Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
5 Март 2019, 09:55

БЕР УРЫНДА—БЕРӘГӘЙЛЕ

Сибай ҡалаһының күп функциялы үҙәгендә халыҡҡа кәрәкле күп кенә хеҙмәттәр күрһәтелә. Элекке кеүек бер документты юллайым тип бер урындан икенсеһенә йүгерергә, сираттарҙа тороп, әллә күпме ваҡыт әрәм итеү кәрәкмәй. Ике ҡатлы бөтә уңайлы шарттары булған бинаға инәһең дә, кәрәкле хеҙмәтеңә төбәп электрон сиратҡа тороуың була, таблола һан, хәреф күренеп, шул-шул тәҙрәгә барырға тигән саҡырыу ҙа яңғырай.

Сибай ҡалаһының күп функциялы үҙәгендә халыҡҡа кәрәкле күп кенә хеҙмәттәр күрһәтелә. Элекке кеүек бер документты юллайым тип бер урындан икенсеһенә йүгерергә, сираттарҙа тороп, әллә күпме ваҡыт әрәм итеү кәрәкмәй. Ике ҡатлы бөтә уңайлы шарттары булған бинаға инәһең дә, кәрәкле хеҙмәтеңә төбәп электрон сиратҡа тороуың була, таблола һан, хәреф күренеп, шул-шул тәҙрәгә барырға тигән саҡырыу ҙа яңғырай.
—Эйе, 2014 йылда үҙ ишектәрен асҡан үҙәктә граждандар дәүләт учреждениеларының хеҙмәттәрен—ғариза яҙыуҙан алып төрлө органдарҙың документтарын бер урында юллау мөмкинлеге тыуҙырылған. Беҙгә шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһында, Йылайыр һәм Аҡъяр ауылдарында урынлашҡан бүлексәләр буйһона,—ти Сибай күп функциялы үҙәге етәксеһе Роберт Исҡаҡов. «Берҙәм тәҙрә» схемаһы буйынса эшләү дәүләт структураларынан көсөргәнеште сисә, мөрәжәғәт итеүселәрҙең ваҡытын исрафламай. Һуңғы арала сират көтөү күрһәткесенә айырым иғтибар бүленә. Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров та Сибайға эш сәфәре менән килгәнендә үҙәктә булып, ошо күрһәткес менән ҡыҙыҡһынды. Беҙҙә сират көтөү ваҡыты 15 минуттан артмай.
Күп функциялы үҙәктә 21 тәҙрә эшләй. Эшҡыуарҙар һәм ойошмаларҙы хеҙмәтләндереү өсөн махсуслаштырылған тәҙрә булыуы ла отошло. 50-гә яҡын хеҙмәткәр тупланған коллектив халыҡҡа уңайлы булһын өсөн хатта төшкө ашҡа туҡтамай. Эшмәкәрлектәренә яйлап «Һаҡсыл хөкүмәт» федераль пилот проекты принциптарын ҡуллана башлағандар. Роберт Борис улы әйтеүен-сә, хеҙмәт күрһәткесе махсус эш алымдарына ғына түгел, хеҙмәткәрҙәрҙең оҫталығына ла бәйле. Ә ундайҙар үҙәктә етерлек. Былтыр мәҫәлән, контроль белгесе Виктория Краснова «Рәсәйҙең иң яҡшы белгесе» конкурсында еңеү яулаған. Был хаҡта хәбәрҙар булған кешеләр үҙәккә килгәс, тырыш ҡыҙҙы танып, ҡотлап та китәләр.
—Беҙҙең эштә иң мөһиме—һәр мөрәжәғәт итеүсегә хеҙмәтте ваҡытында күрһәтеү һәм документтарын еренә еткереп уларға кире тапшырыу. Халыҡ менән эшләгәс, барыбыҙға ла сабырлыҡ кәрәк. Шулай уҡ башҡарған хеҙмәтең сифатлы булырға тейеш,—тип иҫәпләй Виктория Краснова.—Үҙ-үҙеңә ышаныу ҙа дәрт өҫтәй. Коллективтың, етәкселектең аңлауы, эшеңде баһалауы ла мөһим.
Күптән түгел күп функциялы үҙәктә Мәскәү өлкәһендә эшләп, ошо юҫыҡта тәжрибә туплаған Руслан Кәримов эшкә ҡайтҡан. Уға бындағы һәүетемсә тормош, халыҡтың ҡабаланмай эш итеүе, тыйнаҡ булыуҙары оҡшай. Ҙур ҡала кешеләре аҡса артынан саба, ҡайҙалыр ашыға, ә бында ғаилә ҡиммәттәренә, демографик хәлгә, балаларҙы тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленеүенә ҡыуана егет.
—Әлбиттә, ҙур ҡалалан һуң бында өйрәнеп китеү еңел бул-маны. Эш хаҡында ла айырма бар. Әммә филиалдың күҙгә күренеп үҫеше киләсәккә өмөт уята. Ярты йыл эсендә генә лә бында бик күп үҙгәрештәр булды. Әйтәйек, социаль яҡлау хеҙмәттәре буйынса электрон ҡабул итеү төрө бик уңайлы. Бындай ысулда ҡағыҙ исрафланмай, документтар тапшырыу мәшәҡәттәренә ваҡыт китмәй. Сират көтөү мәле күпкә ҡыҫҡарҙы. Аҙна һайын хеҙмәткәрҙәрҙең белемдәре камиллаштырыла, белгестәр тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Эшмәкәрлектә хаталар ебәрмәҫ өсөн етәкселек ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй,—тине Руслан Марат улы.
Эшләй белгән кеүек ял итә лә белә филиал хеҙмәткәрҙәре. Йылдың ҡайһы миҙгелендә лә улар тәбиғәт ҡосағына коллектив менән сығырға ярата.
Азамат Дәүләтбаев.