Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
18 Март 2019, 11:59

Арыҫлан ҡойроғо—йөрәктең дуҫы

Арыҫлан ҡойроғо (пустырник) үләнен халыҡта һуҡыр кесерткән тип тә йөрөтәләр. Ул—йөрәктең дуҫы. Ул шулай уҡ нервыларҙы тынысландыра, баш шаулауын бөтөрә. Бының өсөн 1 аш ҡалағы үләнде бер стакан ҡайнар һыуға һалып 1 сәғәт төнәтәләр. Көнөнә өс тапҡыр, ашарға 30 минут ҡалғас 1-әр аш ҡалағы эсәләр. Дауаланыу курсы—1 ай.

Базед ауырыуы менән ауы-рығанда арыҫлан ҡойроғоноң яңы ғына һығып алынған һуты кәрәк. Бер аш ҡалағы һыуға 20-30 тамсы тамыҙып эсергә. Ә уны тигеҙ нисбәттәге спиртҡа ҡушҡанда ҡышҡылыҡҡа һаҡларға була. Бындай төнәтмәне көнөнә өс мәртәбә 20-30 тамсы ҡабул итергә.
Ике аш ҡалағы кипкән үләнгә бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтеп алығыҙ. Уны һөҙөгөҙ. Көнөнә 3-5 тапҡыр ашар алдынан 1-2 аш ҡалағы эсегеҙ. Ул нервыларығыҙ ҡаҡшағанда, йөрәк-ҡан тамырҙары неврозы күҙәтелгәндә, гипертоник ауырыуҙарҙың башланғыс стадияһында файҙалы. Шулай уҡ бәүел ҡыуҙырыусы, ҡаҡырыҡты сығарыусы сара булып тора. Ҡан әйләнешен яйға һала, ҡан тамырҙарын һәм йөрәк мускулдарын нығыта.
Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.