Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
31 Ғинуар 2023, 13:57

Мир ағайҙың әйткәне (Мөхәррир һүҙе.)

       Ошо хәтирәләрҙән сығып шуны әйтәм, туғандар, мөлкәт бүлешкән һайын арта, таратылған ризыҡ тәмлерәктәре, татлыраҡтары менән яңынан тулылана, һәр саҡ сәләмәт табынығыҙҙағы тәғәмегеҙҙе бүлешер яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ, балаларығыҙ булһын! Йәнә: "Миру мир!" тип өҙлөкһөҙ тәҡрарлаған Мир ағай хаҡлы, килешеп, татыу йәшәүгә ни етә!

Мир ағайҙың әйткәне (Мөхәррир һүҙе.)
Мир ағайҙың әйткәне (Мөхәррир һүҙе.)

     Әсәйем ҡаты сирләп киткәс уны уръяҡта, ауыл ситендә урынлашҡан участка дауаханаһына һалдылар. Кесе апайым менән көн һайын уның хәлен белергә барабыҙ. Төшкө аш мәленә тоҫмаллап. Өләсәйем ишек алдынан ары сығып йөрөй алмағанлыҡтан яулыҡҡа ул-был ашантыны төрөп һала. Билдәле, әсәйем тәғәмләнер хәлдә түгел, шуға килтерелгә-нде тотошлайы менән палатала ятҡандарға өләшә. Ҡайтып инеү менән гел бер үк һорау ҡабатлана: "Йә, нисек?" "Ебәргәнеңдең тамсыһын да ҡалдырмай йыпырҙы!" тип алдашабыҙ апайым менән бер тауыштан. Әҙәм балаһына бер йылы һүҙ ҙә етә бит, өләсәйем ҡыуанып китә лә былай ти: "Ашаған мал бирешмәҫ, тигән әйтем бар, әсәйегеҙ ҙә шәбәйеп, үҙ аяҡтары менән ҡайтып инер әле, Алла бойорһа, бына күрерһегеҙ! "

       Хәл белергә барыу ҙа еңелдән түгел, беҙҙе урта тош балаларын үръяҡтар урам аша үткәрмәй ыҙалата: ҡамайҙар, үсекләйҙәр, таш менән һалмауырлайҙар. Эйәләренә оҡшап эттәре лә килеп тороп уҫал, абалап ҡаршы сығалар, тештәрен ыржайтып салғыйға ынтылалар. Шуға күрә кеше күҙенән йәшеренгән ҡасҡындарҙай картуфлыҡ осонда ярпайып үҫкән әрем-кесерткәнгә, тегәнәк-киндергә боҫоп үтәбеҙ. Барып күренеү менән беҙҙе генә көтөп торғандай төшкө ашты өләшә башлайҙар. Апайым әсәйемә тигән итле туҡмасты ашай, йә кәбеҫтә һурпаһын һемерә, миңә майлы бутҡа, йә котлет эләгә, бөтөргәнсе ашап тәрилкәнең төбөн асмәйел бурҙайҙай  ялтлатып ялап уҡ ҡуям. Йәнәш карауатта ятҡан Гөлъямал апай һорай ҡуя:

           - Көн һайын һәммәһен сиңерткә сиреүеләй ҡоротаһығыҙ ҙа ул, ә әсәйегеҙгә нимә ҡала инде?

           - Уға ҡаралай сәй ҙә етә! – тип ормаһар хәбәр һалам.

Әсәйем алмаш тилмәш башыбыҙҙан һыйпап былай ти:

- Алай ҙа ризығымды бүлешер балаларым бар!..

     Күрше ауылда Мир исемле ағай йәшәне. Сельпо машинаһында эшләне, ауылдарҙағы кибеткә аҙыҡ-түлек ташый торғайны. Ҡырыҫыраҡ холоҡло, әммә итәғәтле, мөләйем кеше ине. Бер саҡ үҙ-үҙенә ҡылыҡһырлама яһап әйткәне иҫтә: "Холҡомдоң ҡатылығы шунан килә, ҡустым, балалар йортонда тәрбиәләндем, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татырға тура килде. Кемдеңдер тарафына өҙлөкһөҙ таш атһалар, ырғытһалар ул таштай ҡатыға әүерелә. Холҡом ҡаты булһа ла күңелем нескә минең, унда насарлыҡ, хаслыҡ, аламалыҡ йөрөтмәйем, йөрөтмәм дә..." 

     Ул бер кем менән дә ғәҙәти итеп, һәүетемсә һаулыҡ һорашманы. Килеп инә лә киң итеп йылмайып ебәргәндән һуң семтем ҡараһы ҡалмаған сәстәрен ҡулы менән һыпырып:

            - Миру мир! - ти. - Ул ошолай итеп гелән ауылдаштарын, яҡындарын, белгән һәм белмәгән кешеләрҙе сәләмләне, үҙенә, башҡаларға именлек, тыныс тормош теләне.

    Ошо хәтирәләрҙән сығып шуны әйтәм, туғандар, мөлкәт бүлешкән һайын арта, тарат-ылған ризыҡ тәмлерәктәре, татлыраҡтары менән яңынан тулылана, һәр саҡ сәләмәт таб-ынығыҙҙағы тәғәмегеҙҙе бүлешер яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ, балаларығыҙ булһын! Йәнә: "Миру мир!" тип өҙлөкһөҙ тәҡрарлаған Мир ағай хаҡлы, килешеп, татыу йәшәүгә ни етә!

Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: