Һуңғы арала Сибай ҡалаһының ветеринария хеҙмәтенә илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә ҡош киҙеүе теркәлеүе тураһында бик күп мәғлүмәттәр килә. Пенза өлкәһендә был сир күркә фаршында табылһа, Ростов өлкәһенең «Белокалитинский» ҡош фабрикаһында, Сосны ҡасабаһында «Евродон» йәмғиәтендә, Каменоломки районында ла ҡош киҙеүе барлығы асыҡланған. 2018 йылдың 19 июлендә Татарстан Республикаһының шәхси хужалыҡтарындағы ҡош-ҡорттоң да ошо сир менән ауырыуҙары хаҡында телефонограмма алдыҡ.
Сибайҙарҙы һәм уның янындағы ҡасабаларҙа йәшәүселәрҙе беҙҙең тарафтарға ла был ауырыу килеп етеүен киҫәтәбеҙ. Ҡош киҙеүенең шәхси хужалыҡтарҙа таралыуының бер сәбәбе булып ҡошсолоҡ продукцияһын рөхсәтһеҙ ташыу һәм һатыу тора.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: киҙеүгә бөтә ҡоштар ҙа, шул иҫәптән тауыҡ, күркә, өйрәк, бүҙәнә, мысыр тауығы, бытбылдыҡ, һуйыр, ҡауҙы, аҡсарлаҡ, синантроп төргә инеүсе күгәрсен, турғай, ҡарға, сәүкә, ҡыр, экзотик, декоратив төргә ҡараусы ҡоштар ҙа дусар булыуы мөмкин. Был сир менән хатта хайуандар: сусҡа, йылҡы, көҙән, сысҡан, бесәй, эт сирләүе ихтимал, хатта кешегә йоғоу ҡурҡынысы бар. Кеше һәм йорт ҡоштары был ауырыуҙы сирле йәки үлек ҡоштар менән тығыҙ бәйләнештә булһа йоҡтора. Ҡайһы бер осраҡта ауырыу ҡоштарҙың итен тейешле кимәлдә бешереп ашамау ҙа сиргә юлыҡтыра. Ауырыу ҡоштарҙың бүлендектәре үҫемлектәргә эләгеп, һауа, һыу аша кешегә һәм ҡоштарға һыу эскәндә, һыу ингәндә йоғоуы мөмкин. Сир шулай уҡ һауа-тамсы, һауа-саң юлы менән дә, бысраҡ ҡул аша ла күсә.
Йорт ҡоштары төрлөсә ауырый. Ҡайһы саҡта сирҙәре симптомһыҙ ҙә үтә, йомортҡа һалмай башлаһалар хәүефләнергә урын бар. Бер юлы ҡырылыуҙары ла ихтимал. Сирле ҡоштарҙың кикректәре ҡарая һәм шешә, һырғалары күгәрә, башы, муйындары шешенә.
1. Хужалығығыҙҙа аҫралған ҡош-ҡорт яман сиргә тарымаһын өсөн уларҙы ябыҡ урында тотоғоҙ.
2. Ихатағыҙға ҡарасҡылар, шалтыраҡ һәм башҡа өркөтөү саралары ҡуйығыҙ.
3. Был осорҙа тере ҡош һатып алыу һәм уларҙың һандарын арттырыу тыйыла.
4. Ҡоштарҙы ашатҡанда, торған урындарын таҙартҡанда махсус эш кейеме (халат, алъяпҡыс, тыш бейәләй, резина аяҡ кейеме) кейегеҙ. Йыйыштырғанда спиртлы эсемлектәр эсергә, ашарға, тәмәке тартырға ярамай.
5. Аҙнаһына 2-3 тапҡыр ҡош торған урынды, инвентарҙарҙы 3 процентлы каустик содаһының эҫе иретмәһе йәки эзбиз хлоры менән дезинфекциялағыҙ.
6. Ҡош һарайын дезинфекциялағандан һуң кетәк һәм ояларҙы яңы ғына һүндерелгән эзбиз менән ағартығыҙ.
7. Эш кейемегеҙҙе лә дезинфекцияларға (3 процентлы Б хлораминында 30 минут ебетергә, 2 процентлы кальцийлы сода иҙмәһендә ҡайнатырға), артабан йыуырға онотмағыҙ.
8. Урамда йәки шәхси хужалығығыҙҙа ҡош үлеп ятһа, шулай уҡ уларҙың ауырығанын күрһәгеҙ тейешле саралар күреү өсөн ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ.
9. Магазин, склад, сауҙа нөктәләренән ҡоштарығыҙға ем алһағыҙ, уның сифаты һәм сертификаты танытмаһына ныҡлы иғтибар итегеҙ.
10. Ҡалалаштарҙы итте махсус рөхсәте булған сауҙа нөктәләренән генә һатып алырға өндәйбеҙ.