АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
14 Июль 2017, 11:56

ЙӘШЕНДӘН ЙӘШЕНЕҮ КӘРӘК

Йәшенде тәбиғәттең иң серле һәм хәүефле күренеше тип атау дөрөҫ булыр. Йәшен йомғағы—уның үҙенсәлекле төрө һанала. Ул янып торған утлы шар, тамсы йәки груша формаһында осрай. Ҙурлығы 10 сантиметрҙан 20 сантиметрғаса, ә төҫө аҡ, зәңгәр, һары булыуы мөмкин.Утлы шарҙың температураһы өйрәнелмәгән, әммә ғалимдар иҫәпләүенсә ул 100-ҙән алып 1000 градусҡа тиклем тәшкил итеүе ихтимал. Йомғаҡ йәшен шартлаған осраҡта уның эргәһендәге шыйыҡса кибә, ә тимер һәм быяла ирей.

Йәшенде тәбиғәттең иң серле һәм хәүефле күренеше тип атау дөрөҫ булыр. Йәшен йомғағы—уның үҙенсәлекле төрө һанала. Ул янып торған утлы шар, тамсы йәки груша формаһында осрай. Ҙурлығы 10 сантиметрҙан 20 сантиметрғаса, ә төҫө аҡ, зәңгәр, һары булыуы мөмкин.
Утлы шарҙың температураһы өйрәнелмәгән, әммә ғалимдар иҫәпләүенсә ул 100-ҙән алып 1000 градусҡа тиклем тәшкил итеүе ихтимал. Йомғаҡ йәшен шартлаған осраҡта уның эргәһендәге шыйыҡса кибә, ә тимер һәм быяла ирей.
Йомғаҡ йәшендең «ғүмере» оҙаҡ ваҡыт һаҡланырға мөмкин, тәгәрәп йөрөгәнендә кинәт кенә йүнәлешен үҙгәртә ала. Бер нисә минут һауала аҫылынып тороп, ҡапыл секундына 8-10 метр тиҙлек менән ситкә осоп китеүе лә ихтимал. Йыш ҡына ул көслө йәшенле ямғыр ваҡытында барлыҡҡа килә. Әммә йомғаҡ йәшендең ҡояшлы көндә лә күренеүе ихтимал. Ул берәү генә була һәм кеше уйламаған ерҙән, мәҫәлән, болоттар араһынан, һауанан йәки ағас-бағана баштарынан килеп төшөүе бар. Ябыҡ бинаға үтеп инеү ҙә уның өсөн бер ни тормай. Энә осондай ектән дә үтеү осраҡтары теркәлгән. Шуға күрә, йәшенле ямғыр ваҡытында йорт-фатирығыҙҙың тәҙрә, ишектәрен, мейес башын ябырға кәңәш ителә. Шулай уҡ көнкүреш техникаһын, кеҫә телефондарын һүндереп ҡуйырға кәрәк. Сөнки утлы шарҙың розетка, телевизор антеннаһы аша инеү осраҡтары теркәлгән.
Быйыл 16 июндә Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының Ишбирҙин урамының 26-сы йортонда йәшәүсе Fәзизовтар йорто ошондай йомғаҡ йәшендән зыян күрә лә инде. Ярай әле ғаилә ағзалары үҙҙәре иҫән ҡалған. Күрәһең, Хоҙай Тәғәлә үҙе аралаған. Йорт хужабикәһе Флүзә Саттар ҡыҙы һөйләгәндәрҙе фәһем булһын тип гәзит уҡыусыларға ла еткерәбеҙ.
—16 июндә, сәғәт иртәнге 5-се яртыла тороп, газ плитәһенә сәй ҡайнатырға ҡуйҙым. Кесе улым Айнур почтала һаҡсы булып эшләй, шуны сәй эсереп оҙатайым тип йөрөй инем. Ямғыр яуамы, юҡмы абайламаным, былай көн болотло ине.
Өҫтәлгә ризыҡ ултыртып, ҡайнаған сәйнүкте һүндерҙем дә, әле иртәрәк шикелле, тип кире кухнялағы диваныма ятып торҙом. Залда ирем менән ике улым йоҡлап ята ине. Бер ваҡыт көслө йәшен йәшнәнеме, ниндәйҙер шартлау тауышы ишетелде. Шунан кухняла торған мейестең кирбестәре атыла башланы. Яртылаш ҡуптарылған мейес эсенән йомро икмәк ҙурлығындағы ҡыҙыл шар килеп сыҡты. Минең ҡотом осто, ҡурҡтым, әммә юрғанымды бөркәнеп, бәләкәй генә ектән теге утлы шарҙы күҙәттем. Шар ысынлап та утҡа оҡшаған, тирә-яғынан ялҡындар сәсрәй ине. Күҙ асып йомғансы теге йәшен йомғағы тәгәрәп барып өҫкә күтәрелде һәм түбә таҡтаһын аҡтарып сығып китте. Тауышҡа ирем һәм балалар уянды. Улар торғас, кухнялағы боҙоҡ мейесте, тишек түбәне күреп аптыраны. Ҡарай башлағас шуны белдек: утлы шар түбә таҡтаһын ҡалҡытып, ҡыйыҡтың фронтонынан сығып киткән. Унда түңәрәк кенә көйҙөрөлгән эҙ ҡалған. Иҫебеҙгә килгәс, нисек ут сығып китмәгән тип, өйөбөҙ имен ҡалыуына ҡыуандыҡ.
Йәшен беҙҙең өйҙөң һәм күршеләрҙең электр ҡорамалына атҡанлыҡтан ике аҙна утһыҙ, һыуһыҙ ултырҙыҡ. Һыуытҡыс зыян күргән, хәҙер ул эшләмәй. Ҡайҙан кәрәк, өйҙөң страховкаһын бүлеп түләү шарты менән ай һайын түләп килеп, һуңғы 2 айында ваҡытында аҡса индермәү сәбәпле өҙөлгәйне. Хәҙер страховка ла юҡ, ярҙам да юҡ. Мин үҙем 15 йыл Сибай почтамтының 9-сы бүлегендә хат ташыусы булып эшләйем. Йә почта етәкселегенән ярҙам һорап ҡараманым. Ни булһа ла, тәбиғәттән күргән зыянды үҙ көсөбөҙ менән еңеп киләбеҙ,—тип һөйләй Флүзә апай.
Ишбирҙин урамының 26-сы һәм 28-се йорттарында йәшәүселәр электр утын яңынан ҡабыҙыуҙарын һорап Иҫке Сибай ауылы хакимиәте, «Башкирэнерго» йәмғиәтенең Сибай электр бүлеү селтәре бүлеге етәкселегенә мөрәжәғәт иткән. Тик бер ниндәй ҙә ярҙам булмаған. Fәзизовтар күршеләре менән бергәләп үҙ иҫәптәренә электр утын ҡайтанан сафҡа индергән. Әле улар пломба ҡуйҙыртыу мәшәҡәте менән йөрөй. Әлбиттә, был хеҙмәт тә түләүле. Емерелгән мейесте Флүзә апайҙың ире Миңнәхәт Хөрмәт улы үҙе төҙәткән. Түбә таҡтаһын, фронтонды улдары Марсель менән Айнур яңыртҡан.
Үрҙә әйтелгәндәрҙән шуны белдек: Флүзә апай һәм уның ғаиләһе осраҡлы рәүештә йәшен бәләһенән иҫән-һау ҡалған. Сөнки йәшен йомғағы үҙ юлында осраған бер генә тере йәнде лә имен ҡалдырмай. Республиканың төрлө төбәгендә малды, көтөүселәрҙе, бейек ағас эргәһендә йәки һыу буйында ҡалған кешеләрҙе йәшен атып үлтереүе тураһында ишеткәнебеҙ бар. Шуға күрә, йәшен ваҡытында үҙ-үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлау сараларын күрергә кәрәк.
Йәшендән һаҡланыу саралары:
1. Ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе, мейес башын ябығыҙ. Һауа юлы булырға тейеш түгел;
2. Йомғаҡ йәшенен күрһәгеҙ урынығыҙҙа хәрәкәтһеҙ ҡалығыҙ, йәки хәүефһеҙ урынға йәшенегеҙ. Тауышланырға ла ярамай.
3. Йәшен ваҡытында тышта булһағыҙ, башығыҙҙы ҡаплап, еңле кейем кейергә кәрәк.
4. Автомобиль эсендә булһағыҙ, тәҙрәләрен ябығыҙ һәм тимер әйберҙәргә ҡағылмайынса тыныс ҡына ултырығыҙ.
5. Һыу буйынан йыраҡ китегеҙ. Бейек ағас йәки бағана аҫтында тормағыҙ.
6. Электр ҡорамалдары, кеҫә телефоны менән ҡулланмағыҙ.
7. Телевизор, һауытҡыс, кер йыуыу машинаһы, антеннаны розетканан һурып ҡуйыуығыҙ хәйерле.
Ябай ғына һаҡланыу саралары һеҙҙе ҙур йәшен бәләһенән ҡотҡарыр, шуны онотмағыҙ.
Альбина Таһирова әҙерләне.
Читайте нас: