләргә?
—Тыйылған һыу ятҡылыҡтарында һыуға төшмәҫкә, таныш булмаған ерҙә сумыуҙан баш тартырға, яңғыҙ йөрөмәҫкә, иҫерек килеш ярға яҡынламаҫҡа. Эскән килеш һыуға төшөү-селәргә 3 меңдән 5 мең һумғаса штраф ҡаралған.
Ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар! Балаларығыҙҙы йылға, күл, быуа
янына ҡарауһыҙ ебәрмәгеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйыл батыусы 5 бала ла өлкәндәрһеҙ йылғаға барған.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре—бик ябай, ә уны үтәмәү хаҡы—кеше ғүмере. Сөнки һыу хаталарҙы ғәфү итмәй.
Читайте нас: