Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
10 Июль 2021, 16:41

Яҙылып бөтмәгән портрет (туғыҙынсы киҫәк)

- Көш… Көш… Йөрөйһөң мәйет аңдып… Тамағыңа таш тығылғыры нәмәкәй. Мә, һиңә! - Хәйбулла тупһа эргәһендә ятҡан йоҙроҡ ҙурлыҡ туң балсыҡты эләктереп ҡошҡа атты. Яйһыҙ ырғытылған балсыҡ сәпкә түгел, аласыҡтың ишегенә барып те­й­еп сәсрәп ыуалды. Ҡоҙғон ирҙе мыҫҡыллағандай тағы ла иләмһеҙерәк ҡур­ҡы­лда­ны ла ҡабаланмай ғына осоп китте.

Таң һыҙылыуға ҡайтып ингән Хәйбулла утты ла тоҡандырып тормай сисенә ба­ш­л­а­ны.
- Утты яҡ, балам, мин барыбер йоҡламайым, билем тынғылыҡ бирмәй. Килендә булдыңмы, нисек йәшәп яталар?
- Һәйбәт кенә, сәләм әйтеп ҡалдылар.
- Былай килендең сәләмен еткереп торалар… Хәйбулла, эргәмә ултыр әле, һөйләшеп тә ултырғаныбыҙ юҡ, әйтәһе һүҙ-ҙәрем дә бар.
Хәйбулла тыңлаулы бала һымаҡ башын баҫып әсәһе эргәһенә һаҡты.
Бибиәсмә эргәһенә ҡуйылған ҡалай көрөшкәнән һыу уртлап тамағын сылатты, өҙ­л­ө­кһөҙ ятыуҙан туҙған сәстәрен ипкә килтерҙе.
- Төнө буйы йоҡлай алмай ятҡас ни башҡа төрлө уйҙар килә. Һалыҡ булдым инде һиңә, йә Хоҙай йәнемде генә алып ҡуймай, этләндергәнсе. - Әсә һыҡтап илап ебәрҙе. Ләкин күҙҙәрҙән йәш сыҡманы, улар аға-аға ҡороғандарҙыр инде.
- Бушты һөйләмә, әсәй. Аяғыңа баҫырһың әле бер килеп.
- Баҫырлыҡтан үткәнмендер инде, сыҡмаған йәнем генә ҡалды. - Ул карауат башына эленгән таҫтамалды алып битен, балауыҙ төҫөнә ингән маңлайын һөрттө, көрөшкәне йәнә ирененә тейгеҙҙе. Берауыҡтан, тынысланғандай иткәс, дауам итте. -Киленде алып ҡайт, Саҡ менән Суҡ һымаҡ улайтып йөрөмәгеҙ. Мин ҡамасауламам, аласыҡты ағартып бирегеҙ ҙә шунда ят-ырмын, тынысыраҡ та булыр…
«Ҡурҡ… Ҡурҡ… Ҡу-у-у-у-ррҡҡ…»
Хәйбулла һиҫкәнеп китте. Һөмһөҙ ҡарт ҡоҙғон аласыҡтың түбәһенә үк осоп ки-леп ҡунған, имеш. Ыҫмала һымаҡ шоморт ҡара, тырпайған ҡауырһындарын туп-аҫ ҡыу томшоғо менән аралап ҡабартты ла былтыҡ тумалаҡ күҙҙәрен зәһәр йылтыра-тып уға төбәлде.
- Көш… Көш… Йөрөйһөң мәйет аңдып… Тамағыңа таш тығылғыры нәмәкәй. Мә, һиңә! - Хәйбулла тупһа эргәһендә ятҡан йоҙроҡ ҙурлыҡ туң балсыҡты эләктереп ҡошҡа атты. Яйһыҙ ырғытылған балсыҡ сәпкә түгел, аласыҡтың ишегенә барып те­й­еп сәсрәп ыуалды. Ҡоҙғон ирҙе мыҫҡыллағандай тағы ла иләмһеҙерәк ҡур­ҡы­лда­ны ла ҡабаланмай ғына осоп китте.
Аласыҡ эсенән ыңғырашыуға тартым өн ишетелгәндәй булды. Хәйбулла ҡабала­нып шул яҡҡа ҡарай атланы. Ингәс ҡараң-ғылыҡтан күҙе бәйләнеп бер нимә лә күрмәй ҡулдарын йәйеп туҡтап ҡалды. Ишек төбөндә торған бысраҡ һыулы биҙрә аяҡҡа эләгеп иҙән буйлап тәгәрәне.
- Ипләп ин, балам, ҡараңғыға тиҙ генә өйрәнеп булмай шул. Тороп тор, эргәм-дәге май шәмде ҡабыҙам. Ҡараңғыла ятма, тип Фәриғә әхирәтем килтергән булғ-ан. Оҙаҡ яғ­ыр инең, еҫе яман.
Хәйбулла һәрмәнеп тиерлек килеп урындыҡ ситенә ултырҙы, үҙе аҡланғандай һөйләнгән булды:
- Рауилгә электр үткәрәйек, тип күпме инәлдем. Алдан араҡы һорап тик йөр-өй, хө­р­әсән.
- Маҙаһыҙланма, миңә китап-гәзит уҡырға түгел.
- Барыбер елкәһенән һөйрәп килтерәм мин уны!
- Кисә көнө буйы инеп тә сыҡманың, исмаһам, - тип әсә улының яуабын да йөпләп тормаҫтан үпкәһен белдерергә ашыҡты, - ә мин көтөп ятам, көтөп ятам…
- Эш инде, эш, шул ферманан ҡайтып инеп булмай.
- Килен ураҡ осоронда мине ашатлап тиерлек йөрөп стенаны ағартып сыҡ-ҡайны, шунан бирле башын да тыҡмай. Әлдә көндөҙ ваҡыт табып Фәриғә әхирәт инеп-сығып йөрөй. Төн оҙон үткәреп кенә булһасы. Йә быҙауҙы, һарыҡ бәрәстәрен ошон-да яп­ма­й­һығыҙ, ни тиһәң дә йән эйәләре.
- Эйе шул, бында мал өйө тиһеңме әллә, әйҙә тыныс ҡына ят.
- Тыныс ҡына ятам, ятмай ни хәл итәйем. - Бибиәсмәнең тауышы дерелдәп сыҡты.
Ул тағы ла илай ине шикелле. - Балам, бәпесем, донъя хәлен белеп булмай, йышыраҡ хәлемде белеп тор инде. Кәфенлек-те, ерләү өсөн башҡа кәрәк-яраҡты алдан хәстәрләгәнмен. Улар өйҙәге ағас һандыҡта… Бер-бер хәл була ҡалһа атайыңдың янына ҡуйырһығыҙ…
- Булмаҫтайҙы хәтергә төшөрөп күңелгә шом һалма әле, әсәй!
- Ә һин шомланма, Хоҙай Тәғәләнең ҡушҡандарының һәммәһен тейешенсә ҡабул итеп өйрән. Ерҙә тыуым булғас үлем дә бар бит инде ул. Әҙәм балаһы фанилыҡта мәңге йәшәмәй, теләйме быны әллә юҡмы, бер килеп әхирәткә күсә.
- Йәшәйек әле, әсәй, йәшәйек! Хәҙер ҡайтып мейес тоҡандырам да ит бешерергә ҡуям. Рауилгә барып әйтәм, электр үткәрһен. Шунан һурпа алып инермен, рәхәтләнеп эсеп ал…
Хәйбулла башлағанын ослап өлгөрмәне тышта ҡарлыҡҡан, йәнә әсе сәрелдәк йыр тауышы ишетелде:
…Күгәрсен ояла, оялары быяла,
Күгәрсендәр кеүек гөрләп
Йәшәйек был д-о-о-онъя-л-а-а-а…
Зөфәр менән Гөлзифа йырлай ине.
(Аҙағы бар)
Автор:Хайдар Тапаков
Читайте нас: