АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
14 Июль 2017, 11:58

«ҺИКҺӘН СЫҠМАЙ, ТУҠҺАН ИНМӘЙ»

Йәйҙе һәр кем ашҡынып көтөп алһа ла, йыл да июль башында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ артыуы кәйефтәрҙе ҡырмай ҡалмай. Быйыл да ошо осорҙа Башҡортостанда, илдең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, йылылыҡ, электр энергияһына, һалҡын һәм эҫе һыуға, һыу бүлеүгә, тәбиғи газға тарифтар үҙгәрҙе.Республика буйынса торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтың үҙгәреү индексы 5,8 процент күләмендә билдәләнгәйне. Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алып, 2016 йыл аҙағында төбәк Башлығы бойороғо менән һәр муниципаль берәмек буйынса иң юғары индекстар раҫланды.

Йәйҙе һәр кем ашҡынып көтөп алһа ла, йыл да июль башында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ артыуы кәйефтәрҙе ҡырмай ҡалмай. Быйыл да ошо осорҙа Башҡортостанда, илдең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, йылылыҡ, электр энергияһына, һалҡын һәм эҫе һыуға, һыу бүлеүгә, тәбиғи газға тарифтар үҙгәрҙе.
Республика буйынса торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтың үҙгәреү индексы 5,8 процент күләмендә билдәләнгәйне. Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары мөрәжәғәттәрен иҫәпкә алып, 2016 йыл аҙағында төбәк Башлығы бойороғо менән һәр муниципаль берәмек буйынса иң юғары индекстар раҫланды.
Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылдың 1 июленән халыҡ өсөн уртаса тариф суммаһы һыу менән тәьмин итеү буйынса 107,83 процент, һыу бүлеү—113,67, йылылыҡ—105,50, тәбиғи газ—103,90, электр энергияһы 104, 74 процент тәшкил итә. Газ һәм электр энергияһына тарифтар дөйөм республика буйынса билдәләнә.
Йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү—һыуыҡ эсәр һыу, техник һәм эҫе һыу, һыу бүлеү хеҙмәттәренә тарифтар муниципаль берәмектәрҙең ресурс менән тәьмин итеүсе һәр тәғәйен ойошмаһы буйынса раҫлана. Республика буйынса граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәргә түләү индексы үҙгәреше уртаса 5,8 проценттан артмаған кимәлдә буласаҡ. Ул Башҡортостан өсөн Рәсәй Хөкүмәте ҡуйған индексҡа ярашлы билдәләнгән.
Хөкүмәт хаҡтарҙы арттыра тип яр һалһаҡ та, был проблеманы хәл итеүҙең субсидия юллау кеүек ярҙамын да оноторға ярамай. Аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә субсидия юллау мөмкинлеге бар. Бының өсөн ҡала-райондарҙың Халыҡты социаль яҡлау идаралығының субсидиялар юллау бүлегенә, күп тармаҡлы үҙәктәргә тейешле документтарҙы ваҡытында тапшырыу зарур.
Етәкселәр, депутаттар, халыҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ күтәрелеүҙе нисек ҡабул итте? Был тәңгәлдә дөйөм фекерҙе белер өсөн бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.
Fайса Әхмәҙулла улы Хәсәнов, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы директоры, ҡала Советы депутаты:
—Тарифтар артыу, әлбиттә, бәкәлгә һуға. Әммә һикһән сыҡмай, туҡһан инмәй, тигән әйтем дә бар бит әле. Мәҫәлән, ҡалабыҙҙың һыу бүлеү селтәрҙәре ныҡ иҫкергән. Уны ауыр хәлдән тик коммуналь түләүҙәргә өҫтәлгән аҡса ғына сығарып алырға булышлыҡ итәсәк. Тағы шуныһы: яңырыу, төҙөкләндереү мөмкинлеге биргән инвестицион программаларҙа ҡатнашыу өсөн хаҡтарҙың тейешле кимәлдә булыуы ла зарур. Халыҡ өҫтәп түләнгән һәр һумдың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелеүен яҡшы аңлаһа, был хәл артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмаҫ.
Клара Иҫәнбаева, хаҡлы ялда:
—Яңғыҙым бер бүлмәле фатирҙа торам. Ярты пенсиям торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен түләүгә китә. Ҡалған тиндәремә арлы-бирле аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре алам да, киләһе айҙың аҡсаһын көтә башлайым. Ярай мин оло кеше, ке-йем-һалым кәрәкмәй. Балалы кешеләрҙе йәлләйем. Улар нисек көн итәләрҙер?
Урал Мәҡсүтов, эшсе:
—Ҡыш өйөбөҙҙө электр энергияһы ярҙамында йылытабыҙ. Газ үткәреүгә 100 меңгә яҡын аҡса кәрәк. Шулай ҡыш көндәре 15 мең эш хаҡымдың 12 мең тирәһен йылытыу өсөн түләргә тура килә. Түләүҙе саҡ ҡына һуңлатһаң, энергияны ҡырҡабыҙ тип ҡурҡыталар. Ҡышын йыйған бурысты йәй көнө лә түләп бөтөрөп булмай. Хәҙер тағы хаҡы артып тора. Эш хаҡым да шул кимәлдә артһа ине ул.
Гөлсинә Харрасова, хеҙмәткәр:
—Өс бүлмәле фатирҙа йәшәйбеҙ. Аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ, субсидия юлланым. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләгән аҡсамдың яртыһы тиерлек кире иҫәбемә ҡайта. Шуға ла хаҡтар артыуға артыҡ иғтибар итмәйем.
Читайте нас: