Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
28 Сентябрь 2017, 17:52

ҠУЛЛАНЫУСЫ ҺӘР ВАҠЫТ ХАҠЛЫ

Рәсәй Федерацияһының «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында»ғы законы—тауар һатып алыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеү мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса, тауарҙың сифатына бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүсе төп норматив-хоҡуҡи акт. Ябай тел менән әйткәндә, был закон һатыусы йәки тауар етештереүсе менән һатып алыусы араһындағы мөнәсәбәтте көйләүгә йүнәлтелгән. Тауарҙың йәки хеҙмәттәрҙең сифатына бәйле киҫкен мәсьәләләрҙә был документ ҙур көскә эйә.Ул ғәйеплене асыҡлап ҡына ҡалмай, дөрөҫлөктө иҫбат итә. Был үҙ нәүбәтендә ҡулланыусыларҙы сифатһыҙ тауар һатып алыуҙан һаҡлаһа, тауар етештереүселәргә һәм һатыусыларға башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуймай.—«Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында»ғы законды һәр кем белергә тейеш. Сөнки һәр ҡайһыбыҙ—ҡулланыусы,— тип башланы һүҙен Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән килгән дәүләт «Һынау үҙәге»нең баш белгесе, ирекле эксперт Эльвира Жан ҡыҙы Зверева. Уның һүҙҙәрен республика сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты белгес-эксперты Әлфиә Миңзаман ҡыҙы Әбделмәнова ла ҡеүәтләне.

Рәсәй Федерацияһының «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында»ғы законы—тауар һатып алыу һәм хеҙмәттәр күрһәтеү мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса, тауарҙың сифатына бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүсе төп норматив-хоҡуҡи акт. Ябай тел менән әйткәндә, был закон һатыусы йәки тауар етештереүсе менән һатып алыусы араһындағы мөнәсәбәтте көйләүгә йүнәлтелгән. Тауарҙың йәки хеҙмәттәрҙең сифатына бәйле киҫкен мәсьәләләрҙә был документ ҙур көскә эйә.
Ул ғәйеплене асыҡлап ҡына ҡалмай, дөрөҫлөктө иҫбат итә. Был үҙ нәүбәтендә ҡулланыусыларҙы сифатһыҙ тауар һатып алыуҙан һаҡлаһа, тауар етештереүселәргә һәм һатыусыларға башбаштаҡлыҡҡа юл ҡуймай.
—«Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында»ғы законды һәр кем белергә тейеш. Сөнки һәр ҡайһыбыҙ—ҡулланыусы,— тип башланы һүҙен Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән килгән дәүләт «Һынау үҙәге»нең баш белгесе, ирекле эксперт Эльвира Жан ҡыҙы Зверева. Уның һүҙҙәрен республика сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты белгес-эксперты Әлфиә Миңзаман ҡыҙы Әбделмәнова ла ҡеүәтләне.
—Яңы йыл, 8 Март, сығарылыш кисәләре еттеме—сауҙа нөктәләре һатыусылары хафаға төшә. Байрамға күлдәк һатып алып кейәләр ҙә, ул үтһә, йыуып, рәтләп кире алып киләләр. Был осраҡта һатыусыларға законды белеү ныҡ ярҙам итә. Үҙ аллы эспертизаға мөрәжәғәт итергә, тауарҙың ҡулланылышта булыуын иҫбатларға кәрәк,—ти Әлфиә Миңзаман ҡыҙы.
Эксперттар ниндәй тауар алмаштырыуға бара, ниндәйе бармай һорауына ентекле туҡталды.
Үлсәп һатылған тауарҙар кире алынмай. Ә бына обойҙарға килгәндә, әгәр рулон асылмаған икән, уны икенсеһенә алмаштырырға ярай.
Мебелдән, әйтәйек, гарнитурҙы кире ҡайтарып булмай. Әгәр өҫтәл, комод, ултырғыс кеүек әйберҙәр айырым-айырым һатып алынһа, сифаты оҡшамаһа, уларҙан баш тартырға мөмкин. Дөйөм алғанда, законға ярашлы 16 төр тауар кире ҡайтарылмай һәм алмаштырылмай. Әйтәйек, улар иҫәбенә аҫыл һәм ярым аҫылташтарҙан яһалған ювелир әйберҙәр инә. Ә бына бижутерия, Сваровски кристалдарынан етештерелгән биҙәүестәргә был ҡағылмай.
Түшәк кәрәк-яраҡтары, дарыуҙар ҙа ана шул 16 төр иҫәбенә инә.
Әгәр һатып алған тауар өсөн аҡса ҡулаҡса менән түгел, карточка аша түләнһә, ул тейешле сифаты булмаған өсөн кире ҡайтарылһа, аҡса кире нисек бирелә?—тигән һорауға Эльвира Жан ҡыҙы:
—Карточка аша түләнгән аҡса кире шул уҡ карточкаға ғына күсерелә. Икенсе төрлө иҫәп эшләп булмай,—тип яуапланы.
—Аҙыҡ-түлек һатып алғанда иң тәүҙә нимәгә иғтибар итергә?
—Әлбиттә, иң беренсе етештереү ваҡытына. Унан тыш уны етештереүсе тураһында мәғлүмәт булырға, ингредиенттар, аҙыҡтың энергетик ҡиммәте яҙылырға тейеш. Йәғни һәр тауарҙың сифат документтары менән оҙатылыуы мотлаҡ.
—Мин һәр ваҡыт 90 процент осраҡта дөрөҫлөк ҡулланыусы файҙаһына, тип ҡабатлайым,—тине Сибай ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе О.Л.Мостовая.—Донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Әгәр һатыусы һәм ҡулланыусы араһында низағ килеп тыуа икән, уны судҡа еткермәйенсә хәл итергә тырышырға кәрәк. Һатыусыларҙың, төрлө хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең үҙ эштәренә намыҫ менән ҡарауҙарын теләр инем. Көнөнә бер генә кешене тейешле хеҙмәтләндермәй, 100 һум килемегеҙҙе юғалтһағыҙ, йылына был сумма 1 миллион һумға тиклем барып етеүе ихтимал. Уйланырға сәбәп бар.
«Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында»ғы законға ярашлы һорауҙарығыҙ булһа, 8-347-218-09-79 (Әлфиә Миңзаман ҡыҙы), 8-347-218-09-96 (Эльвира Жан ҡыҙы) телефондарына шылтыратып, кәрәкле консультация алырға мөмкин.