Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
6 Март 2019, 14:53

Тулыһынса хәл ителмәгән

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Волга буйы федераль округының Төбәк операторына ҡараған Пенза, Нижегородка, Ульяновск өлкәләрендә, Татарстан һәм Башҡортостандың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе йәмғиәттәрҙең эшмәкәрлеген болғансыҡлылар иҫәбенә индергән. Был хаҡта ДРХФ башҡарма комитеты етәксеһе Михаил Развожаев белдергән.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты Волга буйы федераль округының Төбәк операторына ҡараған Пенза, Нижегородка, Ульяновск өлкәләрендә, Татарстан һәм Башҡортостандың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүсе йәмғиәттәрҙең эшмәкәрлеген болғансыҡлылар иҫәбенә индергән. Был хаҡта ДРХФ башҡарма комитеты етәксеһе Михаил Развожаев белдергән.
--20 төбәк операторы эшмәкәрлеген Президент һүҙҙәре менән «болғансыҡлы» тип атайбыҙ. Әлбиттә, үпкәләргә лә була, әммә был төбәк операторҙарының 3 критерийы--устав капиталаның түбәнлеге, минималь штаттары һәм төп сығымдары шулай тип атауға этәрә,--ти М.Развожаев.
ДРХФ эксперттары «Вторма+»(Пенза өлкәһе), «Экостандарт»(Нижегородка өлкәһе),«Экосистема»(Ульяновск өлкәһе), «Дүртөйлөмелиоводстрой» һәм «Эко-сити» (Башҡортостан), «Гринта» (Татарстан) йәмғиәттәренең эшмәкәрлеген шикле тип белдергән. Белгестәр ҡаты ҡалдыҡтар менән эшләйәсәк 142 операторҙың мәғлүмәттәрен анализлаған. Һөҙөмтәлә 5 компанияның бөтөнләй штаты булмауы, 15-ендә бер генә кеше иҫәпләнеүе асыҡланған. М.Развожаев Президент В.Путиндың һүҙҙәренә һылтанып, ошондай йәмғиәттәр реформаның дәрәжәһен төшөрә, тип белдерҙе.
Комитет етәксеһе Дөйөм Рәсәй халыҡ фонды генераль прокуратураға мөрәжәғәт итеүен дә әйткән. Сөнки 76 төбәктең 36 ҡалаһында, закон талап итһә лә, сүп-сар сығарыу өсөн түләү торлаҡ-коммуналь түләү графаһынан төшөрөп ҡалдырылмаған. Был осраҡта кешеләргә икеләтә түләү зарурлығы тыуған. Ҡаты ҡалдыҡтарға хаҡ быйыл 2018 йылға ҡарағанда ҡайһы бер төбәктәрҙә үҙгәрешһеҙ ҡалған, күптәрендә хаҡтарҙың күтәрелеүе күҙәтелә.
М.Развожаев кешеләрҙән бер үк хеҙмәткә ике тапҡыр түләтеү ҡәтҡи тыйырға ҡушҡан. Шулай уҡ ул ошо тәңгәлдә ойошторолоған «ҡыҙыу линия»ға 4 мең шылтыратыу булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алған. Граждандарҙы ике тема борсой--сүп-сар түгеү контейнерҙарының торошо һәм ауыл еренән ҡый-һай сығарыу.
Башҡортостанда халыҡ сүп-сар реформаһын шикләнеп ҡаршы алды һәм был борсолоу, нигеҙҙә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүгә рөхсәт алған эшҡыуарҙарға ҡарата белдерелә. Республиканың төбәк операторҙары төп проблема итеп ауыл- ҡасабаларҙа контейнерҙар һәм улар өсөн майҙансыҡтар булмауын атай. Әлеге ваҡытта Башҡортостан 10 меңдән ашыу контейнерға мохтаж. Компаниялар ошондай контейнерҙар менән йыһазландырыуҙы инвестиция программаһына индерергә тейеш ине. Әммә республикала тарифты билдәләгәндә был күрһәткес онотолоп ҡалған. Бөгөн контейнерҙар урынлаштырыу менән муниципалитеттар шөғөлләнә, республика уларҙы йыһазландырыу сығымын ҡапларға әҙер.
Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү айырым мәсьәлә булып тора. Төбәк операторҙары билдәләүенсә, республикала файҙалы фракцияларҙы һатыу проблемаһы юҡ. Хеҙмәттәш компаниялар быяла, ҡатырға, пластик шешә, алюминийҙы алырға риза һәм был юлға һалынған, тип әйтергә лә мөмкин. Иң ҙур зона буйынса билдәләнгән «Эко-сити» операторы быйылғы йыл аҙағына саҡлы Ишембай районындағы сүп-сарҙы сортҡа айырыу комплексы нигеҙендә төбәктәге иң тәүге экотехнопарк булдырыуҙы планлаштыра. Бында пластик эшкәртеләсәк, органик ҡалдыҡтан компост яһаласаҡ, сорттарға айырыуҙан һуң тороп ҡалған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтан RDF-яғыулыҡ етештереләсәк.
Башҡортостанда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге, электроника ҡалдыҡтарын, көнкүреш техникаһы һыныҡтарын утилләштереү мәсьәләһе хәл ителмәгән.
Үрҙә әйтелгәнсә, халыҡтан сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн хаҡтың ике тапҡыр иҫәпләнеү осраҡтары ла күҙәтелә. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ялыуҙар ҡабул итеү өсөн уңайлы алым уйлап тапты.
Партия проекттары сайтында «Ҡалдыҡтар менән эш иткән өсөн ике тапҡыр түләү тураһында хәбәр ит» тигән ҡушымта аша анкета тултырырға мөмкин. Унда былтыр коммуналь хеҙмәт өсөн түләү хаҡын, 2019 йылда уның нисек үҙгәреүен күрһәтергә, ошо түләү документтарының фотоларын теркәргә кәрәк.
Хаҡты ҡайтанан иҫәпләтеү өсөн төбәк операторҙарына мөрәжәғәт итеү шарт.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеүгә сибайҙар ҙа әүҙем тотондо.
Сибай ҡала хакимиәтенең муниципаль контроль секторы мөдире Гөлнара Закирова белдереүенсә, әле ҡалала сүп-сар ваҡытында йыйыла һәм алып кителә. Ҡалдыҡтарҙы сығарыу графигы боҙолғаны күҙәтелмәй, шунлыҡтан тулып ултырған контейнерҙар юҡ. Был хеҙмәттәр өсөн һәр кешенән 70 һум аҡса тотола. Әгәр ҙә ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа икән, халыҡ Төбәк операторы офисына бара. Бар мәғлүмәттәр социаль селтәрҙәр, гәзиттәр аша халыҡҡа еткерелә.
Сибайға яҡын урынлашҡан ҡасабаларҙа сүп-сар сығарыу эше ойошторолған, график билдәләнгән. Бында йәшәүселәр контейнер ҡуйыу урынын үҙе һайлай.
--Һәр башланғыс халыҡ тарафынан төрлө һорауҙар менән ҡабул ителеүенә бәйле, Сибайҙа ла был йәһәттән аңлашылмаусанлыҡтар булыр. Әммә беҙ уларға сүп-сарға йыйылған аҡсаның ниндәй маҡсатта тотонолоуы хаҡында аңлатабыҙ, халыҡтың экологик белемен күтәрәбеҙ. Сибай таҙа һәм матур ҡала булыуына ышанысыбыҙ ҙур,--ти Гөлнара Закирова.
Читайте нас: