Класташым Зөфәр мәктәпте тамамланы ла ситкә китеүҙе хуп күрмәй тура фермаға эшкә төштө һәм ғүмере буйы шунда, малсылыҡта йөрөнө. Һабаҡташым, бергә уйнап үҫкән тиңдәшем ҡуҫтарланырға яратманы, тышҡы ҡиәфәтенә артыҡлап иғтибар бирмәне, ҡырынһа ҡырына, ҡырынмаһа юҡ, бит-йөҙөнә лә ер ҡаҙһа тупраҡ, май-яғыулыҡ тирәһенә яҡынлаһа мазут яғылып бара, өҫ-башы ла әрпеш, холҡо ла орҙо-бәрҙе, башҡарғаны ла шаптыр. Мәгәр ярҙамсыл, йомарт, асыҡ-ярыҡ, эсендәге тышында. Шул кеше урамдан үткәндә кәүҙәһен тура тотоп, башын ғорур сөйөп атлай, парад ҡабул иткән ҙур дәрәжәле хәрби тиерһең. Өҫтәүенә Зөфәрҙең йәнә лә бер күркәм холҡо булды: юҡ-барға ваҡланманы, насарлыҡ, хаслыҡ ҡылғандарға ла яуапһыҙ ҡала белде.
- Нишләп килде-китте әтрәгәләмгә бирешәһең, ҡурҡаһыңмы әллә? – тип сәмләндерһәләр бысрап, ҡаҡашып бөткән пинжәгенең салғыйын, торбаланған салба-рының тубыҡтарын һыпырып ҡуя ла дәрәжәле генә яуаплай был:
- Юҡ инде, егеттәр, мин үҙемдең тотҡан кимәлемдең самаһын, баҫҡан еремдең бейеклеген беләм, шуға ниңә түбәндәр менән этләшергә, бәҫте төшөрөргә, ҡәҙерҙе ебәрергә? Кейемем арзанлы, бысраҡ, әммә күңелем таҙа минең, уйҙарым яҡты! Һеҙгә лә кәңәшем бар - матур йәшәйем тиһәгеҙ ҡыҫҡа ғүмерегеҙҙе һеҙгә лайыҡ булма-ғандар менән һис ҡасан бысратмағыҙ, тапламағыҙ!