Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
14 Сентябрь 2018, 16:50

Дуҫ бул, ярат, хәстәрлә...

Бөтә донъя суицидты киҫәтеү көнө 2003 йылдан билдәләнә. Был көн Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм Берләшкән Милләттәр ойошмаһы хуплауын алып, Халыҡ-ара үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы кисектереү ассоциацияһы инициативаһы менән уҙғарыла.

Бөтә донъя суицидты киҫәтеү көнө 2003 йылдан билдәләнә. Был көн Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм Берләшкән Милләттәр ойошмаһы хуплауын алып, Халыҡ-ара үҙ-үҙеңә ҡул һалыуҙы кисектереү ассоциацияһы инициативаһы менән уҙғарыла.
Суицид һәм суицид тенденцияһы—ул йәмғиәттең глобаль һәм трагик проблемаһы. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуғыш тәьҫирендә донъяла күпме кеше үлә, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар һаны ла шул ҡәҙәр. Халыҡ-ара ассоциация Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы менән берлектә был көндө төрлө саралар һәм акциялар уҙғарырға саҡыра. Әйткәндәй, был ойошма партнерҙары менән үҙ ғүмерен ҡыйыусыларға ҡаршы тора, уларҙы дауалауҙы яҡлай һәм киң мәғлүмәт сараларында ошо юҫыҡтағы мәғлүмәттең бик һаҡ, «үлсәп» бирелеүен хәстәрләй.
Суицидтың күбәйеүенең төп сәбәбе—йәмғиәттә кешенең «яңғыҙ» ҡалыуы, әхлаҡи ориентирҙы юғалтыуы, йәшәү мәғәнәһен тапмауы. Фатир алыу, үҫеш, престижлы эш алға ҡуйылған заманда, ошо маҡсаттарға өлгәшә алмаусылар үҙҙәрен кәм тоя, бер ҡасан да был кимәлгә күтәрелә алмаҫмын тип уйлай.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә үҫмерҙәр араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар күбәйҙе. Сөнки интернетта теләһә ниндәй сайттар, социаль селтәрҙәрҙә кәрәкмәгән биттәр барлыҡҡа килде. Уларҙың төп темаһы—үлем. Был бик һаҡ һәм уяу булырға саҡыра.
Үҫмер суициды педагог һәм психологтарҙа һәр саҡ әллә күпме һорау тыуҙыра. Уйлап ҡараһаң, шундай матур мәл, киләсәккә яҡты хыялдар ҡорорға мөмкин, әле һине ғаилә мәшәҡәте баҫмаған, иңеңә ҙур яуаплылыҡ һалынмаған. Йәшлек—ул өмөттәр, осрашыуҙар, танышыуҙар миҙгеле. Әммә ошо күркәм ғүмер мәлендә лә ҡытыршылыҡтар булмай ҡалмай. Үҫмерҙәр үҙ-үҙенә бикләнә, үҙ аллы ғына килеп тыуған проблеманы хәл итергә маташа. Хатта тормош тәжрибәһе булған ололар ҙа ҡайһы саҡ кеше кәңәшенән һәм ярҙамынан тыш ауырлыҡты еңә алмай. Тимәк, күңел төшөнкөлөгө үҫмерҙәр ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуы бик ихтимал.
Fаиләләге хәл, ата-әсә һәм дуҫтар менән конфликт, яңғыҙлыҡ, тиҫтерҙәр тарафынан кәмһетелеү ҡурҡыныс аҙымға этәреүе мөмкин. Был, ғәҙәттә, ҡатмарлы социаль төркөмгә ҡарағандарға, ауыр хәлгә тарыусы йә тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнгәндәргә хас. Шулай уҡ йәмғиәттең тәьҫире көслө: ниндәйҙер геройға оҡшарға тырышыу, кинофильмдарҙағы кумирҙарҙы эләкләү «үҙ ғүмереңде ҡыйыу вирусы»н таратты.
Ата-әсәләрҙең иғтибарһыҙлығы, ниндәйҙер сәбәп менән балаһын ҡыйырһытыуы ҡайһы саҡ үкенесле тамамлана. Ололар аҡса эшләү артынан сапҡан арала ҡыҙ-улдарын «онота», уларҙы яңғыҙ ҡалдыра. Ата-әсә өмөтөн аҡламаған балаға ла асыу күп төшә. Үҙ-ара бәхәсләшкән ололарҙы ҡабул итә алмаған үҫмерҙең дә үҙенә йомолоуы эске конфликтҡа алып килә. Ата-әсәһенә булған үсе, агрессияһы үҫкәндән үҫә, ул депрессияға бирелә, үҙен ышанысһыҙ тоя башлай. Баланың ҡулынан килмәгәнде талап итергә ярамай, киреһенсә, ыңғай яғын табырға, хупларға кәрәк.
Суицид йәштәр араһында ғына осрамай. Был аяныслы хәл ололар араһында ла була. Етешмәгән тормоштан, иғтибар һәм аңлау етмәүҙән, ышаныс юғалтыуҙан өлкәндәр ҙә теге донъяға үҙ теләге менән китеп бара.
Алкоголизм һәм наркомания ла суицидҡа этәргес булып тора. Үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар араһында эскелек менән мауығыусылар бик күп булыуы билдәле.
Ышаныстың булмауы—ул үҙ-үҙеңде юҡ итеүгә бәрәбәр. Суицид аҙымына барыусылар араһында бер генә лә психик яҡтан һау, шулай уҡ дини кеше күргәнем юҡ. Ниндәй генә дин булмаһын (ислам, христиан, будда), улар үҙ ғүмереңде ҡыйыуҙы хупламай.
Күңел көрсөгө—ул ваҡытлыса хис. Ошо мәлдә кеше йылылыҡҡа, ярҙамға мохтаж. Шуны ул тойһа, үҙенең алама уйынан ваз кисәсәк.
Яҡынлашҡан суицид билдәләре:
1. Депрессия (күңел төшөнкөлөгө, киләсәккә пландарҙың булмауы, үлем хаҡында уйҙар, йоҡоһоҙлоҡ, аппетит юғалыуы, аралашыуҙан ҡасыу, даими арығанлыҡ, сәбәпһеҙ агрессия).
2. Хушлашыу. Ул төрлө формала булырға мөмкин (мәҫәлән, хат яҙыу, үҙеңә ҡәҙерле әйберҙәрҙе таратыу).
3. Барыһына ла ҡәнәғәт булыу. Үҙ-үҙенә ҡул һалырға ниәт иткән кеше бар проблемаға күҙ йома, күңел тыныслығы ала. Был торош депрессиянан да ҡурҡынысыраҡ.
4. Янау. Тура һәм аҫтыртын янау.
Ата-әсә балаға иғтибар, хәстәр кәрәк булыуын иҫенән сығармаһын ине. Үҫмерҙең позицияларына һәр саҡ ҡырҡа ҡаршы торорға ярамай, уны аңларға тырышығыҙ. Бәләкәйҙән балағыҙҙы шәхес итеп күрегеҙ, уны үҫтерегеҙ, өҫтәмә рәүештә шөғөлләнегеҙ. Уның кеүек үк бер уйҙағы, бер ҡыҙыҡһыныуҙағы тиҫтерҙә-ре килеп сыҡһа, ул тормошҡа яратып бағасаҡ, пландар ҡуясаҡ. Негатив күренештәрҙән спорт та һаҡлауын онотмағыҙ. Улар дисциплинаға өйрәнә, физик әүҙемлеге арта, депрессияға профилактика булып тора.
Әҙәбиәт, йәнһүрәт, кино ҙур роль уйнай. Классика юғары кешелек ҡиммәттәрен алға ҡуя. Дөрөҫ юҫыҡтағы әҙәбиәт, фильм һайлау бик мөһим. Ата-әсәләр үҙҙәре үк өлгө була ала. Кәйефһеҙләнмәҫкә, ныҡлы рухта булырға, ышанысты юғалтмаҫҡа.
Үҫмерҙең әйләнә-тирәһенә, ҡыҙыҡһыныуҙарына иғтибар йүнәлтегеҙ. Дуҫтары менән аҙ аралашһа, йомолһа, пландары менән бүлешмәһә, мәктәптәге өлгәше насарайһа уйланырға урын бар. Проблеманан ҡасып, бер нәмә булмағандай йөҙ яһарға ярамай. Балағыҙ менән яғымлы итеп һөйләшегеҙ, күңеленә үтеп инергә тырышығыҙ, унда оптимизм һәм ышаныс уятығыҙ, яңғыҙ булмауын, ярҙамға һәр саҡ әҙер булыуығыҙҙы аңлатығыҙ.
Ололарға кәңәштәр:
1. Суицид—бөтә балалар араһында тикшерә торған тема түгел.
2. Ҡул һалырға маташыуҙы, уйҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа, етди ҡабул итергә.
3. Фекерен әйтергә мөмкинлек биреү, уны тыңлау.
4. «Был хаҡта уйлама», «Улай уҡ насар хәл түгел», «Быны эшләү кәрәкмәй» тигән дөйөм фразаларҙы ҡабатламаҫҡа. Кире эҙемтәгә алып килеүе ихтимал.
5. Нимәнелер тейешһең тип талап итмәҫкә.
6. Ышаныслы, хәстәрлекле мөнә-сәбәт булдырыу.
7. Оялтмау! Бәхәсләшмәҫкә!
8. Тура һорауҙар биреү: «Үҙ-үҙеңә ҡул һалырға уйлайһыңмы? Нисек? Шунан нимә була?». Үҫмер менән был хаҡта һөйләшергә онотмағыҙ. Асыҡ һөйләшеү проблеманы кәметә. Асыҡтан-асыҡ аралашыу «пар»ҙы сығарырға булышлыҡ итә.
9. Балаларҙың проблемаһын өйҙә тикшереү, һөйләшеү.
10. Балаларға маҡсат ҡуйырға һәм шуға ынтылырға өйрәтеү.
11. Яза сығармаҫҡа.
12. Балаларға ҡарата иғтибарлы булырға.
13. Суицидҡа ынтылышын күрһәгеҙ, белгескә мөрәжәғәт итегеҙ!
Р.М.Өмөтбаев,
табип-психотерапевт.