АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
24 Апрель 2019, 16:44

КҮРМӘЙ ҠАЛМАҒЫҘ!

БСТ-ла барған «Сәләм, Республика!» проектының иртәгә, йәғни 25 апрелдә эфирға сығасаҡ сираттағы сығарылышында Сибай ҡалаһының арҙаҡлы шәхестәренең исемдәре барланасаҡ. Студияға ҡунаҡтар итеп яҙыусы, Башҡортостандың атаҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай ҡалаһы «Атайсал» гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов һәм педагогика фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙаған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Рәсәй профессиональ белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәр, БДУ-ның Сибай институты директорының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Семен Николаевич Чернов саҡырылған. Төбәгебеҙҙең билдәле шәхестәре ҡалабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән лайыҡлы яҡташтары тураһында, бөгөнгө тормош һәм башҡа ҡыҙыҡлы темаларға әңгәмә ҡорасаҡ. БСТ-ның халыҡсан проекты 25 апрелдә 09.10 сәғәттә башлана.

БСТ-ла барған «Сәләм, Республика!» проектының иртәгә, йәғни 25 апрелдә эфирға сығасаҡ сираттағы сығарылышында Сибай ҡалаһының арҙаҡлы шәхестәренең исемдәре барланасаҡ. Студияға ҡунаҡтар итеп яҙыусы, Башҡортостандың атаҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай ҡалаһы «Атайсал» гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов һәм педагогика фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙаған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Рәсәй профессиональ белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәр, БДУ-ның Сибай институты директорының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Семен Николаевич Чернов саҡырылған. Төбәгебеҙҙең билдәле шәхестәре ҡалабыҙ үҫешенә тос өлөш индергән лайыҡлы яҡташтары тураһында, бөгөнгө тормош һәм башҡа ҡыҙыҡлы темаларға әңгәмә ҡорасаҡ.
БСТ-ның халыҡсан проекты 25 апрелдә 09.10 сәғәттә башлана.