Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
17 Декабрь 2018, 11:37

Мәғлүмәт тигеҙ өләшелә

Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙар селтәренең (РТРС) Башҡортостандағы филиалы Урал аръяғында икенсе мультиплекстың телетапшырыуҙарын күрһәтә башланы. Шулай итеп, әлеге көндә Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Белорет, Хәйбулла райондарында тест трансляциялары бара.

Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙар селтәренең (РТРС) Башҡортостандағы филиалы Урал аръяғында икенсе мультиплекстың телетапшырыуҙарын күрһәтә башланы.
Шулай итеп, әлеге көндә Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Белорет, Хәйбулла райондарында тест трансляциялары бара.
Икенсе мультиплекстың телевизион каналдарын һанлы һәм аналог форматта параллель рәүештә күрһәтеү телеканалдарға финанс яғынан көсөргәнешле. Шуға күрә элек һанлы телевидение алға һөрөлмәне. «2009-2018 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы икенсе мультиплекс каналдарын халҡы 50 меңдән ашҡан ҡалаларҙа аналог тапшырыуҙар ҡыҫҡартыла башлағанға ҡәҙәр индерергә тигән ҡарар сығарылды. Быға тиклем Башҡортостанда 20 һанлы каналды Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Белорет, Салауат, Бәләбәй, Күмертау, Нефтекама, Октябрьск һәм Ағиҙел ҡалалары халҡы ғына ҡарай алды. Теле-радио тапшырыуҙар программалары үҫешенең иң төп бурыстарының береһе—мәғлүмәти тигеҙһеҙлекте бөтөрөү булғанлыҡтан, хәҙерге көндә ғүмере телевизор ҡарай алмаған төпкөлдә лә телевидение барлыҡҡа килде. Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙар селтәренең (РТРС) Башҡортостандағы филиалы директоры Юрий Матвеев әйтеүенсә, төбәктең һанлы телевидениеға күсеүе мөһим ваҡиға. Бынан бер нисә йылдар элек кенә әле Урал аръяғында йәшәүселәрҙең күбеһе 4 кенә аналог канал ҡарау мөмкинлегенә эйә ине. Хәҙер уларҙың һаны 20-гә етте. Етмәһә, сифаты ла ҡырҡа айырыла. Яңы технологиялар һәм берҙәм мәғлүмәт стандартының сафҡа инеүе мәғлүмәтте барыһына ла тигеҙ еткерә.
Башҡортостанда әлеге көндә 216 һанлы станция төҙөлгән. Был станциялар төбәктә йәшәүсе 95 процент халыҡты һанлы сигнал менән тәьмин итә.
Ю.Матвеевтан һанлы күрһәтеүҙең төп өҫтөнлөктәрен һынап китеүен дә үтендек.
—Һанлы сигнал сифатына һауа торошо йоғонто яһамай. Бынан тыш, экрандағы сағылыштың, тауыштың күпкә сифатлыраҡ, таҙараҡ булыуын, каналдар һанының күплеген һәм башҡа ыңғай яҡтарын билдәләп үтергә мөмкин. Тағы ла бер ҙур өҫтөнлөгө—һанлы телевидение иҡтисади йәһәттән отошло, сығымдар күпкә аҙыраҡ,—тине ул.
—Бөгөн интернет селтәрендә «һанлы телевидениеға күсеү менән элекке телевизорҙар күрһәтеүҙән туҡтаясаҡ, улар сығарып ташлауҙан башҡаға эшкинмәйәсәк» тигән һүҙҙәр йөрөй.
—Юҡ, был һис тә улай түгел. Әммә бында ниндәйҙер кимәлдә өйҙәге техниканың торошо роль уйнай. 2014 йылдан һуң етештерелгән заманса телевизоры булған кешеләргә дециметрлы диапазонлы антеннаға эйә булыу етә. Уның шәхси, коллектив, тышҡа йәки бүлмәгә ҡуйыла торған төрҙәренең барыһы ла ярай. Ә инде 2014 йылға тиклем сығарылған телевизор эйәләренә антенна һәм һанлы приставка алырға кәрәк. Приставка электроника магазиндарында һатыла, хаҡы яҡынса 700-2500 һум. Ошо шарттарҙы үтәп, телевизорығыҙҙы көйләһәгеҙ, 20 һанлы телеканал ҡарау мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ.