Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
17 Ноябрь 2017, 10:29

БАЛСЫҠТЫ ЕҮЕШ САҠТА ӘҮӘЛӘ

Һөйләм төҙөлөшөн дөрөҫ ҡулланмау күптәргә хас. Беҙ, ғәҙәттә, ҡыҫҡартып, ҡабаланып һөйләшәбеҙ. Һорау-яуапты ла бер һүҙ менән генә әйтеп өйрәнгәнбеҙ. Өлкәндәрҙең был хатаһы кескәйҙәргә лә күсә. Грамматик яҡтан дөрөҫ, лексик яҡтан бай һәм фонетик яҡтан асыҡ, таҙа телмәр формалаштырыу—балалар баҡсаһының һәм ғаиләнең төп бурысы.

Һөйләм төҙөлөшөн дөрөҫ ҡулланмау күптәргә хас. Беҙ, ғәҙәттә, ҡыҫҡартып, ҡабаланып һөйләшәбеҙ. Һорау-яуапты ла бер һүҙ менән генә әйтеп өйрәнгәнбеҙ. Өлкәндәрҙең был хатаһы кескәйҙәргә лә күсә. Грамматик яҡтан дөрөҫ, лексик яҡтан бай һәм фонетик яҡтан асыҡ, таҙа телмәр формалаштырыу—балалар баҡсаһының һәм ғаиләнең төп бурысы.
Баланың телмәре—ул балсыҡ: еүеш саҡта кәрәк форманы биреү еңелерәк. Ҡатҡан балсыҡ менән бер ни әүәләп булмаған кеүек, кескәйҙәрҙең һөйләше менән дә ваҡытында шөғөлләнеү яҡшы. 5-6 йәштәгеләр туған телдең бөтә өндәрен дөрөҫ әйтергә тейеш. Был ваҡытта ҡатмарлы һүҙҙәрҙе нығытыу өҫтөндә эште дауам итеү әһәмиәтле булыр. Иғтибарҙы һуң барлыҡҡа килеүсе өндәргә йүнәлтергә кәрәк (ш, ж, ч, щ, л, р). Өн анализы эшләү уҡыуға һәм яҙыуға әҙерлек шарттарының береһе булып тора. Фонематик ишетеү һәләтенең яҡшы үҫешкән булыуы шарт. Тап ошо саҡта баланың ҡыҙыҡһыныуы барлыҡҡа килә. Һөйләш ритмын һәм темпын яйлау, дикцияны яҡшыртыу өсөн күнегеүҙәр эшләү зарур.
Алтынсы йәштәге баланың телмәре бөтә яҡтан камиллаша. Һүҙлек запасы арта, грамматик яҡтан төҙөлөшө яҡшыра, бәйләнеш барлыҡҡа килә. Был ваҡытта ярайһы ғына үҫешкән телмәргә эйә, аралашҡанда фразалар менән ҡуллана, һорауҙарға аныҡ һәм асыҡ яуап бирә, үҙе менән булған хәл-ваҡиғаларҙы һөйләй. Предметтарҙың һәм күренештәрҙең билдәле сифаттарын ғына айырмай, шулай уҡ улар араһында сәбәп-эҙемтәләрен аңлата ала, ваҡыт, шарт, сағыштырыу һәм башҡа мөнәсәбәттәрҙе билдәләй.
Тиҫтерҙәре менән аралашҡанда балалар тауыштың көсөн һәм бейеклеген үҙгәртә, һүҙҙәрҙе аңлап, мәғәнәһенә ярашлы ҡулланырға, уларҙы дөрөҫ әйтергә өйрәнә. Телмәре яҡшы үҫешкәндәр тирә-йүндәгеләр менән иркен аралаша, һорауҙар бирә, үҙ фекерен, теләктәрен аңлайышлы итеп әйтә. Ә етешһеҙлеге булған кескәйҙәр үҙҙәренең һөйләшкәндә хатаһын аңлай, ояла, өндәшмәүҙе хуп күрә һәм был, әлбиттә, уның характерына ла йоғонто яһай. Ата-әсәләрҙең был осраҡта мәктәпкә тиклем логопедҡа мөрәжәғәт итеүе хәйерлерәк. Ни тиклем иртәрәк башлаһаң, шул тиклем һөҙөмтәһе һәйбәт буласаҡ.
Айгөл Ураҙбаева,
«Аҡбуҙат» балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды.
Читайте нас: