Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Апрель 2019, 13:00

Ниндәй үҫентеләрҙе һатып алырға була?

Баҡсасылар өсөн тынғыһыҙ көндәр етеп тә килә. Күптәр баҡсаһына барып, ағас, ҡыуаҡтарының нисек ҡышлағанын тикшереп, һыу мискәләренә ҡар тултырып ҡайтҡандыр. Тиҙҙән ҡартайған йәки яҡшылап емеш бирмәгән емеш ағастарын алып ташлап, яңы алма, груша, слива һәм башҡа емеш ағастарын ултыртыуға ла ваҡыт етә. Емеш ағастары хәҙер дефицит түгел, уларҙы баҙарҙа ла, урамда ла һаталар—аҡсаң ғына булһын. Ҡайҙан ғына килтермәйҙәр: Магнитогорскиҙан, Силәбенән, Екатеринбургтан, Асҡарҙан, Өфөнән, Шишмәнән...һанап бөтөрлөк түгел. Һәр кем үҙ үҫентеһен ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтай. «Шәплегенә» ышанып алып ҡайтып ултыртаһың да ул, ҡайһы берҙә йоҙроҡ ҙурлыҡ алма урынына ҡырағай алма, груша урынына—тирәк үҫә лә сыға.

Бына шуға күрә лә Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү органының Башҡортостан Республикаһы идаралығы баҡсасыларҙы үҫентеләр һатып алғанда иғтибарлы булырға саҡыра.
Беренсенән, үҫенте һатыусыларҙың ҡулында ағастың төрөн, сортын, сифатын, ҡайҙа етештерелеүен билдәләүсе документтары булырға тейеш. Былар иҫәбенә ысындан да исеме аталған емеш ағасы икәнлеген раҫлаусы акт, сифаты тураһында белешмә, һынау протоколдары һәм башҡа документтар инеүе мөмкин. Икенсенән, фитосанитар режим индерелгән сит төбәктәрҙән килтерелгән үҫентеләрҙә ҡорот-ҡостар, ауырыуҙар, төрлө ҡый үҫемлектәре булмауын раҫлаусы документтар булыуы шарт. Шул документтарҙы талап итеп беҙ үҙебеҙҙе «тоҡ эсендә бесәй» һатып алыуҙан арындырабыҙ. Иң яҡшыһы: үҫентеләрҙе санкцияланған һатып алыу урындарынан үҙең белгән йәки таныш кешеләрҙән алырға тырышырға кәрәк.
Һатып алғанда иң тәүҙә үҫентенең тышҡы күренешенә һәм тамырҙарына иғтибар итәһең. Тамырҙары көслө, дымлы булырға тейеш. Оҫта һатыусылар уны балсыҡ менән һылап һата. Тупрағы менән һатылһа бигерәк тә шәп. Үрсетмәнең прививка төйөнө булыу-булмауын да тикшерергә онотмағыҙ—намыҫһыҙ һатыусылар посадкаларҙан ҡырағай алмағас ҡаҙып алып килеп һатыуы ла бик мөмкин. Һатылған үҫенте-ләрҙең этикеткалары ла булырға тейеш. Әммә ағастарға бәйләп ҡуйылған фотографияларға бик ышанып барырға ярамай, уның матур «кәртинкә» булыуы ла бик мөмкин. Этикетканан тыш ағаста тимер бирка ла булһа ышаныслыраҡ, әлбиттә. Тик ул биркала беҙ үрҙә һанап киткән бөтә мәғлүмәт тә сағылдырылырға тейеш.
Хәлил Уразгилдин,
Азат Хәкимов.