Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
15 Апрель , 11:23

Яҙғы ташҡын. Хәйҙәр Тапаҡов

Бына беҙ тыуған төйәккә ҡайтып етеп Ирәндек тауҙары теҙмәһе янынан үткән юлдан елдерәбеҙ. Бер урынға өйөлөп, юғарыға ынтылып ҡалҡҡан суйыр таштарҙы күрәм. Улар береһе икенсеһенә һыйынғанда ғына йылылыҡты оҙаҡ тоталар, ныҡ, ҡаҡшамаҫ булалар. Кешеләр ҙә шулай...

Яҙғы ташҡын.  Хәйҙәр Тапаҡов
Яҙғы ташҡын. Хәйҙәр Тапаҡов

     Бик һуң ғына Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры Булат Кәшфулла улы Әбдрәфиҡовҡа шылтыраттым. Ул тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә борсоуыма күнеп, өйрәнеп бөткәнгә алды телефонын:

- Хәйерле төн булһын, йә, тыңлайым? - Яуабы, таптың шылтыратыр ваҡыт, тигәнерәк ишетелде.

- Иртәгә һыу баҫҡан Орск ҡалаһына барып ҡайтырға ине иҫәп, һеҙ

ризалығығығыҙҙы биргән хәлдә, әлбиттә!

- Кемдәр менән йыйынаһың инде?

- “Сибайский рабочий” гәзитенең мөхәрриренә әйтермен, үҙебеҙҙең редакциянан журналисты алырмын, шунан билдәле инде, мин үҙем!

- Иртәгә беҙгә Өфөнөң үҙенән комиссия килгәнлекте беләһең, ултырыш һуңынан уларҙы оҙатып улай-былай иткәнсе аҙна аҙағы яҡынлаша, әйҙә, киләһе аҙнаның башында уйлашайыҡ был эш хаҡында!

- Комиссия ни, эштәре шул, килер ҙә ҡайтыр, беҙгә бында йәшәргә, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк.

- Ҡыҙҙырған тимерҙе нисегерәк итеп һуғырға самалайһың?

- Ҡоро ҡашыҡ ауыҙҙы йырта, иң беренсе - гуманитар ярҙам алып барырға ине, билдәле булыуынса, ундағы халыҡ һәммәһенә мохтаж!

- Ярай, иртәгә эшкә барғас айыҡ аҡыл менән хәл итербеҙ!

    Иртәгеһенә иртә менән директор Сибай мәғлүмәт үҙәген, атап әйткәндә “Атайсал”, “Сибайский рабочий”, типография коллективтары хеҙмәткәрҙәрен йыйып алып йыйылыуыбыҙҙың әтнәкәһен төшөндөрҙө, ҡайһы бер мәлдәргә үҙем асыҡлыҡ индерҙем. Шуныһы иғтибарға лайыҡ - әүҙем коллегаларыбыҙ беҙҙе һәр саҡ ярты һүҙҙән аңлап тора. Был юлы ла тиҙ арала аҡса йыйып, кәрәкле әйберҙәрҙе тупларға ла керешеп киттеләр, кемгәлер япһарып, ялтанып маташмай туранан-тура яуаплы эшкә егелделәр. Өфө ҡунаҡтарын оҙатҡансы водитель Ринат Хәсәнов шылтыратып рапорт бирә лә һалды: “Кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ түлек һатып алдыҡ, кейем-һалымды тоҡтарға һалдыҡ, багажниктың артҡы яғы, салондың яртыһы тулы, машинаны заправить иттем, юлға әҙермен!” Рәхмәт барыһына ла, тағы ла өҫтәп ни әйтәһең инде!

    Иртәгеһен таң ҡараңғыһында “Сибайский рабочий” гәзитенең баш мөхәррире Людмила Михайловна Ильязова, “Атайсал” гәзитенең журналисы Гөлдәр Сәйетәхмәт ҡыҙы Ҡадаева һәм мин сәхәр менән сәфәргә юлландыҡ. Атап үткән коллегаларым менән тәүге тапҡыр ғына бындай өҙәрем юлдарға сыҡмайбыҙ, юлдаш юлда һыналғанлыҡтан, уларҙың ныҡлығына, сыҙамлылығына өйрәнеп бөткәнмен. Машина нышып тултырылғанлыҡтан ауыр ҡуҙғалып китте, шуға Ринатҡа күрһәтмә бирергә лә онотманым: “Ашыҡҡан етмәй, бойорған етә, тиҙәр халыҡта, артыҡлап өтәләнмә, барыр тарафҡа ҡасан да барып өлгөрөрбөҙ!”

