Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
5 Март 2019, 10:53

Уйынға ваҡыт табайыҡ

«Әсәй, әйҙә уйнайыҡ!» Һеҙ был фразаны йыш ишеткәнегеҙ бар, шулаймы? Баланың был һүҙҙәренә һеҙ төрлө яуаптар табаһығыҙ, эшкә һылтанаһығыҙ. Бала был осраҡта ирендәрен бүлтәйтеп, үпкәләй. Әммә һеҙ уға кеҫә телефоны тоттороп, үҙегеҙҙең эшегеҙҙе дауам итәһегеҙ. Беренсенән, әсә кеше балаһы менән уйнау өсөн мотлаҡ махсус ҡорамалдар, ҡыйбатлы, сағыу уйынсыҡтар кәрәк тип уйлай. Икенсенән, бала менән уйнауға күп ваҡыт талап ителә тип хаталана.

«Әсәй, әйҙә уйнайыҡ!» Һеҙ был фразаны йыш ишеткәнегеҙ бар, шулаймы? Баланың был һүҙҙәренә һеҙ төрлө яуаптар табаһығыҙ, эшкә һылтанаһығыҙ. Бала был осраҡта ирендәрен бүлтәйтеп, үпкәләй. Әммә һеҙ уға кеҫә телефоны тоттороп, үҙегеҙҙең эшегеҙҙе дауам итәһегеҙ. Беренсенән, әсә кеше балаһы менән уйнау өсөн мотлаҡ махсус ҡорамалдар, ҡыйбатлы, сағыу уйынсыҡтар кәрәк тип уйлай. Икенсенән, бала менән уйнауға күп ваҡыт талап ителә тип хаталана. Бөгөн беҙ телмәрҙе үҫтереүгә бәйле уйындар тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ. Шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: телмәр үҫтереү—ул өндәрҙе дөрөҫ әйтеүҙе өйрәтеү генә түгел, ә ишетеү һәләтен үҫтереү, грамматик яҡтан төҙөк һүҙбәйләнештәр төҙөү. Һүҙ байлығын байытыу, үҙ-ара бәйләнешле телмәр төҙөү өҫтөндә эшләргә кәрәк.
Һеҙҙең иғтибарға түбәндәге уйындарҙы тәҡдим итәбеҙ. Улар балаға дөрөҫ итеп һөйләшергә һәм үҙ фекерен еткерергә ярҙам итер.
Аш бүлмәһендә уйнай торған уйындар. «Кем күпме һүҙ әйтә?» уйыны. Бала менән үҙенсәлекле ярыш ойоштороғоҙ: һыуытҡыстағы аҙыҡ-түлекте, шкаф эсендәге һауыт-һабаны исемләп әйттерегеҙ. Тырышып-тырышып һүҙҙәр әйткән баланы бүләкләргә онотмағыҙ. Шулай уҡ, тәмлекәстәрҙең, тоҙло йәки әсе аҙыҡ-түлектең исемдәрен һанап китеү баланың телмәрен байытырға ярҙам итер.
«Һут һығыу» уйыны. Бергәләп алманан һут эшләйбеҙ. Ул нисек аталасаҡ? (Алма һуты) Груша, слива, кишер, лимон, әфлисун һуттары…Уларҙың һәр береһенең ниндәй емештән, йәшелсәнән яһалыуын әйттерегеҙ.
«Берәү һәм күп» уйыны. Өлкән кеше бер предметты әйтә, ә бала уны күплектә әйтергә тейеш. Мәҫәлән, сынаяҡ-сынаяҡтар, күстрүл-кәстрүлдәр, ултырғыс-ултырғыстар.
«Кем күберәк белә?» уйыны. Уйын-ярыш ойоштороғоҙ. Кем ниндәйҙер бер әйберҙең нисек ҡулланылыуын аңлатҡан һүҙҙәрҙе күберәк әйтә? Мәҫәлән, стакан. Уның менән нисек файҙаланырға була? Яуап: сәй эсергә, гөлдәргә һыу һибергә, ярма һалып үлсәргә, үҫентене ҡапларға, ҡәләмдәрҙе тығып ҡуйырға….
Балалар баҡсаһына барғанда һәм ҡайтҡанда уйнай торған уйындар. «Кем иғтибарлыраҡ?» Юл ыңғайында осраған әйберҙәрҙе әйтергә һәм уларҙың ниндәй булыуын һүрәтләргә кәрәк. «Бына—почта йәшниге, ул—күк төҫтә. Ә бына—бесәй, ул йомшаҡ ҡына». Һүҙҙәрҙе сиратлап әйтһәгеҙ, отошлораҡ булыр.
«Һары, ҡыҙыл, зәңгәр…» уйыны. Баланан төрлө төҫтәге әйберҙәрҙе әйттерегеҙ. Мәҫәлән, тик ҡыҙыл әйберҙәрҙе һанаһын. Артабан икенсе төҫтәгеләрҙе әйтһен. Шулай уҡ, был әйберҙәрҙең күләме, формаһы тураһында һүҙ алып барырға була.
Буш ваҡытта уйнай торған уйындар. «Тылсымлы тоҡ» уйыны. Уйын өсөн сепрәк тоҡ, ҙур булмаған уйынсыҡтар кәрәк була. Тәүҙә бала һәр уйынсыҡты исемләп әйтеп сыға. Шунан уларҙы тоҡҡа һалып бутайбыҙ. Бала тоҡ эсендәге бер уйынсыҡты ҡулы менән һәрмәп тотоп, уның нимә икәнен танып белергә тейеш. Мәҫәлән, ҡуян. Артабан, ошо һүҙ менән төрлө һүҙбәйләнештәр төҙөргә өйрәтегеҙ.
«Баҡа» уйыны. Артабан, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе айырырға өйрәтегеҙ. Мәҫәлән, а, и, у, э хәрефтәрен әйткәндә бала һикерергә тейеш. Ә тартынҡы хәрефтәрҙе ишетеү менән иҙәнгә сүкһен.
«Өс әйбер» уйыны. Бер үк төргә ҡараған әйберҙәрҙе айырырға өйрәтегеҙ. Мәҫәлән, өҫтәл, ултырғыс, шкаф. Был һүҙҙәр өй йыһаздарын аңлата. Бала ағастарҙың, емештәрҙең, кейем-һалымдың төрҙәрен һанап китһен.
«Бер үк хәрефкә башланған һүҙҙәр» уйыны бәләкәстәргә шулай уҡ оҡшай. Мәҫәлән, ат, аҡҡош, атай, арҡан, аэропорт һ.б.
«Киреһенсә әйтәбеҙ» уйыны. Өлкән кеше бер һүҙ әйтһә, бала уның кире мәғәнәһен табырға, йәғни антонимын әйтергә тейеш. Мәҫәлән, яҡшылыҡ—яманлыҡ, ҡараңғы—яҡты, йомшаҡ—ҡаты һ.б.
«Икенселәй әйтәбеҙ» уйыны. Һеҙ балаға бер һүҙ әйтәһегеҙ. Ә бала мәғәнәһе буйынса оҡшаш һүҙҙәр уйлаһын. Мәҫәлән, матур һүҙенең синонимдары—иҫ китмәле, хайран ҡалырлыҡ, яҡшы, тылсымлы һ.б.
Күреүегеҙсә, бала менән уйнауға күп ваҡыт талап ителмәй. Өйҙә, юлда барғанда, тәбиғәт ҡосағында, ҡыҫҡаһы бар ерҙә лә баланың телмәрен үҫтереүгә һәм уның фекерләү ҡеүәһен арттырыуға йүнәлтелгән уйын-ярыштар ойошторорға була. Бының өсөн бер аҙ фантазия һәм сабырлыҡ талап ителә. Был уйындарҙы көн һайын ҡабатлап торһағыҙ, баланың теле тиҙерәк асылыр һәм тел байлығы ла артыр.
Гүзәл Уразбаева,
«Аленушка» балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды.