Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
16 Август 2018, 13:35

Юрист мөйөшө

Баланы уллыҡҡа алғанда—Улыма—11 йәш. Атаһы бер нисә йыл элек вафат булды. Мин яңынан кейәүгә сыҡтым, ирем уны уллыҡҡа алырға теләй. Законға ярашлы был нисек эшләнә һәм ниндәй документтар йыйырға кәрәк? Бының өсөн улымдың ризалығы кәрәкме һәм уның судта ҡатнашыуы мотлаҡмы?Зифа, Йылайыр районы.—Баланы уллыҡҡа алыу өсөн уның йәшәгән урыны (йәки ваҡытлыса теркәлгән урыны) буйынса район судына ғариза бирелергә тейеш. Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 270-се статьяһында ғаризаға нимә яҙылырға тейешлеге билдәләнгән. Fаризаның формаһы һәм кәрәкле документтар һәр бер опека һәм попечителлек бүлегендә бар, уларҙы һеҙгә бирергә тейештәр.

Баланы уллыҡҡа алғанда
—Улыма—11 йәш. Атаһы бер нисә йыл элек вафат булды. Мин яңынан кейәүгә сыҡтым, ирем уны уллыҡҡа алырға теләй. Законға ярашлы был нисек эшләнә һәм ниндәй документтар йыйырға кәрәк? Бының өсөн улымдың ризалығы кәрәкме һәм уның судта ҡатнашыуы мотлаҡмы?
Зифа, Йылайыр районы.
—Баланы уллыҡҡа алыу өсөн уның йәшәгән урыны (йәки ваҡытлыса теркәлгән урыны) буйынса район судына ғариза бирелергә тейеш. Рәсәй Федерацияһының Гражданлыҡ-процессуаль кодексының 270-се статьяһында ғаризаға нимә яҙылырға тейешлеге билдәләнгән. Fаризаның формаһы һәм кәрәкле документтар һәр бер опека һәм попечителлек бүлегендә бар, уларҙы һеҙгә бирергә тейештәр. Әлеге ғаризаға никах тураһындағы танытманың күсермәһе, уллыҡҡа алыусының һаулыҡ торошо тураһындағы медицина справкаһы, торлаҡҡа хоҡуғығыҙҙы йәки торлаҡты файҙаланыуығыҙҙы дәлилләүсе документ һәм биологик атаһының вафат булыуы тураһындағы танытма ҡушып бирелә. Шулай уҡ судҡа опека һәм попечителлек органдарының һығымтаһы ла беркетелергә тейеш. Унда 10 йәше тулған һәм өлкәнерәк йәштәге уллыҡҡа алыныусы баланың ризалығы, шулай уҡ (әгәр был талап ителһә) уның исемен, атаһының исемен, фамилияһын үҙгәртеүгә һәм уллыҡҡа алыусыларҙы рәсми рәүештә ата-әсәһе тип яҙҙырырға ризалығы тураһындағы мәғлүмәттең булыуы мотлаҡ. Эште ҡараған саҡта судта уллыҡҡа алыусы, опека һәм попечителлек органы вәкиле, прокурор һәм 14 йәше тулған бала ҡатнашырға тейеш. Айырым осраҡтарҙа баланың биологик ата-әсәһе, башҡа ҡыҙыҡһынған яҡтар һәм 10 йәштән алып бала үҙе ҡатнашыуы ла ихтимал. Баланың ризалығы мотлаҡ, уның судта ҡатнашыу-ҡатнашмауын судья хәл итә.
Түләргә тура килмәҫ
—Автомобилемде дәүләт номерҙары менән бергә һаттым. Уҙған аҙнала икенсе ҡаланан минең исемгә штраф һалыныуы тураһында хат килде. Рулдә был ваҡытта яңы хужа ултырған булырға тейеш. Хәҙер мин ни эшләй алам?
Илфат, Баймаҡ районы.
—Һеҙгә штраф тураһындағы ҡарарға ҡарата ялыу бирергә кәрәк. Шунда уҡ автомобилегеҙҙе һатыу хаҡында документтарығыҙҙы ҡушып һалығыҙ. Рәсәйҙең Админстратив хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 2-се статьяһына ярашлы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә бәйле административ хоҡуҡ боҙған кеше, транспорт сараһы икенсе берәүҙең милкендә булыуын йәки бүтәндәр тарафынан файҙаланылыуын иҫбатлай алһа, административ яуаплылыҡтан ҡотола.
Мираҫҡа ингән тип һанала
2006 йылда өләсәйем әсәйем һәм уның ағаһы исеменә васыят буйынса мираҫ ҡалдырған булған. Үҙе шул уҡ йылда донъя ҡуйған, әммә ике балаһының береһе лә мираҫты ҡабул итеп алмаған. Шуға ҡарамаҫтан, әсәйем йыл һайын коммуналь хеҙмәттәр хаҡын, ер һалымын түләп барҙы. Ике йыл элек уның ағаһы, олатайыбыҙ, вафат булды. Балалары ла, ҡатыны ла юҡ ине. Беҙ йортто хәҙер әсәйем исеменә рәсмиләштерә алабыҙмы?
Гөлмиҙә, Хәйбулла районы.
—Әсәйегеҙҙең коммуналь хеҙмәттәр хаҡын һәм ер һалымын түләп килеүен мираҫҡа инеү факты тип һанарға була. Судҡа мөрәжәғәт итеп, тейешле тәртиптә васыятҡа инеүҙе рәсмиләштерегеҙ. Унан һуң ер менән йортҡа хоҡуҡтарҙы законда билдәләнгән тәртиптә үҙ исеменә яҙҙырһын.
Эҙемтәләре ауыр
—Урамда машинам менән артҡа табан хәрәкәт иткәндә шунда торған автомобилде төкөттөм. Бик ныҡ ҡабаланыу сәбәпле уның тәҙрә таҙартҡысына телефонымдың номеры яҙылған ҡағыҙҙы ҡыҫтырып ҡалдырҙым да киттем. Хәҙер мине ниндәй яза көтә?
Ирек, Сибай ҡалаһы.
—Был яуапһыҙ ҡылығығыҙ өсөн ҡаты ғына яза алыуығыҙ ихтимал. Юл-транспорт ваҡиғаһына бәйле бурыстарҙы үтәмәү, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоп, авария булған урынды ҡалдырып китеү сәбәпле, һеҙҙе 1 йылдан йыл ярымғаса транспортҡа идара итеүҙән тыйыуҙары йәки 15 тәүлеккә тиклем иркегеҙҙән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Читайте нас: