АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
25 Июнь 2021, 09:12

Ике туй

- Йә, нисек үтте ҡунаҡ? - Ул да булғанмы туй! - Нишләп улай тиһең? - Эсмәнеләр ҙә һуғышманылар ҙа!

Гел әүәлгене маҡтайбыҙ ҙа бөгөнгө ыңғай күренештәрҙе, алға китеште күрергә теләмәйбеҙ, яуланған уңыштарға тейешле баһа бирмәйбеҙ. Хәҙерге туйҙарға барам да иҫем китә - өҫтәлдә спиртлы эсемлектәр юҡ кимәлендә, ҡайһы берәүҙәр никах байрамын тик ҡымыҙ менән һыйланып ҡына үткәрә. Ә егет менән ҡыҙ һуң! Өҫтәрендә килешле мосолман кейеме, байрамда ҡатнашҡан ҡунаҡтар үҙҙәрен үтә лә әҙәпле тота, бер-береһен ҡәҙерләй, хөрмәтләй. Аралашҡан арала матур һөйләшеүҙәрҙе ишет-еп кинәнәһең, йәнгә майҙай яғылған йолаларҙы күреп, ҡарап ҡыуанаһың. Элек туй-маҙар була ҡалһа иң тәүҙә араҡы хәстәрләргә керешеп китерҙәр ине. Уларын да бит әле, йәшникләп-йәшникләп, тауҙай итеп шауҙырлатып алалар. Кибет тауарын таба алмаһалар ҡомалаҡтан әсетеп мискәләп бал ҡоялар, буҙартып, өс литрлыҡ һауыт-тарҙы тултырып көмөшкә ҡыуалар. Ҡоҙаларҙың тәү маҡсаттары - ике яҡты ла йыҡҡансы эсереп, иҫертеп ҡайтарыу. Ләх булғансы тығындырып кемделер ауҙарғанһың икән, тимәк һыйың шәп! Ҡайҙа эскелек, шунда талаш-тартыш, иреш-ыҙғыш, тоҙһоҙ һүҙ, мәғәнәһеҙ хәбәр.
Элекке димләүҙәрҙе, әйттереүҙәрҙе, ижаб-баталарҙы, боронғо туйҙарҙы күп күргән, кисергән шул йыйындарҙың уртаһында ҡайнап йөрөгән өлкән йәштәге берәү ҡыҙ оҙатып ҡайтып төштө. Йөҙө йәмерәйгән, шыпа ла ғына кәйефе юҡ бының.
- Йә, нисек үтте ҡунаҡ?
- Ул да булғанмы туй!
- Нишләп улай тиһең?
- Эсмәнеләр ҙә һуғышманылар ҙа!
Автор:Хайдар Тапаков