Август—йәйҙең һуңғы айы. Яйлап эҫе көндәр артта ҡала. Иртән томандар төшөп, һалҡын елдәр иҫә башлай. Был үҙгәрештәр баҡсалағы үҫемлектәргә лә тәьҫир итмәй ҡалмай.
Август айында баҡсала еләк-емеш һәм йәшелсә йыйыуҙан тыш тағы ла ни эшләргә мөмкин?
Емештәре йыйып алынған ҡыуаҡ һәм ағастарҙы ентекләп тикшереп, кипкән, һынған, ауырыу ботаҡтарын ҡырҡа башларға була. Ботаҡтарҙа эленеп торған серек, кипкән емеш ҡалдыҡтарын өҙөп алып юҡ итергә кәрәк, сөнки улар төрлө сир сығанағы булып тора. Уларға зарарлы ҡоротҡостар, бөжәктәр ҙә эйәләй. Уңышты йыйып алғас та ағас олондарын 1 процентлы тимер йәки баҡыр купоросы менән эшкәртеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә.
Мин, мәҫәлән, ҡарағатты йыйып алғас та үләндәрен йолҡоп, төптәрен тамырҙарына зыян килтермәҫлек итеп кенә йомшартҡас, мул итеп мал тиҙәге түгәм дә һыуыҡтар төшөп, ер туңа башлағансы мул итеп һыу һибеп торам. Бер йыл да ҡарағатһыҙ ҡалғаным юҡ. Сөнки сәскә бөрөләре көҙ үк барлыҡҡа килә башлай.
Ҡурай еләгенең быйыл еләк биргән ботаҡтарын төбөнән ҡырҡып, йәштәренең остарын өҙөргә тәҡдим итәләр. Шулайтһаң улар яҡшыраҡ ҡышлай.
Бөтә еләк-емеш ағастарының да төптәрен көҙ үк йомшартып, тиреҫ һәм ағас көлө менән ашларға тырышырға кәрәк, сөнки улар көҙөн азот һәм калийға ҙур мохтажлыҡ кисерә.
Август—баҡсасылар өсөн бик мөһим ай. Мул булып үҫкән йәшелсәләрҙе йыйып алып эшкәртеүҙән тыш, баҡсала бушап ҡалған ергә лә иғтибар кәрәк: ҡул теймәгән үләндәрҙе йолҡоп, ҡойолған япраҡтарҙы йы-йып алып компостҡа һалырға мөмкин. Бушаған ергә шунда уҡ икенсе нәмә ултыртырға тырышмағыҙ, ер бер-ике аҙна ғына булһа ла ял итергә тейеш. Ә бына редисканы бөгөн үк сәсә һалырға кәрәк. Һуңламаһағыҙ, көҙгә тиклем тағы бер тапҡыр һутлы, витаминлы ҡыҙыл тамыр ашап кинәнерһегеҙ.
Августа картуф, йәшелсәләрҙе ҡышҡылыҡҡа һаҡларға һалыр алдынан, баҙҙарҙы киптереп, дезинфикциялап ҡуйыу зарур. Бының өсөн көкөрт шәшкеһен яндырып баҙҙы өс тәүлеккә ныҡ итеп ябып ҡуйырға кәрәк. Шу- лай эшләһәң, унда төрлө микробтар ҙа үлә, ҡышын сысҡандар ҙа ҡаҡшатмаҫ.