   Өс район биләмәһен үтеп, Ырымбур еренә аяҡ баҫтыҡ. Уңғансы офоҡҡа таң ойотҡоһо ҡунғайны инде. Йәйерәп ятҡан дала беҙҙе көн аяҙ булһа ла ҡыуан еле менән ҡаршы алды. Алдан уҡ шуны әйтмәксемен, сәфәр сәхифәләре гәзиттәрҙә, социаль селтәрҙәрҙә тулыһы менән ентекләп яҙылыр, шуға бар теләгем – башҡаларҙың ижади табағына әрһеҙ себендәй төшмәй генә күргән-ишеткәндәргә үҙ ыҙмамдан баһа биреү, һығымталар яһау. Ҡабатлауҙарҙың булыуы ла ихтимал, тик улайға уҡ китһә, бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәйем, доғаны ҡат-ҡат ҡабатлауҙан иман үҙгәрмәй. Был сәфәрҙе ойоштороп ебәреүем дә, кемдәндер ишеткәнсе, үҙең барып күреүгә ни етә уйынан, һәм ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтеү теләгенән атҡарылды. Ошо йәһәттән төбәк гәзите “Атайсал” биттәренә көндәлек яңылыҡтарҙан әүәл аналитик, тәнҡит, ер-һыу атамалары, халыҡ йырҙары тарихтарын, милләтебеҙҙең үткәне, рух, йәшәйеш хаҡында мәҡәләләр бирергә тырышабыҙ, бәлки бына ошолар менән ҡайһылыр кимәлдә үҙ йөҙөбөҙҙө күрһәтәбеҙ, отабыҙ, баҫмабыҙҙың тиражын тотабыҙҙыр ҙа.

    Ырымбур еренә аяҡ баҫыуға юл ҡырында һоро, ташландыҡ ауылдарҙың йыш осрауы бер аҙ кәйефте ебәреңкерәне, шуға алыҫлашып та өлгөрмәй тыуған төйәгебеҙҙең матурлығын, Сибай ҡалаһының төҙөклөгөн, таҙалығын, бөхтәлеген һағына ла башланыҡ. Барған юлыбыҙ күп тапалыуҙан иҙелгән, ҡыйралған, ҡайһылыр кимәлдә эшлектән сыҡҡан ҡырсынташ, яңы ҡар иреп бөткәнлектән кәлейәләр, инмәле-сыҡмалы ерҙәр күп, шуға машинабыҙ ҡорһағы менән ерҙе һөрөп тиерлек бара. Сары станцияһынан һуң юл бер аҙ ыңғайлана төштө. Туп-тура яңы Орск ҡалаһына ҡарай, навигатор күрһәткән йүнәлештән киттек, тәғәйен йортобоҙҙо ауырлыҡ менән эҙләп таптыҡ. Билдәле, күңелле ваҡиға түгел, шуғалыр ҙа йорттоң иркен залында ултырған кешеләрҙең ҡаштары төйөк, һәр кем үҙ уйына бирелгән, сәләмләүемде алып та тормай, үҙемде күрмәмешкә һалышып баш баҫтылар. Вахтала ултырған ҡатындарға мөрәжәғәт иттем һуңғы сиктә. Улар төп һыу баҫҡан ер бында түгел, иҫке Орск яғында, һарҡыу яҡта икәнлекте аңлатып, өҫтәмә адресты әйттеләр. Мин дә ныҡыша ҡуйҙым: “Беҙҙе һыу баҫҡан тәңгәлдең иң үҙәгенә, ҡаза күреүселәрҙең кисекмәҫтән ярҙамға мохтаж еренә ебәрегеҙ!” Бараһы урыныбыҙ Ырымбур яғына киткән, бынан 40 саҡрым арауыҡта икән дә баһа.

    Гуманитар ярҙам нөктәһе иҫәпләнгән спорт комплексы бейек ҡойма менән уратып алынған, эс яҡта бер нисә ир кеше күренә. Йомошомдо әйттем. Мосолман ҡиәфәтле ир (милләте ҡаҙаҡ булһа кәрәк) рәшәткәгә эленгән, килтерелгән әйберҙәр, аҙыҡ-түлек сәғәт көндөҙгө икенән һуң ғына өләшелә башлай, тип яҙылған белдереүгә ымланы. “Юҡ, һеҙ беҙҙе аңлап етмәнегеҙ, беҙ киреһенсә гуманитар ярҙам килтерҙек!” тинем. Ирҙең йөҙө ирәмһеп китте лә шундуҡ ҡапҡаны шар асып ебәреп машинабыҙҙы эс яҡҡа үткәрҙе. “Ҡайҙан килдегеҙ?” тип ҡыҙыҡһына был. “Башҡортостандан!” “Из Башкирии значит!” “Нет, из Башкортостана! Город Сибай, информационный центр!” “Где расположен этот город?” “Рядом с городом Магнитогорск!” “Я не был в ваших краях, но из информационных центров вы первые!” Ирҙең Сибайҙы белмәүе бер аҙ эсте бошорһа ла ла, мәғлүмәт үҙәктәренән беренсе булыуыбыҙ бер аҙ тынысландырҙы. Апаруҡ ҙур, киң майҙанды биләгән спорт комплексының артҡы яҡ ишегенә барып еткәнсе беҙҙең йөк күҙ менән ҡаш араһында үҫмерҙәр, волонтерҙар  тарафынан бушатып та ҡуйғайны. Бына ниндәй шәп, етеҙ, өлгөр егеттәр үҙеп килә! Ә беҙ уларҙы тәнҡитләүҙе, өҙлөкһөҙ тиргәүҙе ғәҙәт итеп алғанбыҙ. Көн барышында ошондайҙарҙы мәктәптә, гимназияла ла осраттым, бер нисәүһе менән әңгәмә ҡороп алырға ла тура килде. Иртә таңдан ҡара кискә саҡлы бер ниндәй түләүһеҙ улар халыҡҡа эскерһеҙ ярҙам күрһәтәләр, ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләйҙәр. Орск ҡалаһын һыу баҫыуҙың иртәгеһенә үк Сибай егеттәренең ярҙам ылауы ойоштороуҙарын күреп ныҡ ҡыуанғайным, бындағы йәштәрҙең фиҙаҡәрлеген күреп илһөйәр быуындың алмашҡа килеүҙәренә тағы ла бер тапҡыр инандым. Комплекстың директоры Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры дәрәжәһенә эйә ҡатын кеше. Бар эштәрҙе лә ыңғай йүнәлешкә һалған, хеҙмәткәрҙәр, эшселәр үҙҙәренең тәғәйен урынын белеп һәр ҡушылғанды ығы-зығыҙһыҙ үтәп тә ҡуялар. Иркен зал эсәр һыу тултырылған пластик һауыттар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, ҡулланыу кәрәк-яраҡтары менән тулып киткән. Килтерелгәнде маҡсатҡа ярашлы итеп айырым урынлаштыралар. Тағы шуныһы – спорт комплексында ла, 3-сө һанлы гимназияла ла беҙҙе асыҡ йөҙлө, ихлас кешеләр ҡаршы алды, һорауҙарыбыҙ, теләктәребеҙ һүҙһеҙ үтәлде. Бер мөләйем йөҙлө, урта йәштәрҙәге ҡатын өс улын эйәртеп килеп көн барышында ошонда эшләйҙәр икән. Һеҙ ҙә ҡазаланыусымы әллә, тигән һорауға ул былай тип яуап бирҙе: “У нас другая беда, недавно сгорел наш дом, мы – погорельцы, и поэтому чужую боль и страдания остальных - принимаем, пропускаем через сердце!” Ошо бола мәлендә йыйын әтрәгәләмдәрҙең  бермә-бер ишәйеп китеүҙәре хаҡында ла әйтеп үттеләр. Ни хәл итмәк, донъя бит игелекле, миһырбанлы кешеләрҙән генә  тормай, әммә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, ерҙең күсәрен барыбер иманлы кешеләр әйләндерә, донъя тотҡаһы уларҙың ҡулында. Ҡазаланыусылар менән дә әңгәмә ҡороп алырға тура килде, төрлө милләт кешеләре ине улар: урыҫтар, татарҙар, сиғандар, ҡаҙаҡтар. Мәләүез кешеһе, әммә ғүмере буйы ошонда көн иткән ир беҙҙең Башҡортостандан икәнлегебеҙҙе ишетеү менән артыбыҙҙан эйәртеп йөрөп хәбәр һөйләргә керешеп китте, уның һүҙҙәренә ҡарағанда бындай ҡурҡыныс ташҡынды ул һис ҡасан күрмәгән, ә рәсми мәғлүмәттәр ошондай оло ҡазаның бынан 100 йыл самаһы элек булыуын әйтә. Күптәре бер ҡат кейем менән, документтарын ҡулдарына саҡ алып өлгөрөп ташҡындан ҡасҡандар. Илле йәштәр самаһындағы ир ейәнсәрен алып ҡатынын эштән барып алырға йүнәлгән. Машинаға саҡ инеп ултырып өлгөрәләр, тулҡын уларҙы баҫтыра ла башлай. Ярай әле ейәнсәребеҙ, документтарыбыҙ үҙебеҙ менән ине, тип ҡыуаналар хәҙер. Һикһән йәштәр тирәһендәге урыҫ әбейенең йортонда ике бесәйенең тороп ҡалыуын әйтеп иламһырап ултырыуын да аңлайбыҙ, һәр кемдең үҙ йыуанысы, үҙ ҡайғыһы! Гимназияның үткелегендә МФЦ, медицина, прокуратура, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең халыҡҡа әүҙем ярҙам күрһәтеүҙәрен күрҙек. Ҡаҙаҡ ҡарты түшәнер-яҫтаныр эҙләп килгәйне, тиҙ арала ул һорағандарын алып сығыу яғына ҡарай йүнәлде. Спорт залын тултырып карауаттар урынлаштырылған, бында йылы, яҡты, ашау-эсеүгә мохтажлыҡтар юҡ, ҡунаҡта һәйбәт булһа ла өйөңдә яҡшы, тигәндәй, ни тиклем генә бындағы шарттар һәйбәт булһа ла үҙ йортоңа бер ни ҙә етмәй инде ул!

   Иң аҙаҡтан һыу баҫҡан ергә йүнәлдек. Ташҡын бер аҙ ҡайта төшкән. Кисә һыу аҫтында ҡалып бөгөн асылған тәңгәлдә трамвай рельстары сырмалған тимер сымдай өйөлөп ята, арыраҡ ҡыйыҡтарына саҡлы һыуға сумған йорттар күренә. Ҡыҙғаныс, йәнде екһендергән күренеш. Эсемдән генә, һыу ҡайтҡан хәлдә лә ауырлыҡтар алда әле, тип уйлап ҡуйҙым. Булмышыма ярашлы һәр саҡ яҙғы ташҡындарға ҡыуана торғайным, был ташҡын мине  тәүге тапҡыр оло хафаға һалды, ул бысраҡлыҡтарҙы йыуып ҡайҙалыр алып китмәне, киреһенсә уны беҙ йәшәгән ергә килтереп тултырҙы. “Һыуҙан ҡалһа ла уттан ҡалмай!” ти халыҡ мәҡәле, әммә халыҡтың ғүмере буйы йыйған мөлкәтен ҡәһәрле һыу йотҡан, уларҙан ни генә тороп ҡалыр аҙаҡтан, мәсьәлә бына ниҙә.

Әммә изге күңелле, алсаҡ, тырыш кешеләрҙе, илһөйәр йәштәрҙе күреп был ваҡытлы ауырлыҡтарҙың сигенеренә өмөтләндем, ышандым.

    Бына беҙ тыуған төйәккә ҡайтып етеп Ирәндек тауҙары теҙмәһе янынан үткән юлдан елдерәбеҙ. Бер урынға өйөлөп, юғарыға ынтылып ҡалҡҡан суйыр таштарҙы күрәм. Улар береһе икенсеһенә һыйынғанда ғына йылылыҡты оҙаҡ тоталар, ныҡ, ҡаҡшамаҫ булалар. Кешеләр ҙә шулай...

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: